+1 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Махсус биттәр
21 Ноябрь , 21:11

Йондоҙнамә (22-28 ноябрь)

Йондоҙҙар юл күрһәтә, әммә яҙмышың үҙ ҡулыңда тип киҫәтә...

Ылаҡ (22.12 – 20.01)

Ҡайһы бер мәсьәләгә ҡарашығыҙ үҙгәрер, элек күрмәгәнгә күҙегеҙ асылыр, бәлки. Был арала ышаныслы кешенән ниндәйҙер файҙалы хәбәр ишетеүегеҙ ҙә ихтимал. Янығыҙҙағыларға ла һәр саҡ иғтибар итегеҙ. Күптәр һеҙҙең ярҙамығыҙға мохтаж һымаҡ.

һыуғояр (21.01 – 19.02)

Һәйбәт аҙна. Шишәмбелә яҡшы яңылыҡтар ишетеүегеҙ бар. Улар үҙегеҙгә йәки яҡындарығыҙға ҡағылыр. Кесе йомалағы ваҡиғалар күңелегеҙҙе күтәрер, үҙ көсөгөҙгә ышанысығыҙҙы арттырыр. Яңы һәләтегеҙ ҙә асылыр, бик тиҙҙән уның кәрәге тейер.

Балыҡ (20.02 – 20.03)

Башланған эштәрегеҙҙе тейешенсә дауам итеү өсөн байтаҡ тырышырға тура килер. Шишәмбелә уйламаған хәлдәр ҙә килеп сығыр. Башығыҙҙы бутаусылар ҙа юҡ түгел. Матди ҡыйынлыҡтар өҫтәмә ҡыйынлыҡтар килтереүе мөмкин. Иң ышаныслы кешеләрҙән дә бурысҡа аҡса алмауығыҙ хәйерле.

Ҡуҙы (21.03 – 20.04)

Был арала ярҙам һорап мөрәжәғәт итеүселәр күбәйер. Уларға ла булышлыҡ итерһегеҙ, үҙ эштәрегеҙ ҙә артта ҡалмаҫ. Шулай ҙа ҡайсаҡ арыуығыҙҙы һиҙерһегеҙ. Батырға ла бер аҙ ял кәрәк булыр, моғайын. Йондоҙҙар ҙа шаршамбынан һуң әүҙемлегегеҙҙе кәметергә ҡуша.

Буға (21.04 – 21.05)

Төрлө сәбәп арҡаһында әүҙем эш итеү өсөн мөмкинлектәрегеҙ күп булмаҫ. Етди эштәрҙе башларға кәңәш ителмәй. Башлағандарын арыу ғына дауам итә алһағыҙ ҙа һәйбәт булыр ине. Аралашыуҙа түҙемлерәк булығыҙ. Был бигерәк тә шаршамбыға ҡағыла.Игеҙәктәр (22.05 – 21.06)Аҙнаның тәүге яртыһы иҫ китерлек уңышлы көтөлә. Яңыса эш итеүегеҙ һис тә уйламаған һөҙөмтәләргә килтерер. Яуаплылыҡтан ҡурҡмауығыҙ бигерәк тә маҡтауға лайыҡ. Башығыҙҙа өмөтлө фекерҙәр ҙә тыуыр. Уларҙы тиҙҙән тормошҡа ашыра башларға мөмкинлек сығыр.

Ҡыҫала (22.06 – 23.07)

Һәйбәт осор. Элек килеп тыуған мәсьәләне хәл итә алырһығыҙ. Бер юлы эштәрегеҙҙә тәртип урынлаштырырһығыҙ. Һеҙгә ыңғай ҡарашта булған кешеләргә лә ярҙам күрһәтеү форсаты тейер. Бәғзеләр элек башҡарылған эш өсөн аҡса алыр. Кемгәлер аҡсалата булмаған сауап насип итер. 

Арыҫлан (24.07 – 23.08)

Тырышлыҡ күрһәтһәгеҙ, тормошоғоҙҙо яҡшыға үҙгәртерһегеҙ. Кемдер ниндәйҙер электән эсен бошороп торған нәмәнән ҡотолор. Был арала абруйығыҙ күҙгә күренеп артыр. Элек һеҙгә иғтибар бирмәгән кешеләр ҙә үҙ ҡарашын ыңғай яҡҡа үҙгәртер.

Ҡыҙ (24.08 – 23.09)Ҡайһы бер ваҡиға бер аҙ борсолорға мәжбүр итер. Шулай ҙа, дөйөм алғанда, күпселек хәл ыңғай булыр. Кәрәкле һәм файҙалы эшкә тотонорһоғоҙ. Хатта эсегеҙҙе бошороп торған нәмәләр ҙә онотолор. Һис тә уйламаған кешеләр теләктәшлек белдерер.

Үлсәү (24.09 – 23.10)

Шишәмбелә ниндәйҙер ыңғай үҙгәрештәр булыуы ихтимал. Ҡатмарлы саҡтарҙа эске тауышығыҙ дөрөҫ юл күрһәтер. Кеше кәңәш­тәренә ҡарағанда, уға күберәк ышанығыҙ. Был арала етди ҡағыҙҙар менән бәйле эште тулыһынса тамамларһығыҙ.

Саян (24.10 – 22.11) 

Аҙна бер аҙ ауырыраҡ килергә оҡшай. Үҙгәреүсән кәйефегеҙ, юҡҡа эсегеҙ бошоуы кире йоғонто яһар. Шишәмбегә тәғәйенләнгән эштәрегеҙҙең килеп сыҡмауы ла мөмкин. Был кире ваҡиғалар оҙаҡҡа бармаҫ, бер аҙ түҙергә кәрәк булыр. Кесе йомалағы яңылыҡтар мотлаҡ күңелегеҙҙе күтәрер.

Уҡсы (23.11 – 21.12)

Юҡ-барға иғтибар бирмәүегеҙ эштәрегеҙгә һәр саҡ булышлыҡ итер. Был арала бер ниндәй ҙә көтөлмәгән хәл булмаясаҡ. Шишәмбелә ниндәйҙер уңышҡа ла өлгәшерһегеҙ кеүек. Быны башҡалар ҙа асыҡ күрер. Кесе йомала күптән көткән яҡшы хәбәр килер.

Автор:AdminQ Admin