Бөтә яңылыҡтар
Махсус биттәр
2 Декабрь 2021, 10:26

Кешеләргә ярҙам итеү – маҡсатым

Бөгөн аҙым һайын сикләүҙәр, ҡағиҙәләр һағалай, үҙ хоҡуҡтарыңды белмәй йәшәү мөмкин түгел. Һуңғы ваҡытта ҡайһы берҙәрҙең ышанысһыҙ ойошмаға иғәнә индереп, тишек кәмәлә ултырып ҡалыуына ла йыш шаһит булабыҙ. Мәҫәлән, ярты йыл элек ябылған «Финико» пирамидаһын хәтерләйһегеҙҙер. Матур тормош вәғәҙә

– Иң тәүҙә гәзит уҡыусы­ларҙы үҙең менән таныштырып үт!

– Балаҡатай районының Би­лән ауылы егетемен. Баш­ҡорт дәүләт аграр университетында белем алып сыҡҡас, өс йыл хәрби хеҙмәттә йөрөп ҡайттым. Әммә тәүҙә һай­лаған һөнәрем күңелемә ятманы, һуңыраҡ Көнсығыш иҡтисади-юридик гуманитар академияһында хоҡуҡ бел­гесенә уҡырға булдым. Бөгөн иң төп маҡсатым – кешеләргә ярҙам итеү, Башҡортостанда һәм башҡа төбәктәрҙә бил­дәле юрист булып танылыу. Эшемдең үҙенсәлеге шунда:  халыҡҡа бушлай юридик консультациялар бирәм, оло йәштәгеләргә, инвалидтарға ташлама менән хеҙмәттәр күрһәтәм. Мәҫәлән, күптән түгел бер пенсионерға бүлеп түләү шарты менән ярты хаҡҡа ярҙам иттем. Туҡһанды ҡыуған ҡарт элегерәк үҙен тәрбиәгә алған сит ҡатынға бер фатирын бүләк итә. Һөҙөмтәлә ярҙамсыһы юғала, килмәй. Ҡарт миңә ошо торлаҡты ҡайтарып алыу үтенесе менән мөрәжәғәт итте.

– Һине эшҡыуар тип атарға ла мөмкиндер?..

– Юҡ, үҙемде эшҡыуар тип таныштырғым килмәй, мин – юрист-практик, ҙур тәжри­бәгә эйәмен. Ҡайһы ваҡыт университет тамамлаған бел­гестәр менән хеҙмәттәшлек итергә тура килә, улар судҡа ябай ғына дәғүә әҙерләү, ғариза яҙыу кеүек эштәрҙе лә белмәй. Бынан тыш, хөкөм залында үҙеңде ышаныслы тота белергә лә тейешһең. Шуға күрә беҙҙең эштә иң мөһиме – тәжрибә. Тәүге осорҙа мин дә судҡа үҙем яҙған текстарҙы ятлап индем, хәҙер ул ваҡыт­тарҙы йылмайып иҫ­ләргә генә ҡалды. 

– Халыҡ күбеһенсә ниндәй ярҙам һорап мөрәжәғәт итә? Улар үҙҙәренең хоҡуҡ­тарын беләме?

– Үкенескә күрә, күптәр ҡанундарҙы белмәй. Мәҫәлән, 2015 йылдың 20 ноябрендә ҡабул ителгән законға яраш­лы, кредит килешеүе төҙөл­гәндән һуң 14 көн дауамында страховка аҡсаһын кире ҡайтарырға мөмкин. Шулай уҡ, мәҫәлән, кеше биш йылға 300 мең һум күләмендә кредит алды һәм уны ике йылда түләп бөттө икән, ти. Ҡалған өс йыл өсөн страховка сум­маһы ҡайта­рылырға тейеш. Ҡайһы ваҡыт банк аҡсаны түләүҙән баш тарта, ошо ваҡытта хоҡуҡ белгестәре ярҙамға килә һәм суд аша страховканы ҡайтара. Закон ҡабул ителгәндән һуң, ҡайһы бер ойошма  ха­лыҡтан аҡса «һығыу»ҙың баш­ҡа юлдарын эҙләп таба башланы. Миҫал – кредитҡа машина алғанда кешегә «Юл ярҙамы» программаһы тәҡ­дим ителә, уның хаҡы – кә­мендә 100 мең һум. Бөтөнләй файҙаһыҙ хеҙмәт ул. Сөнки ысынында ярҙамды машинаң автоүҙәктән 50 саҡрымдан артмаған алыҫ­лыҡта боҙол­ғанда ғына алыр­ға мөмкин. Шулай уҡ ошо программа буйынса түләү­ҙәрҙең суммаһын ҡайтарып бирәм.

– Әгәр кредитыңды түләй алмаһаң?.. 

– Көрсөк булһа ла, ҙур суммаға кредит алыусылар кәмемәй. Ҡайһы берҙәр ай­лыҡ түләүҙе ҡаплау маҡса­тында микрофинанс ойош­маһынан үтескә аҡса ала, тағы өҫтәп ала, тағы... Һөҙөмтәлә уның икмәк-тоҙлоҡ тине лә ҡалмай. Ә беҙ беләбеҙ: был ваҡытлыса ойошмалар кредитты ҙур процентҡа бирә. Аҙаҡтан кеше бурысын ун тапҡырға артығыраҡ түләргә мәжбүр була. 2018 йылда Рәсәйҙең Юғары судында бер ҡатындың эше ҡаралды. Ул микрофинанс ойошмаһынан 15 көндә ҡайтарыу шарты менән 10 мең һум күләмендә кредит ала, ставкаһы көнөнә 2 процент тип билдәләнә. Әммә ҡатын сумманы ҡайтара алмай, ике йылда бурысы 200 мең һумға барып баҫа. Һө­ҙөмтәлә Юғары суд ҡатындың бурысын 7 мең һумға ҡәҙәр төшөрттө. Килешеүгә яраш­лы, ойошма проценттарҙы 15 көн дауамында ғына өҫтәргә, ә ҡалған ваҡытта уртаса ставка буйынса күтәрергә тейеш була. Мин ошо ҡарарға таянып, халыҡты судта яҡлап сығыш яһайым.

– Закондар йыш үҙгәрә. Үҙеңдең белемеңде үҫтереү йүнәлешендә ниҙәр эш­ләйһең?

– Ысынлап та, даими рәүештә китаптар уҡырға тырышам. Юриспруденция буйынса ғына түгел, үҙүҫешкә арналған һәм әҙәби китап­тарҙы яратып уҡыйым. 

– Бөгөн Өфөлә юридик ойошмалар аҙым һайын, улар кешенең теләһә ниндәй проблемаһын хәл итергә вәғәҙәләй. Ә һинең уларҙан айырмаң нимәлә?

– Фирмаларҙан айырмалы рәүештә, мин башҡара ал­маҫлыҡ эшкә тотонмайым. Әгәр судта еңеп сығыуыма икеләнһәм, кешегә бушҡа ярҙам итәм. Мөрәжәғәт итеү­сене иң тәүҙә офисыма са­ҡырам, яйлап һөйләшеп, барлыҡ аһ-зарын тыңлағас ҡына, эшкә күсәбеҙ. Ә ойошмалар аңын-тоңон төшөн­мәйенсә, кешенән аванс йә тулы суммала аҡса алып, ярҙам итергә вәғәҙә бирә. Алдан әйтеп үтеүемсә, унда практик тәжрибәһе булмаған белгестәр ҙә эшләй.

– Был йәһәттән халыҡҡа ниндәй кәңәштәр етке­рерһең?

– Беренсенән, үҙең белгән һәм ышанған ғына юрисҡа мө­рәжәғәт итергә кәрәк. Йәки социаль селтәрҙә уның ту­раһында мәғлүмәт табыу, халыҡтың баһаһын ҡарап сығыу зарур. «Финико» кеүек инвестиция ойошмаларына инер алдынан юристарҙан кәңәш һорау артыҡ булмаҫ. Тағы ла бөгөн халыҡ кредитһыҙ йәшәй алмай, тинем, күптәр уны алғанда килешеүҙе уҡып та тормай. Баяғы «Юл ярҙамы» програм­маһы, ҙур страховкалау суммаһы кеүек кәрәк­мәгән сығымдарға иғтибар бирмәй. Барығыҙҙы ла иғти­барлы булырға, ғөмүмән, кредит алырға тырышмаҫҡа, финанс грамоталылығын өйрә­нергә саҡырам!

– Әңгәмә өсөн рәхмәт! Уңыштар теләйем!

Инсаф ХУЖАБИРГӘНОВ.

Читайте нас: