Бөтә яңылыҡтар
Махсус биттәр
30 Ноябрь 2021, 08:58

Таныш булығыҙ: «Юлдаш»тар - Вадим Лаврентьев

Тыуған көнөм: 6 декабрь.

Тыуған ерем: Башҡортос­тандың беренсе баш ҡалаһы – Темәс ауылы, Баймаҡ районы.

Белемем буйынса мин: филолог (сит телдәр белгесе). Башҡорт дәүләт универси­тетының Сибай институтын тамамланым.

Радиола нисек эш башланым: 2011 йылда телеүҙәктә кастингта булдым. Һуңынан миңә радионан шылтыраттылар һәм эшкә саҡырҙылар.

Эшемдә иң оҡшағаны: эш хаҡы алыу.

Бер мәл эфирҙа: яңылыҡтар уҡығанда мин үҙемде ни эш­ләптер Филүс Ҡасимов тип та­ныштырҙым. Шулай уҡ яңы­лыҡтар эфирында «Өфө ваҡыты 27 сәғәт» һәм «Мәскәү ваҡыты 18 сәғәт» тип әйткәндәрем булды.

Хәтерҙә ҡалған ваҡиға, герой: Яңы йылды эфирҙа ҡаршы алыу.

Рәхмәтлемен: радиола эшкә өйрәткән остазыбыҙ  Әхәт Мортазинға.

Эшкә бәйле ҡурҡыныс төш: эфирға һуңлап ҡалыу.

Иң иҫтә ҡалған тыңлаусы: “Аулаҡ”та эшләгәндә беҙгә һәр ваҡыт Ауырғазы районының Үтәймулла ауылынан Вазифа апай шылтырата торғайны.

Яратҡан йырым: айырып әйтә алмайым. Кәйефемә ҡарап классика, халыҡ йырҙарын, шулай уҡ рок, рэп, попсаны ла рәхәтләнеп тыңлай алам.

Китабым: “Мастер и Маргарита”.

Фильм: “Дневники мотоциклиста”, “Облачный атлас”.

Эштән арып киткән саҡ­тарҙа: уйнайым, йырлайым һәм бейейем.

Ғорурланған һуңғы ҡа­ҙанышым: Башҡортостан Баш­лығы ҡарамағындағы Кеше хоҡуҡтары буйынса советтың Рәхмәт хатын алдым.

Авторҙар:Айбулат ИшназаровAdminQ Admin
Читайте нас: