Бөтә яңылыҡтар
Махсус биттәр
27 Ноябрь 2021, 07:00

Бер яҡшыға – бер яҡшы...

Мәрзиә әбей үлемтек һандығын барларға тотондо. Артыҡ йөк булыуҙан, туҡтауһыҙ кәмһетелеүенән тамам туйған ҡарсыҡ һуңғы арала гел Аллаһы Тәғәләнән ахирәткә алыуын теләй. Тик һәр кем үҙ маңлайына яҙылғанын күрәлер инде, әжәле килмәгәс килмәй инде...

– Үлһәң, ер өҫтөнә һалып ҡуймаҫбыҙ. Һинең аламаң кемгә кәрәк? – Рәшит улының дорфа һүҙҙәре әсә кешенең йөрәген телде.

Ҡәйнәһе мәрхүмә ул килен булып төшкәс тә: “Балам, мәңге йәшәмәм. Артыңдан мәшәҡәт ҡалдырыу насар нәмә, шуға оло йыйынтығымды һиңә күрһәтеп ҡуяйым”, – тип һандығын асып, үлемтектәрен күрһәткәйне. Ул саҡта ҡәйнәһенә 47 генә йәш булған. Бик оҙаҡ бергә ғүмер иттеләр әле унан һуң. Ике улын тәрбиәләшергә лә өлгөрҙө. Үлеменән һуң Мәрзиә менән Ғәлимйән ысынлап та мәшәҡәт күрмәне. Хәйерлектәрен, кәфенлек­тәрен, хатта ҡәбер ташы менән аят табыны йыйырлыҡ аҡсаһына тиклем әҙерләгән булған икән. Бынан ун йыл элек ире Ғәлимйән үлгәндә Мәрзиә байтаҡ юрғаланы: ауыл магазинында кәфенлек тауар булмағас, район үҙәгенә машина ебәрҙе. Пенсия алыр ваҡыт етмәгәйне, кешенән бурысҡа аҡса алырға ла тура килде. Шул хәлдән һуң Мәрзиә, ҡәйнәһенән өлгө алыу кәрәклеген аңлап, үлемтек йыя башлағайны. Кәфенлеге, таҫтамалдары, хәйерлектәре, хатта энә-еп, һабын, ҡомғандарына тиклем еткергән. Тик бына аҡсаһы ғына самалы. Ҡана һуң, бер айлыҡ пенсияһын ошонда тыҡһа! Тик килене менән улы тиненә тиклем һыпырып ала. Хәйерлектәр араһында аҡса ятыуын белһәләр, уныһын да һорамайынса алырҙар ине, әлегә белмәйерәк кенә торалар.

– Һаумыһығыҙ. Һеҙгә судҡа саҡырыу ҡағыҙы бар. Ошонда ҡул ҡуйып алығыҙ, – ишектән ингән хат ташыусы ҡыҙға әбей аптырап ҡараны.

– Ниндәй суд ул?

– Белмәйем инде. Бына йома көнөнә барырға тигәндәр...

Төпкө яҡтан улы Рәшит менән килене Әлфиә килеп сыҡты. Саҡырыу ҡағыҙын күреп, бер-береһенә ҡараштылар ҙа, хат ташыусыны оҙата һалдылар.

– Ней... Әсәй, бында шулайыраҡ хәл килеп сыҡты...

Ыҡ-мыҡ килгән ирен Әлфиә бүлдерҙе:

– Нимә мәмәйләнеп тораһың? Ту­ра­һын әйтергә кәрәк. Ҡәйнәм, ҡыҫҡаһы, беҙ ярты йыл элек һинең исемдән кредит алғайныҡ. Айлыҡ түләүен һәм процентын ҡапларға мөмкинлек булманы. Банк шуға һине судҡа биргәндер ул...

– Нисек? Мин бит банкка барманым...

– Хәҙер кредит алыу өсөн банкка барып тороу кәрәкмәй. Картаны почта аша ебәрәләр ҙә, теләһә ниндәй банкоматҡа барып, аҡсаһын алаһың. Үҙең беләһең, машина алдыҡ, ейәнең уҡып йөрөй. Аҡса еткерә алмайбыҙ. Шуға күрә был аҙымға барырға тура килде.

– Ә ниңә айлыҡ түләүен түләп бармайһығыҙ һуң? Пенсиямды биреп барам бит.

– Еткереп булмай, тип әйтеп торам бит! Көн һайын ашарға алырға, балаларҙы кейендерергә күпме китә, беләһеңме?! Улыңа йүнле һөнәр бирмәгәнгә, йорт төҙөмәгәнгә кем ғәйепле? Кеше шикелле Себергә лә барып эшләй алмай бит! Ә һинең өс һумлыҡ пенсияң ейәнеңә фатирға түләргә лә етмәй!

– Общежитиела йәшәй ала бит. Бынамын тигән йортто һеҙгә яҙҙырҙым, ҡулымдан килгән тиклем ярҙам итеп торам. Кеше шикелле балнисҡа ла барып ятмайым бит, һеҙгә расхут булмаһын тип. Илшат улым менән Лилиә киленгә бөтөнләй ярҙам итә алмайым...

– Беренсенән, мин улымды ҡырҡ ата балаһы менән бер бүлмәгә һалып ҡуймайым. Ә икенсенән, ярҙам итеү – һинең бурысың! Беҙҙең менән йәшәп, оялмайынса Илшаттарға аҡса бир­мәксеһеңме? Быға тиклем серек өйҙә йәшәнеләр, бынан һуң да шунда йәшәрҙәр.

Мәрйәм әбей илап ебәрҙе:

– Ғүмер буйы намыҫ менән йәшәп, суд юлын тапаманым. Ҡартайған көнөмдә төрмәгә ултыртһалар, әҙәмдән оят бит.

– Кем һине төрмәгә ултыртһын? Кемгә кәрәгең бар? Ултыртһалар, бер артыҡ тамаҡтан ҡотолор инем әле! – килен кеше артыҡ ысҡындырғанын аңлап, бер аҙ һүҙһеҙ торҙо ла, янына килеп ултырҙы. – Ҡәйнәм, борсолма. Мин ул кредитты алғансы уҡ адвокат әхирәтем менән кәңәшләштем. Суд исем өсөн генә буласаҡ. Тартып алыр өйөң юҡ, эш хаҡынан тоторҙар ине, эшләмәйһең. Ә пенсиянан бик аҙ ғына алып ҡалалар, ти. Кәрәк булһа, әхирәтем судҡа үҙе адвокат булып барасаҡ.

– Ғүмер буйы кешегә бурыслы булыуҙан ҡурҡтым. Алырға тура килһә лә тиненә тиклем еткерә бирә инем.

– Был бит кеше түгел. Әллә ниндәй шарлатандарҙың банкы. Иң мөһиме, судта беҙҙе бөтөнләй ҡыҫтырма. Аҡсаны үҙем алдым, дауаланырға кәрәк ине, тиген. Дауаханала эшләгән ағайым справка бирер. Аңланыңмы?

Суд ярты йыл тирәһенә һуҙылды. Тәүге ултырышҡа барғас ҡына Мәрзиә әбей үҙенең банкка өс миллион һум бурысы барлығын белде. Оялышынан ер тишегенә инерҙәй булған әбей судта ауыҙына һыу ҡапҡандай өнһөҙ килеш, башын эйеп тик ултырҙы. Килене лә вәғәҙә иткән адвокат әхирәтен саҡырырға ашыҡманы. Шулай ҙа әйткәне хаҡ килде: төрмәгә ултыртманылар. Бары тик 17 мең һум пенсияһының яртыһын тотоп ҡалырға, тигән хөкөм ҡарары сығарҙылар.

Килене тәүге ай ғына өндәшмәй түҙҙе. Аҙаҡ инде ике һүҙенең береһендә: “Һинең хәйерсе аҡсаңа...” – тип битәрләй башланы. Ә берҙән-бер көндө йөҙөнә бәреп ишеккә күрһәтте:

– Ниңә һине бер улың ғына ҡарарға тейеш ул? Илшат та һинең балаң. Йылына бер килеп, тыуған көн менән генә ҡотлайҙар ҙа, эштәре бөтә. Улар ҙа әбей тәрбиәләп ҡараһын әле. Барып, берәр ай шунда йәшәп ҡайт. Исмаһам, мин ял итермен.

– Һуң, һин үҙең бит, өйҙө Рәшиткә яҙҙыр ҙа беҙҙең менән йәшә, тигәйнең баштан уҡ. Ә килгәндәре һайын әрләп сығарғасың,  кем килһен. Телең ҡаты бит, килен...

– Ана, йомшаҡ телле киленеңә барып йәшә улайһа. Өй, имеш... Улын өйлө итеү – ата-әсәнең бурысы. Ҡулығыҙҙан килмәгәс, бала тапмаҫҡа ине! Мин, ана, уҡып бөтмәгән улыма квартира алдым!

Мәрзиә әбей тәүҙә һүҙһеҙ ҡалды. Аҙаҡ ҡына башына барып етеп, килененә ҡаршы әйтер көс тапты:

– Ул фатирҙы мин алып биргән булам бит. Мине ҡыл муйындан бирәсәккә батырҙығыҙ. Кәңәшләшеп эш итһәгеҙ ҙә ҡаршы булмаҫ инем...

– Килен булып төшкәндән алып һине ҡараным. Шулай ғына ла ярҙам итмәгәс, һинән ни файҙа? Бына, Лилиә киленеңә барып, бер аҙ йәшәп ҡара. Нисек тәрбиәләрҙәр икән һине?!

– Уның быға тиклем миңә бер бөртөк ауыр һүҙ әйткәне булманы. Арыу килен алдым, тип һөйөнөп, туғандар бер-береһенә оҡшай, апаһы кеүек уңған, кешелекле булыр, тип алып бирҙем һине Рәшиткә. Кем белгән бер туғандарҙың да төрлө булғанын...

