-16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Махсус биттәр
11 Декабрь 2021, 07:24

"Йондоҙло табын" - Илнур Хәйруллин

Бөгөн Башҡортостандың атҡа­ҙанған артисы, ҡурайсы, Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы музыканты Илнур ХӘЙРУЛЛИН гәзит уҡыусылар менән үҙенең аш-һыу серҙәрен бүлешә.

Ҡуян итенән запеканка

Яңы һуйылған ҡуян итен 12 сәғәт һалҡын һыуҙа тоторға (3 сәғәт һайын һыуын алмаштырып торғанда еҫе бөтә һәм бешкәндә йомшаҡ була). Матур итеп һөйәктәрен һын­дырмай бүлгеләргә, һум иттәрен бәләкәй өлөштәргә ваҡларға. Маринад өсөн ярым түңәрәк итеп туралған 2 эре һуғанға ярты лимон һуты, 2 йомортҡа, ярты стакан ҡай­маҡ йәки майонез, еҫле тәмләт­кестәр (ҡара, ҡыҙыл борос, хмели-сунели, паприка) һалып бутарға кәрәк. Маринадты ит менән бутап, 1 сәғәт тоторға.

Тәрән форманы майлап, 2 – 3 сантиметр ҡалынлыҡта киҫелгән картуф менән кишерҙе йәйеп һалырға. Уның өҫтөнә маринадлы итте, түңәрәкләп туралған поми­дорҙы тигеҙләп һалғас, өҫтөн фольга менән ҡапларға. 220 градуслы мейестә 1 сәғәттән ашыу бешерергә. Өҫтөн асып, туралған һуған, укроп, петрушка, ҡырылған ҡаты сыр һибергә лә, тағы ла 5 минут мейестә тоторға. Тәмле ризыҡ әҙер. Ҡуян ите бик файҙалы ла: составында бик күп витамин бар.

Ит менән бәшмәк салаты

300 г һыйыр итен туҡмаслап турарға ла үҫемлек майында ҡыҙҙырырға.

3 телем икмәк телемен иҙелгән һарымһаҡ менән ышҡып, шаҡ­маҡлап турап, иттән ҡалған майҙа ҡыҙҙырырға.

1 ҡалаҡ шарап һеркәһенә самалап тоҙ, ҡара борос, 3 ҡалаҡ зәйтүн майы һалып туҡырға. Тәрилкәгә йәшел салат япраҡтарын йәйеп һалып, өҫтөнә ошо соустың ярты­һын һибергә.

150 г шампиньонды ваҡлап турап, ҡыҙҙырып, майынан һарҡытып, салат япрағы өҫтөнә һалырға. Ит менән икмәкте һалғас, ҡалған соусты һибергә. Табынға бутамай ғына, өҫтөн ярым түңәрәкләп туралған һуған менән биҙәп бирергә.

 

“Энергия” коктейле

Уртаса ҙурлыҡтағы 6 лимонды эҫе һыу менән бешекләп алғас, уртаға телеп, һутын һығырға. Яҡынса 200 – 300 мл һут сығырға тейеш.

Кәстрүлгә 1,5 л һыу ҡойоп, утҡа ҡойорға. Уға 150 г шәкәр, лимон һуты, бысаҡ осонда тоҙ һәм ванилин һалып, бутай-бутай ҡайнатырға.

Табынға эсемлекте бүлмә температураһына тиклем һыуынғас бирәләр. Һәр бокал төбөнә 3 – 4 шаҡмаҡ боҙ киҫәге һалырға ла  өҫтөнә коктейль ҡойорға. Ыуылған лимон ҡабығы, шәкәр оно менән биҙәргә мөмкин.

 

    Гөлнур ЮЛДАШЕВА әҙерләне.

Автор:AdminQ Admin