Бөтә яңылыҡтар
Махсус биттәр
13 Декабрь 2021, 18:24

Аҙым

Йәшерен-батырын түгел, әсәйеңә тиклем алдан йөрөгән ҡыҙҙарым булды (һин дә кескәйҙән, әсе булһа ла, үҙеңдә ғәйеп булһа ла, дөрөҫөн һөйләргә өйрән. Миңә, мәҫәлән, шундай тәрбиә бирҙеләр, шуны төп тормош ҡануным тип ҡабул иттем. Хәйер, алдашыу­ҙы ике төргә бүлер инем. Беренсеһе – дөрөҫтән бөтөнләй баш

Туҡта, әсәйең белмәгәндә, күрмәгәндә ге¬нә бер ултырып һөйләшеп алайым әле һинең менән. Юғиһә, өндәшеүем була, «дөрөҫ әйтмәнең, башҡаса мөрәжәғәт ит» йә «шундайҙы һөйләй-ҙәрме ни?» тип ауыҙымды ябырға ғына тора бит әсәйең. Шундай уҫал ғына, үтә үҙ һүҙле ул. Юҡ, ҡурҡытмайым, ошаҡлашмайым да. Белеп ҡуй, тип әйтеүем. Ә үҙе бит көндәр буйы рәхәтләнеп һинең менән һөйләшә. Үҙенә бер кем дә, улай түгел, быны әйт, тип иҫкәртеү яһап тормағас ни.

Беләһеңме, минең өсөн һин – ысын мәғәнәлә мөғжизә! Әлегә асылмаған сер, бөйөк бер асыш булып ҡалаһың. Мөғжизә түгелме ни: күптән түгел генә һинең хаҡта бар ғаләм, ваҡыт (мәңгелек тип әйтәйек) белмәй ҙә ине! Ә хәҙер бына мөхәббәт емешебеҙ булып яралып киләһең. Тормоштоң иң тәүге мөғжизәһелер ҙә әле бындай күренеш! Ғүмерең буйына ошо мөғжизәлегеңде юғалтмаһаң ине... Хәйер, юғалтмаҫһың да – минең өсөн.

 

Һине күреремде, ҡулдарыма алып, арҡаңдан тупылдатып һөйөрөмдө сабырһыҙланып эй көтәм! Үҙең менән танышыр көндө инде әллә нисәмә тапҡыр күҙ алдына ла килтергәнем булды. Хатта алғараҡ та сабып киткәндер хыял атым. Бына, имеш, һин тәүге һүҙеңде әйтәһең, бына имгәкләп тә йөрөй¬һөң, ә бына тәүге аҙымыңды ла баҫаһың. Эй хыялый ҙа мин!..

 

Аҙым тигәндә, ғүмереңдә һәр бер хәрәкәт тормош барышыңда мөһим роль уйнаясаҡ. Һәр аҙымыңды үлсәп баҫырға кәрәк буласаҡ һиңә. Бигерәк тә тәүгеһен. Сөнки уның арҡылы һин донъяға атлап сығасаҡһың. Шуға тура баҫырға тырыш. Әлбиттә, беренсе саҡтарыңда яҙа баҫып, йә абынып ҡолап китеүең дә бар. Бәлә һалма, була торған хәл. Ҡалҡын да артабан кит. Ҡоламайынса бер кем дә атларға өйрәнмәй. Хатта өлкәндәр¬ҙең дә йығылыуы, түбән төшөүе ихтимал. Ә һин һәр аҙымыңды көсөңә ышанып, ныҡ итеп баҫ, йәме?! Шунда ғына ҡаршы иҫкән елдәр һине йыға алмаҫ.

 

Нимә? Үтә тәрәнгә төшөп китәһең түгелме, тиһеңме? Эйе, өлкәндәрҙә булған ғәҙәт. Бары тәүҙән үк үҙеңә аҡыл һеңдерә барғым килә. Ҡамасау итмәҫ. Ә ышанмаһаң, һүҙҙәремдең раҫлығын иҫбатлар өсөн һиңә бер тарихты бәйән итәм. Минең тарих ул! Эйе, илдең, халыҡтың ғына түгел, кешенең үҙенең дә тарихы була. Бер аҙымдың киләсәк тормошто нисек хәл итеүе тураһында тарихым. Дөрөҫөрәге, нисек итеп әсәйең менән танышыу, ҡауышыу хаҡында хикәйәт. Йотлоғоп тыңлар¬һың әле!

 

Йәшерен-батырын түгел, әсәйеңә тиклем алдан йөрөгән ҡыҙҙарым булды (һин дә кескәйҙән, әсе булһа ла, үҙеңдә ғәйеп булһа ла, дөрөҫөн һөйләргә өйрән. Миңә, мәҫәлән, шундай тәрбиә бирҙеләр, шуны төп тормош ҡануным тип ҡабул иттем. Хәйер, алдашыу¬ҙы ике төргә бүлер инем. Беренсеһе – дөрөҫтән бөтөнләй башҡаны һөйләү. Икенсеһе – йәшереп, әйтмәй ҡалыу. Ә хаҡлыҡты ҡоралың итеп алып йәшәһәң, һине ғәҙел тип белерҙәр һәм шикләнмәҫтәр үҙеңдән. Ышанырҙар. Шуға күрә үҙ һүҙеңде яҡлай бел, йәме?! Ә мин һинең алдыңда намыҫым таҙа булыуын теләйем).

Тәүге мөхәббәт мине ижадҡа алып килде. Шуға уға ғүмерем буйына рәхмәтлемен! Ә тәүге мөхәббәттән үк үҙенең йәрен тапҡан кешене иң бәхетлеһе тип иҫәпләйем. Ни өсөн тигәндә, артыҡ эҙләнеп тә йөрөмәй һәм күпме йөрәк яраһынан азат булып ҡала!

Ана шундай йөрәк яраһының берәүһенән һыҙланып йөрөгән сағым был көндәрҙә. Йүгереп кенә барып баш терәр кешем – ағайым да эргәлә түгел. Эш буйынса алыҫ ҡалаға киткән мәле.

 

Ни уйларға, ни ҡылырға белмәй ятҡанда, телефоным шылтыраны:

– Ғәзим, әйҙә майҙанға! – бәйләнештең теге яғынан Йәнгелдең дәртле тауышы яңғыраны.

– Әлләсе, кәйеф юғыраҡ бит әле…

– Улай булғас, бигерәк тә! Хәсрәтеңде таратып ҡайтырһың. Гитара ла алғанбыҙ.

Һаман икеләнеүемде ишеткәс, ҡырт киҫте Йәнгел:

 

– Ҡалҡыт хәҙер үк артыңды! Бала кеүек килештереп, балауыҙ һығып ятасы. Бына-бына!

Әлдә дуҫтар бар был донъяла! Ниндәй сағыңда ла терәк булыр, һиңә ышанған, һинән тайшанмаған, күтәрелә алмағанда ярҙам ҡулы һуҙған кешеләрең булыуы оло бәхет бит. Ана шундай дуҫымдың өгөтләүен кире ҡаға алманым, тиҙ генә йыйынып, тышҡа йүнәлдем.

Туҡталыш тирәһендә, ғәҙәттәгесә, кеше күп. Ниндәйҙер көс ҡапыл да уның тапҡырында туҡтарға мәжбүр итте. Ни булыр икән, тип көтөп торам. Бына, сираттағы автобус туҡтап, эсенән ыҫпай кейенгән ҡыҙыҡай төштө. Шундуҡ арттағы эскәмйә¬нән тороп, бер егет уға ҡарай йүгерҙе. Осоп барып сибәркәйҙе ҡосаҡлап күтәреп алды.

 

– Һаумы, йәнкиҫәгем, һағындым һине…

Бәхетлеләр, тип уйлайым да, аҙыраҡ үҙемде йәлләү хисе кисереп, ары атлайым.

Билдәләнгән урынға килеп етәм.

– Һаумы? Хәлдәрең нисек?

– Сәләм! Яҡшы ғына…

 

Инде, йыйылышып бөткәс, күмәкләшеп атлайбыҙ. Гүйә, бөтөн майҙанда беҙ, шәп егеттәр, үҙебеҙ генә: ни теләһәк, шуны ҡылана, күрһәтә, әйтә алабыҙ. Йәшлек яланы шундай була торғандыр инде: иркен һәм шул тиклем ирекле.

Йәнгел шул саҡ фонтан янында фотоға төшөп торған ҡыҙҙар¬ҙы шәйләп ҡалды.

– Хәҙер төшөрәм. Бөтәгеҙ ҙә йылмайығыҙ!

 

Секунд та уйлап тормай, Йәнгел йүгереп барып, улар араһына баҫып, кадрға эләгеп ҡалды. Башта ҡыҙҙар уны абайламаны ла шикелле, фото төшөрөүселәре пырхылдап көлөп ебәргәс кенә, ни булды икән тип, арттарына әйләнеп ҡаранылар. Юҡ, һис тә шелтәләмәнеләр кадр боҙоусыны. Үтә лә илгәҙәк, алсаҡ Йәнгелдең үҙе кеүек күңелсәк кенә ине үҙҙәре. Дуҫыбыҙ һәр береһенә ҡул биреп танышып сыҡты. Беҙ ситтән генә ҡарап йылмайып торабыҙ, артабан ни булырын көтәбеҙ. Бер аҙ әңгәмәләшкәс, Йәнгел ҡыҙҙарҙы, моғайын, беҙҙең менән йырлашып ултырырға саҡырҙы – яныбыҙға килделәр.

– Дуҫтар, был педагогия университеты ҡыҙҙары, таныш булығыҙ!

– Һаумыһығыҙ!

Ҡараным да… ҡаттым да ҡалдым. Кем был? Әллә фәрештәм алдыма төшкән инде? Эйе, үҙелер. Сөнки ҡараңғыланып килгән донъя бар йәһәттән балҡып китте.

– Гөлфинә…

 

Эйе, алдыма килеп баҫҡан ошо һылыуҡайҙың минең, тик минең өсөн яратылғанын шул уҡ секундта аңланым. Ҡулын ҡыҫҡанда хатта йөрәккә тойғандарымдан иң эҫе, ләкин күптән көткән бик тә ныҡ ҡәҙерле хистең ҡапҡанын тойҙом. Һәм ошо ҡулдарҙы бүтән бер ҡасан да ысҡындырғым килмәне. Тиҙҙән ҙур компаниябыҙ ярым түңәрәк булып эшләнгән эскәмйәгә күсте. Киске еңел һауаға гитара ҡылдарының сыңы таралды. Йәнгел дәртле йырҙарҙан башланы. Берәүҙәр уға ҡушылды, ә башҡалар үҙ-ара гәп һатып ултырҙы.

 

Гөлфинә йырҙарға, бүтәндәр әңгәмәһенә ҡушылып китмәне, эргәмдән урын алды. Бер аҙ ваҡыт йыр тыңлап ултырғас, баҙнат итеп:

– Йөрөп әйләнәйекме? – тигән тәҡдим индерҙем. Ә үҙем, юҡ, тигән яуабын ишетергә ҡурҡып, эстән ут йотам.

– Мин риза.

 

Үҙе хаҡында һөйләүен һорағас, ҡаршылашмай, артыҡ күп һүҙләнмәй генә таныштырып үтте. Ә мин һылыуҡайға ҡарап һоҡланып бөтә алмай киләм. Һирпелеп кенә ҡарап ҡуйыу¬ҙары, баҫалҡы ғына йылмайыуҙары, шишмә ағышындай сылтырау тауышы, йырлап көлөүе…

 

Ҡайтыр мәл еткәс, егеттәр менән күмәкләшеп ҡыҙҙарҙы ятаҡтарына оҙата киттек. Хушлашҡанда ҡыҙҙарҙың бөтәһен дә иртәгә буласаҡ әҙәби сараға саҡырып ҡалдым.

– Мин килермен, – Гөлфинә йылмайып ҡараны ла ишек артына инеп юғалды.

 

Тәғәйенләнгән сәғәтте саҡ еткереп алдым. Алдан уҡ килешкән кешеләр йыйылып бөттө, ә мин алан-йолан ҡаранам. Ә Гөлфинә килмәй ҡуйһа? Бәлки, осрашыу хаҡында онотҡандыр ҙа инде, бәлки, шаяртып ҡына, килермен, тигәндер, бәлки, берәй эше килеп сыҡҡандыр? Шартлар сиккә етеп тә, йыйыл¬ған халыҡтың саҡ ҡына көтөүен үтенәм. Сөнки сараның ойоштороусыһы үҙем инем. Ә ысынлап шаяртҡан булһа?! Улайһа, шартлайым бит!

 

Шул мәл артымдан:

– Һаумы, Ғәзим, – тигән яғымлы таныш тауыш ишетелде.

Боролоп, үҙен саҡ ҡосаҡлап үбеп алманым, биллаһи! Күҙҙәремә үҙем ышанмайым: ҡара, бер үҙе генә ләһә! Әллә ул да миңә ҡарата шундай уҡ йылы хистәр тоямы икән?! Теге, әйтәләр бит – тәү күреүҙән ғашиҡ булыу.

 

Ыҡсым ғына үткән саранан һуң йәнә үҙен (был юлы тик үҙебеҙ генә!) оҙата киттем. Ләкин бына етәкләргә батырлығым етмәне. Ҡурҡтым. Ошо илаһи матурлыҡҡа ҡағылып, өркөтөп ебәреүҙән ҡурҡтым. Сөнки ошондай шиғырҙарҙа ғына данлан¬ған, йырҙарҙа маҡтал¬ған бәхеттең миңә лә килеүенә ышанып етә алмай инем. Шул шөрләүҙән хушлашҡанда хатта Гөл¬финәнән телефон номерын да һорап алып ҡалырға баш етмәгән. Ни киләһе тапҡыр ҡайҙа осрашыр¬ға һүҙ ҡуйышманыҡ.

…Инде аҙналай ваҡыт үтте, ә беҙҙең күрешкән юҡ! Нисек итеп үҙен эҙләп табырға баш эшләмәй ҙә ҡуя. Ятағының ишеге төбөндә ҡарауыллап торһам, килешмәгән эш һымаҡ. Яратҡанымды күптән беләм бит инде.

 

Уртаҡ таныштар аша таптым һөйгәнемдең номерын!

– Күргем килә һине…

– Беҙ бөгөн кис ҡыҙҙар менән спектаклгә барырға йыйынабыҙ. Билеттарҙы күптән алып ҡуйғанбыҙ. Осрашып булмаҫ шул…

Йүгерҙем билет артынан! Үҙем, билеттар ҡалһа ғына ярар ине, тип көйөнөп киләм юл буйы. Ах та ух килеп кассаға аҡса һуҙам.

Күрешкәс, Гөлфинәне ҡосаҡлап алғанымды һиҙмәй ҙә ҡалдым.

– Инде бер ҡасан да бер ҡайҙа ла ебәрмәм һине…

 

Һин тыуғас та, балам, ҡат-ҡат һөйләп, йөҙәтеп бөтөрмөн әле был тарихымды. Сөнки үҙемә хәтерләүе бик тә күңелле. Ә шулай ҙа һаман күңелдән генә һорауҙар ҡуям. Шул саҡ әгәр ҙә, ҡарышып, сыҡмай ҡалһам майҙанға, йә Йәнгел ҡыҙҙар янына барып фотоға төшмәһә һәм улар менән танышып китмәһә, йә әсәйеңдең башҡа эштәре сығып, килмәй ҡалған булһа, бүтән берәй нисек осрашыр инекме беҙ?! Һәр бер аҙым¬ға, һәр бер осраҡҡа рәхмәт уҡыйым.

Шуға, балам, ғүмереңдә һәр аҙымыңды уйлап, үлсәп баҫ. Бер аҙымың да буш булмаһын. Эҙһеҙ юлдан йөрөргә яҙмаһын һиңә.

 

…Ҡулдарын һоноп кирелеп, иркәләнеп кенә күҙҙәрен аса. Алдында тубыҡланып тороуымды күргәс, наҙлы ғына йылмайып ҡуя ла муйынымдан ҡосаҡлай.

– Һаумы, ҡәҙерлем, – тип битенән үбәм.

– Һаумы, өлкән бәпесем минең…

 

Фәиз ХАРРАСОВ.

Читайте нас в