-16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Махсус биттәр
12 Декабрь 2021, 21:47

Йондоҙнамә (13 – 19 декабрь)

Йондоҙҙар юл күрһәтә, әммә яҙмышың үҙ ҡулыңда тип киҫәтә...

Ылаҡ (22.12 – 20.01)

Аҙна мәшәҡәттәр килтерер, моғайын. Бер юлы ике ҡатмарлы мәсьәләне хәл итергә тура килер. Башҡалар ҙа йомош менән мөрәжәғәт итер. Һәр саҡтағыса, уларға мөмкин тиклем ярҙамла­шырһығыҙ. Кесе йомалағы осрашыу барыһы өсөн дә ҡыуаныслы булыр.

һыуғояр (21.01 – 19.02)

Уңышлы эш итеү өсөн бөтә мөмкинлегегеҙ булыр. Тик кенә ултырмаҫһығыҙ. Үҙегеҙ эш эҙләрһегеҙ. Шаршамбылағы хәлдәр тормо­шоғоҙҙо бер аҙ яңыса ҡорорға ярҙам итер. Йомалағы мәсьәләләрҙе бик етеҙ хәл итергә кәрәк булыр – барыһын да булдыраһығыҙ кеүек.

Балыҡ (20.02 – 20.03)

Ниндәйҙер күптәнге эшегеҙ, ниһайәт, емеш килтерә башлар. Шишәмбелә ниндәйҙер ҡатын кешенән мөһим яңылыҡ ишетерһегеҙ. Төп эш урынында абруйығыҙ мотлаҡ артыр. Йомала төрлө мәсьәлә буйынса фекерегеҙҙе белдермәҫкә тырышығыҙ.

Ҡуҙы (21.03 – 20.04)

Шишәмбе-шаршамбыла уңыштарға өлгә­шеүегеҙ ихтимал. Унан һуң тағы ла дәртләнеп эш итерһегеҙ. Бәғзеләрҙең ижади һәләттәре лә асылыр. Мәшәҡәттәр ҡәҙимгенән күбәйер, ләкин был һеҙҙе һис тә ҡурҡытмаҫ. Кесе йомала яҡшы хәбәрҙәр килер.

Буға (21.04 – 21.05)

Ваҡиғаларҙы ашыҡтырмаҫҡа тырышығыҙ, күберәк күҙәтегеҙ һәм фекер төйнәгеҙ. Аҙнаның бер аҙ күңелһеҙерәк башланып китеүе ихтимал. Уйламаған хәлдәр килеп сығыр. Шаршамбыла  кәрәкле кешенән файҙалы хәбәр ишетерһегеҙ, бәлки.

Игеҙәктәр (22.05 – 21.06)

Көндәр ҡатмарлыраҡ килергә оҡшай, шулай ҙа өмөтөгөҙҙө юғалтмағыҙ. Яҡшы таныш булған эш тә һеҙҙән ҡәҙимгенән күберәк көс-тырышлыҡ талап итер. Кәйефегеҙҙе төшөрмәгеҙ, был хәлгә бер кем дә ғәйепле түгел. Кесе йомала уңайлы мәл килеп сығыр.

Ҡыҫала (22.06 – 23.07)

Үҙ мөмкинлектәрегеҙҙе дөрөҫ баһалауығыҙ мөһим. Ҡайсаҡ күпкә үреләһегеҙ, хыялдарға артыҡ биреләһегеҙ кеүек. Был хаталарға, кәрәкмәгән сығымдарға килтереүе мөмкин. Аҙна барышында элек алған белемегеҙҙең кәрәге тейер, моғайын. Әллә ни ҙур ҡыйынлыҡтар булмаҫ.

Арыҫлан (24.07 – 23.08)

Аралашыуҙа мотлаҡ уңырһығыҙ. Һүҙегеҙ һәр саҡ үтемле булыр, үҙегеҙ ҙә башҡаларға иғтибар менән ҡарарһығыҙ. Бәғзеләр һеҙгә ҡарата мөнәсәбәтен ыңғай яҡҡа үҙгәртер. Кесе йомалағы ваҡиғалар үҙгәреүсән буласаҡ. Етеҙ эш итә белгән кешеләр һәр осраҡта ла уңыр.

Ҡыҙ (24.08 – 23.09)

Аҙна һәйбәт үтер. Ниндәйҙер күптәнге эште тамамлай алырһығыҙ. Бының өсөн тәжрибәгеҙ етер, ярҙам эҙләргә кәрәкмәҫ. Шишәмбелә мәшәҡәттәр күбәйер. Күп йөрөргә тура килер. Йомалағы аралашыуҙар файҙалы булыр.

Үлсәү (24.09 – 23.10)

Ябай, таныш булған эш тә ҙур ҡыйынлыҡ менән барыр. Төрлө кире хәл табылып ҡына торор. Күпселек осраҡта үҙ көсөгөҙгә генә таянырһығыҙ. Был арала яңы танышлыҡ булдырырһығыҙ, бәлки. Ваҡыт үткәс, бынан бик ҡәнәғәт ҡалырһығыҙ, моғайын. 

Саян (24.10 – 22.11) 

Аҡсаға ҡытлыҡ кисермәҫһегеҙ. Күптән уйлап йөрөгән әйберҙе һатып алырға форсат тейер. Ул мотлаҡ бәрәкәтле булмаҡсы. Был арала фекерҙәштәрегеҙ күбәйер. Һис тә уйламаған кеше һеҙгә ярҙам итергә һүҙ бирер. 

Уҡсы (23.11 – 21.12)

Йыш ҡына юҡ-бар сәбәптән эсегеҙ бошор. Ысынлап та, ваҡиғаларҙың һеҙ уйлағанса бармауы ла ихтимал. Үҙегеҙҙә лә ғәйеп табырһығыҙ, ҡайсаҡ бәләкәй нәмәләргә иғтибарығыҙ етмәй һымаҡ. Шаршамбынан һуң күңелегеҙ тынысланыр, барыһы ла һәйбәтләнер. 

Автор:AdminQ Admin