Бөтә яңылыҡтар
Махсус биттәр
24 Ноябрь 2021, 07:09

Таныш булығыҙ: «Юлдаш»тар: Гүзәл Зарипова

Тыуған көнөм: уҙған быуатта Башҡортостан тарихындағы иң һалҡын ҡышта, 6 февралдә, донъяға килгәнмен.

Тыуған ерем:   Белорет районының Йөйәк ауылында тыуғанмын, торған ерем – Өфө ҡалаһы.

Белемем буйынса мин: журналист. БДУ-ның башҡорт филоло­гияһы һәм журналистика факультетын тамамланым. Әхирәтем менән, әйләнгән һайын гәзиттә генә практика үтмәйек әле, тип Башҡортостан радиоһына килгән ерҙән торҙом да ҡалдым. Уҡыуҙы тамамлағас,  “Юлдаш” радиоһына эш­кә алдылар.

Эшемдә иң оҡшағаны: матур коллективта эшләүем, аралашыу, яңы кешеләр менән танышыу, тура эфир адреналины.

Хәтерҙә ҡалған ваҡиға, герой:  Ҡырмыҫҡалы районының Бишауыл-Уңғар ауылынан ғәжәйеп яҙмышлы, көслө рухлы замандашыбыҙ Гөлфая Сәғәҙиеваны ауыр мәлдә иҫкә алам. Яратҡан эшендә аварияға осраған ҡатынға табиптар “бер ҡасан да аяҡҡа баҫмаҫ” тигән хөкөм сығара. “Бәлки, ҡултыҡ таяҡтарына таянып йөрөй алырһың”, – тип өмөтләндерергә ты­рыш­ҡандарға ҡарап, сәмсел ҡатын: “Йөрөйәсәкмен, мотлаҡ йөрөйәсәк­мен, әммә ҡултыҡ таяҡтарын ҡулыма ла алмаясаҡмын”, – тип үҙенә һүҙ бирә. Һәм әйткәнен үтәй. Бөгөн ул аяғында ныҡлы баҫып тора, матур итеп донъя көтә. Төрлө курс тамамлап, үҙенә кәрәкле һөнәрҙе үҙләштерә. Үҙе кеүек хәлгә тарығандар менән аралаша, уларҙа йәшәүгә көс, дәрт уятырға тырыша. Һаулыҡ буйынса мөмкинлеге сикле булһа ла, йәшәүгә булған ынтылышы сикһеҙ уның. Тап ошоноң менән күптәргә өлгө булып тора.

Рәхмәтлемен: йәшәлгән һәр бер көнөмә һәм яҙмыш осраштырған һәр кешегә рәхмәтлемен.  

Эшкә бәйле ҡурҡыныс төш: эшкә һуңлап ҡалыу йәки саҡырылған ҡунағыңдың, килә алмайым, тип шылтыратыуы.

Иң иҫтә ҡалған тыңлаусы: тапшырыуҙарҙы тыңлап, рәхмәт әйтеп, элегерәк хаттар, хәҙер иһә социаль селтәрҙә яҙған тыңлаусылар күп. Шулай ҙа маҡтау һәм һоҡланыу һүҙҙәренә күнегә алманым, һәр ваҡыт уңайһыҙлыҡ кисерәм. Ә бына Сибайҙан мәғариф ветераны Вәсилә апай кеүек тыңлаусылар менән аралашыу оҡшай. Осондормай ғына әйтә белгән, эфирыңдың уңышлы мәлдәрен генә түгел, хаталарын да билдәләгән, кәңәш биргән, ҡыҙыҡлы темалар менән ярҙам иткән хөрмәтле тыңлаусыларҙың береһе ул. Ҡайһы берҙә: “Гүзәл, эфирға шылтыратырға ҡыймайыраҡ торалар, ахыры, ҡана,  һөйләшеүҙе башлап ебәрәйек”, – тигән мәлдәре өсөн дә, студияға саҡырылған ҡунаҡтарға үҙенсәлекле һорауҙар биргәне өсөн дә рәхмәтлемен.

Яратҡан йырым: мәленә, кәйефкә ҡарап үҙгәреп тора. Өй йыйыштырып йөрөйөм, “Бәйләнештә” һаҡлап ҡуйған йырҙар бер-бер артлы уйнай. Күрше ҡыҙ һуңынан: “Ныу, апай, винегрет”, – тип көлә. М. Магомаев, М. Ҡаҙаҡбаев, М. Фадеев һәм Наргиз, М. Хисмә­тул­лин (Салауат арияһы), Малума, З. Иҫән­сурин, Ҡайрат Нуртас, “Би–2”, Р. Йәнбәков, Шакира, Бурай, “Bel Suono”, Г. Лепс... “Винегрет” ингредиенттары алышынып тора. 

Китабым: Д. Бүләков, Н. Мусин, Я.Хамматов, Г.Ғиззәтуллина әҫәрҙәрен йыл һайын ҡабатлап уҡып сығам. Һуңғы йылдарҙа хәҙерге сит ил прозаһы  оҡшай башланы. Үҙем өсөн швед яҙыусыһы Фредерик Бакманды  астым.

Эштән арып киткән саҡта: тауға ҡасам.

Ғорурланған һуңғы ҡаҙанышым: өлкән улым менән бәхәсләшеп кенә, төрөк телен өйрәнә башлағайным. Хәҙер апаруҡ һупалайым. Сәйәхәт ваҡытында иркен аралаша алыу шул тиклем рәхәт икән.

Автор:AdminQ Admin
Читайте нас: