Бөтә яңылыҡтар
Махсус биттәр
23 Ноябрь 2021, 07:02

Таныш булығыҙ: «Юлдаш»тар: Ленария Ямалетдинова

Тыуған көнөм: сатлама һыуыҡ ҡыш көнөндә, уҡсы йондоҙлоғонда яҡты донъяға килгәнмен.

Тыуған ерем: Башҡортостандың төньяҡ-көнсығышында урынлашҡан иң матур төбәктәрҙең береһе булған Ҡыйғы районының Йосоп ауылы.

Белемем буйынса мин:  филолог.

Радиола нисек эш башланым: көтмәгәндә-уйламағанда булды был хәл. Башҡорт дәүләт университетында уҡыған мәлдә курсташым радиола практика үтә ине. Ул минән йәштәр тураһында интервью алды. Радиола эшләп йөрөгән апайҙар тауышымды ишетеп, конкурсҡа саҡырҙы. Хеҙмәт юлым 1995 йылдың май айында башланып китте.

Эшемдә иң оҡшағаны: эшем оҡшамаһа, хөрмәт иткән коллективым булмаһа,  күптән хеҙмәт урынымды алыштырыр инем.

Бер мәл эфирҙа: тәүге эш башлаған йылым. Тура эфир, көн торошо уҡып ултыра инем, студияла ут һүнде. Туҡтап ҡалырға ярамай, көн торошон нисек иҫләйем, шулай уҡып сыҡтым.

Хәтерҙә ҡалған ваҡиға, герой: Башҡортостан радиоһының икенсе информацион-музыкаль каналында эш­ләгән мәлдә "Аҡһа­ҡал" рубрикаһын алып бара инем. Сығары­лыш­тың даими ҡу­нағы – Мө­хәммәт ағай Нурмө­хә­мәтов. Бай тормош тәжри­бәһе булған аҡһа­ҡалдың кәңәштәрен бөгөн дә тоторға тырышам.

Рәхмәтлемен: иң тәүҙә ата-әсәйемә, мине эшкә өйрәткән остазым Наилә апай Ғәләүетдиноваға, хеҙмәт­тәш­тәремә.

Эшкә бәйле ҡурҡыныс төш: тәүге йәйге отпускыла күргән төш. Эфирға йоҡлап ҡалғанмын икән, тим, һуңлап килеп студияға ингәйнем, микрофон тоҡанмай.

Иң иҫтә ҡалған тыңлаусы: улар байтаҡ, әммә Әхмәҙулла исемле тыйнаҡ тыңлаусымдың миңә арнап ижад иткән шиғыры һаман паспорт араһында йөрөй.

Яратҡан йырым: Сөләймән Абдуллин башҡарыуында башҡорт халыҡ йыры "Томан".

Китабым: Мостай Кәрим, Рәми Ғарипов әҫәрҙәре.

Фильм: кешенең ихтыяр көсө тураһындағы  кинолар.

Эштән арып киткән саҡтарҙа: "Өфө-Арена"ға боҙ һарайына барып рәхәтләнеп ял итеп ҡайтам, әлбиттә, ғаиләм менән.

Ғорурланған һуңғы ҡаҙанышым: һуңғы ҡаҙаныштарым алдалыр, тигән өмөттәмен.

Автор:AdminQ Admin
Читайте нас: