-10 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Махсус биттәр
28 Ноябрь 2021, 21:36

Йондоҙнамә (29 ноябрь – 5 декабрь)

Йондоҙҙар юл күрһәтә, тик яҙмышың үҙ ҡулыңда тип киҫәтә...

Ылаҡ (22.12 – 20.01)

Артыҡ күңелле ваҡиғалар көтөлмәй. Шулай ҙа аҙна уңышлы булырға оҡшай. Иғтибарлылыҡ, һәр саҡ бәләкәй генә нәмәләрҙе лә күрә белеүегеҙ эштәрегеҙгә булышлыҡ итер. Шаршамбыла хаталаныу ихтималлығы арта. Әммә йондоҙҙар һеҙҙе ярҙамһыҙ ҡалдырмаҫ.

һыуғояр (21.01 – 19.02)

Шикле хәлдәрҙән ары тороуығыҙ хәйерле. Улар бигерәк тә шишәмбе, шаршамбыла осрауы мөмкин. Ышанысһыҙ кешеләр менән дә артыҡ аралашмаҫҡа тырышығыҙ, уларҙан зыян күреүегеҙ бар. Һуңғы уңыштарығыҙ кемгәлер оҡшамаҫ, буғай.

Балыҡ (20.02 – 20.03)

Аҙнаның тәүге яртыһы бигерәк тә яҡшы үтер. Күтәренке кәйеф менән эш итерһегеҙ, бер ниндәй ҙә арыу һиҙмәҫһегеҙ. Шәхси тормошоғоҙҙа ҡыуаныслы мәлдәр булыр. Көткән аҡса ваҡытында килер. Барыһы ла һеҙ уйлағанса булыр.

Ҡуҙы (21.03 – 20.04)

Дүшәмбелә ҙур булмаған кире ваҡиғаларға осрарһығыҙ. Улар оҙаҡҡа бармаҫ, тиҙҙән дәртлә­неп эшкә сумырһығыҙ. Шаршамбыла файҙалы һөйләшеү  булыуы ихтимал. Яҡындарығыҙҙан кемдер һеҙҙең ышанысты яуларға тырыша кеүек, уға ышанмағыҙ.

Буға (21.04 – 21.05)

Аҙна етди эштәрҙе башҡарыу өсөн уңайлы. Төп эшендә бәғзеләр яҡшы яңылыҡ ишетер. Улар һеҙҙең киләсәккә туранан-тура ҡағылыр, моғайын. Кемдер был арала элекке бәйлә­нештәрҙе нығытыр. Быға кесе йомалағы һөйләшеү булышлыҡ итер.Игеҙәктәр (22.05 – 21.06)

Шишәмбелә ниндәйҙер икеле хәлгә юлығыуығыҙ бар. Булған тәжрибәгеҙ уларҙы еңел генә сисергә ярҙам итер. Осор барышында янығыҙҙағыларға ла ярҙам итә алырһығыҙ. Был һеҙгә ҡәҙимге ваҡиға кеүек тойолор. Йомала бүләк көтөгөҙ.

Ҡыҫала (22.06 – 23.07)

Көндәр үтә һәйбәт булырға оҡшай. Ошо арала төшөгөҙгә лә инмәгән уңыштарға өлгәшерһегеҙ. Өмөтлө танышлыҡ булдырыуығыҙ ҙа мөмкин. Иғтибар талап иткән эштәрегеҙ бигерәк тә яҡшы барыр. Уҡып йөрөгәндәрҙең хәле лә маҡтанырлыҡ булыр.

Арыҫлан (24.07 – 23.08)

Мәшәҡәттәр ҡәҙимгенән күбәйер, моғайын. Шулай ҙа борсолорға етди сәбәп юҡ. Килеп тыуған мәсьәләләрҙе ыңғай хәл итеү һеҙгә һис ҡыйынлыҡ тыуҙырмаҫ. Был арала дош­мандарығыҙ менән дә еңел аралашырһығыҙ. Һүҙегеҙ һәр саҡ үтемле булыр.Ҡыҙ (24.08 – 23.09)

Булған мөнәсәбәттәрҙе һаҡлап ҡалыу ауырға төшөр. Шишәмбелә ниндәйҙер яҡындарығыҙ менән һүҙгә килешерһегеҙ, ахыры. Ике яҡ та сигенергә теләмәҫ. Айырым осраҡта бындай хәлдең оҙаҡҡа һуҙылыуы бар.

Үлсәү (24.09 – 23.10)

Төп эшегеҙҙә эш күбәйер, ҡайсаҡ баш күтәрергә лә мөмкинлегегеҙ булмаҫ, моғайын. Бәғзеләргә икенсе кеше өсөн дә тырышырға тура килер, бәлки. Шаршамбыла һеҙҙе уйламаған сығым көтә. Әҙерләнеп йөрөгөн сәфәрҙе кисектерергә лә тура килер.Саян (24.10 – 22.11) 

Аҙна барышында етди мәсьәләгә осрар­һығыҙ. Айырым осраҡта ярҙам эҙләрһегеҙ. Кемделер табып һөйләшкәс кенә хәлегеҙ һәйбәтләнер. Сығымдарығыҙ ҡәҙимгенән артығыраҡ булһа ла, бурысҡа инмәҫкә тырышығыҙ.

Уҡсы (23.11 – 21.12)

Был арала йыш ҡына үҙегеҙгә оҡшамаған эш менән булышырһығыҙ. Бәғзеләр хатта икенсе кешеләргә тулыһынса буйһонорға мәжбүр булыр. Үкенескә   күрә, башҡаса эш итергә мөмкинлегегеҙ юҡ һымаҡ.

Автор:AdminQ Admin