– Мин сыҡмаһам, Рәшитең мәңге бисә күрмәй ҡартайыр ине. Ә Лилиә менән мине сағыштырма. Йыбытҡы, ялҡау булғанға һаман сереп барған өйҙә йәшәп яталар бит. Йүнле кеше тәү сиратта донъяһын нығыта!

– Намыҫ менән йәшәй улар.

– Бына һине лә намыҫ менән ҡараһындар!

Икенсе көнөнә Рәшит әсәһен әйбер­ҙәре менән бергә Илшаттарға алып ба­рып ҡалдырҙы. Ҡустыһының сәй табынына саҡырыуына ҡарамаҫтан, ул ишек алдынан ары үтмәне, китеү яғын ҡараны. Әйтерһең, әсәһе эйәреп сығып, кире ҡайтыуынан ҡурҡты.

– Балалар, ҡабул итһәгеҙ ҙә, итмәһәгеҙ ҙә, минең инде башҡаса барыр ерем юҡ. Моғайын, йәшәгән тиклем йәшәмәҫмен. Зинһар, кире ҡаҡмағыҙ. Бирер мал-мөлкәтем дә, артыҡ байлығым да юҡ...

– Ҡәйнәм, беҙгә һинән бер нәмә лә кәрәкмәй. Ата-әсәне ҡарау  – бала­лар­ҙың бурысы. Һинең менән иркенләп ултырып сәй эсеү ҙә әллә ни. Өй иҫке булһа ла иркен, йәшәрбеҙ. Ә яңы төҙөлөп ятҡанын бөтөрөп сыҡһаҡ, һиңә иң түренән айырым бүлмә бирербеҙ, – Лилиә ҡәйнәһенең күҙ йәштәрен һөртөп, түргә әйҙәләне.

– Өй тигәндәй, – Мәрзиә әбей үлемтек һандығынан төргәк сығарҙы. – Үлһәм, ер өҫтөндә ҡалдырмаҫһығыҙ әле. Өҙөккә ялғау булыр. Әҙерәк йыйған аҡсам бар ине. Минең пенсия хәҙер аҙ килә, башҡа төрлө ярҙам итә алмаҫмын инде. Ошоно булһа ла һеҙгә бирәйем. Үлгәс, ҡәбереңдә таш ҡуйылыуы, кәртәһенең булыу-булмауы бары­берҙер инде...

– Юҡ, әсәй. Беҙ донъя ҡыумайбыҙ. Йорт яйлап эшләнер. Һаулыҡ булһын. Ә был аҡсаң һандығыңда һиңә ғүмер теләп ятһын. Ә һин беҙгә иң мөһиме фатихаңды бир.

Мәрзиә әбей был көндө үлем тураһында бөтөнләй уйланманы. Күңеле тыныслыҡ табып, күтәренке кәйеф менән йоҡларға ятты. Шулай ҙа ҡәйнәһенең: “Тәүлектең дә көнө бар, төнө бар...” – тип һамаҡлауын иҫкә төшөрҙө. Нимәнелер сағыштырып, төрлөлөгөнә аптырағанда шулай тиер ине ул. Илшаты Лилиә килененә өйләнгәс, эй ҡыуанғайны Мәрзиә әбей. Әбей, тип, ул саҡта йәш ине әле. Донъя емертеп йәшәгән саҡтары ине Ғәлимйәне менән. Килененең уңған, кешелекле, мөләйем булыуына һөйөнөп бөтә алманы. Рәшите әрме хеҙмәтен тултырып ҡайтыу менән ҡоҙасаһын үҙе димләй башланы. Арыу нәҫел менән икеләтә ҡоҙалашып, килен рәхәтен күреп йәшәй берәү. Тик Әлфиә генә һис апаһына оҡшамаған булып сыҡты. Уның менән ҡауышҡас, Рәшите лә аҡса ҡолона әүерелде. Элек тәкәбберлек, дорфалыҡ кеүек ғәҙәте беленмәй ине, хәҙер ҡатыны ыңғайына әсәһенә лә, башҡа кешеләргә лә тауышын күтәрергә генә тора. Ярай, Лилиә килене ыңғайына Илшаты матур күңелле булып ҡалды.

“Яҡшыһы ла, яманы ла үҙемдеке шул. Һәр әсә балаһына изгелек теләй, яңылышлыҡтарын ғәфү итә. Миңә улдарымдың икеһе лә яҡын. Ҡоҙағыйға ла ике ҡыҙы берҙәй ҡәҙерлелер. Ни булһа ла бәхетле булһындар”. Йоҡо баҫа башлағанда ла әсә кеше ике балаһына иман, бәхет теләп доға ҡылды...

 

Гөлдәриә ВӘЛИТОВА.

Автор:Гульнур Куватова
Читайте нас: