Бөтә яңылыҡтар
Махсус биттәр
18 Ноябрь 2021, 11:40

Ҡартлыҡ һәр кемебеҙгә килер

Былтыр Ишбулды ауылында ҡарттар йортонда булған трагедия мине бик тетрәтте. Элекке йыл мин унда юридик эш буйынса инеп сыҡҡайным.

Ул әбей-бабайҙар әле булһа күҙ алдында тора.  Уларға тейешле йәшәү шарттары бар ине. Мин ирекһеҙҙән: “Бындай ҡарттар йортон асҡан кешене күрергә ине”, – тип  хужабикәһе тураһында бик тәүәккәл, кеше күңелле кешелер, тип уйланым. Сөнки был изге эштең ниндәй яуаплылыҡ талап иткәнен, ниндәй  ауырлыҡтарға дусар иткәнен бик яҡшы беләм. Миңә арҙаҡлы табибыбыҙ Ишмырҙа Һиҙиәтов менән дүрт ай ул асҡан хосписта эшләргә тура килде. Шундай һәйбәт кеше менән эшләүе, хоспис тормошо йөрәгемдә тәрән эҙ ҡалдырҙы.

Бер ваҡыт (ун биш – егерме йыл элек) төшөнкөлөккә бирелеп, эскегә һалыштым. Сөнки шәхси тормошта ла, эшемдә лә ҡәнәғәтлек тапманым. “Дуҫтар бәлә килгәндә һынала” тигән әйтем бар. Табип Марсель ағай Мирхәйҙәров менән беҙ дуҫтар инек. Ул: “Ниндәй талантыңды юғалтаһың, ташла шул эсеүеңде!” – тип әрләй торғас, бер көндө “Тиҙ ярҙам” машинаһына ултыртып, хосписҡа алып китте.

Шунда Ишмырҙа ағайҙы тәү тапҡыр күрҙем. Улар алдан һөйләшкән инде. Хоспис хужаһы мине алып ҡалды, икенсе ҡаттан бер бүлмә бирҙе. “Әйҙә, ҡустым, ял итеп ал да, бында эш етерлек... Иҫкәртеп ҡуям: эскән, тартҡан кешене яратмайым”, – тине. Кисен мине палаталар буйлап алып йөрөнө. Шунда ул: “Бына, ҡустым, ҡара, ниндәй хәлгә ҡала һаулыҡтары булмаған мәхлүктәр... Бер кемгә лә кәрәкмәйҙәр..." – тип әйтте. 

Мин инде хоспистан сыҡмайым, сөнки яҡын ауылдарҙа барыр кешем юҡ. Көнө-төнө ҡыҙҙарға ярҙам итәм. Ятҡандарҙың аҫтарын алмаштырғанда күтәреп торорға кәрәк, ҡайһыларын ҡалаҡ менән аша­таһың... Бер аҙна үткәс, Ишмырҙа ағай күрше мәктәптән башҡортса яҙған машинка алдыртты. “Тырыш, ипле кешегә оҡшайһың... Ҡыҙҙар һине маҡтай, маладис! Әгәр теләгең булһа, ҡал, медбратҡа уҡытып алырмын. Әлегә дауалау массажына өйрәнә тор”, – тине.

Иң башта хәстәхананың үҙенсәлекле еҫенә өйрәнә алмай ыҙаланым. Ваҡыт бик тиҙ үтә, хатта етмәй торғайны. Бында ауылдашым, яҡын ғына ҡоҙам Алтынбай Дауытов та ята ине. Уның хәлен Хоҙайым дошманыңа күрһәтмәһен... Умрау һөйә­ге йәрәхәтләнгән, ҡыбырлай алмай, тик һөйләшә генә. Ҡатыны Әлфиәгә бын­дағылар һоҡлана торғайны. Иренең янына гел килеп йөрөнө ул. Кистәрен буш ваҡытымда уның менән һөйләшеп ултырыр  булдым. Үпкәһе бөтөп йөрөгән ҡо­ҙамдың... Минең көндәлек бурысым – иртәле-кисле махсус ҡорамал һәм шыйыҡса менән уның үпкәһен “таҙартыу”. Түшендәге дренажға (тишеккә) көпшә тығаһың да аппаратты ҡабыҙаһың. Өс литрлыҡ ике һауыт: береһендә таҙа фурацилин үпкә аша үтеп, икенсеһенә бушатыла. Шунан ауырыуға тын алыуы еңеләйә. Ҡоҙамдың түҙемлегенә хатта профессор үҙе аптырай торғайны... “Үәт бит ниндәй йөрәк! Арҡаһында ҡабырға һөйәктәре күренеп тора, үпкәләренең яртыһы юҡ. Ә йөрәк теүәл, үҙенекен үтәп, ҡанды ҡыуалай ҙа ҡыуалай. Үҙе лә ныҡ, бәлә һалып ҡысҡырып ятмай ауыл­дашың”.  Һуңға табан ике тапҡыр үпкә таҙартыу аҙ була башланы, һорағас, күпме теләй –  процедураны шул саҡлы эшләй торғайным.  Үҙе күрмәһен өсөн икенсе һауытты гәзит менән ҡаплап ҡуйыр инем, сөнки аҙаҡҡа табан шыйыҡса менән үпкәнең киҫәктәре сыға башланы.

Бер ваҡыт төндә ҡоҙам янына са­ҡыртмай башланы. Палатаһына инһәм, илап ята, үҙе ниҙер әйтергә теләп ауыҙын аса ла яба. Ипләберәк ҡараһам, түшендәге тишек асыҡ. унда тампон "бөкө" тығылып ҡуйыла ине. Ул булмағас, тауыш сыҡмай. мин ҡыҙыулыҡ менән постағыларҙы “инәләнем”, таң атҡансы мыршылдашып илашып ултырҙылар. Иртәнсәк Һи­ҙиәтовҡа ошаҡлашып торманым инде. Киреһенсә, шәфҡәт туташтарын “ҡы­уандырып”, һүгенеп әрләгәнем өсөн ғәфү үтендем. Ә ауылдашыма төндә кәрәк саҡта торбаға һуғып саҡыртыу өсөн тимер киҫәге бирҙем.

Хоспис тормошона тиҙ өйрәндем. Бында ятҡандарҙың күпселеге ҡарт-ҡоро... Ишмырҙа ағай үҙе аҙ һүҙле, талапсан кеше булып сыҡты. Шәфҡәт туташтарына, санитаркаларға көнөнә бер нисә тапҡыр “еүеш уборка” , уның араһында ярауын тота алмағандарҙың аҫтарын алмаштырыу... Аҙнаһына ике көн ҡатындар һәм ирҙәр өсөн мунса  яғыла торғайны. Уныһының эсе иркен, ләүкәһе киң һәм тәпәш, бик уңайлы. Ҡыҫҡаһы, ҡыҙҙар ауырыуҙарҙы бәләкәй баланы тәрбиәләгән кеүек, йыуындырып, йылы, таҙа түшәккә алып барып һала торғайны. Унда ауылдашым, Ҡужан килене Дилә, ҡатын-ҡыҙҙар араһында иң ҡеүәтлеһе булараҡ, ауыр кәүҙәлеләрҙе носилка менән мунсаға икәүләшеп ташыныҡ. Шундай хәстәрлек, яҡшы дауа әҙ ине бында көн итеүселәргә. Йөрөй алғандары тәҙрә янынан йыш китмәне, яҡындарын, балаларын һағыналар ине.

Ҡайһы ваҡыттарҙа, шәмбе еттеме, хосписта ғәрәсәт ҡуба. Ауырыуҙарға туған­дары килә, төргәк-төргәк тәмлекәстәр менән  өҫтәлдәр тула. “Ах” та “ух” китә, ата-әсәйҙәр ярты, бер сәғәткә генә һөйкөмлө, бәхетле булып ҡала. Шунан әле генә бала-саға тауыштары яңғырап торған палатала тынлыҡ урынлаша. Ҡайһылары стенаға боролоп ятып, сеңләп илай, икенселәре күп ашауҙан ашҡаҙандан сыҙамай, ыңғырашып интегә башлай. Ләкин һәр кемдә бер уйҙыр инде: “Был юлы ла алып ҡайтманылар. Бәлки, икенсеһендә алып ҡайтырҙар...” Ҡыҙҙар төн уртаһына тиклем ятҡандарҙың аҫтарын алмаштырып хәлдән тая. Дүрт ай булдым хосписта, тик ике генә кешенең балалары: “Бында ятып үлгәнен  телә­мәйбеҙ, өйгә алып ҡайтабыҙ”, – тип,  Ишмырҙа ағайҙан һорап алып ҡайтты.

...Элек редакцияла эшләгәс, таныштарым күп. “Беҙҙекен Һиҙиәтов ҡайтармаһа ярар ине. Һин һөйләш әле, буш итмәҫбеҙ, өйҙә барыбер хут юҡ...” – тип әйткәндәре күп булды.

Төрлө хәлдең шаһиты булдым. Шуға Ишмырҙа ағайға: “Бында ике томлыҡ “Тымыҡ Дон” китабынан күберәк тә яҙырға була”, – тип әйтеп тә һалғайным.

Бер ваҡыт урта йәштәрҙәге бик матур ғына ҡатынды алып килеп һалдылар. Аяҡтан яҙған, бахырың. Ишмырҙа ағай шуны ике айҙа аяҡҡа баҫтырҙы. Теге ҡатын тешләнә-тешләнә стенаға таянып, коридорға сыға башланы. Тик шуныһы: ире икенсе ҡатынға инеп йәшәп ятҡан булған. Быныһы аяҡҡа баҫҡанын ишетеп, көн һайын тиерлек янында алып йөрөп, етәкләп ҡайтып  китте. Ул ҡатын әле лә иҫән-һау, тик атлағанда әҙерәк һылтыҡлай.

Яңы ғына етмеште үткән бер бабай булды. Был кәүҙәгә айыу кеүек тос, бейек буйлы ағайҙы шундуҡ таныным. Сов­хоз­дыҡы, алдынғы механизатор, ваҡы­тында уның фотоһы райондың Почет таҡта­һынан төшмәне. Орден, миҙалдары бар. Ул тороп ултыра, аппетиты ла һәйбәт, һүҙгә оҫта, палатағыларҙың күңелен асыусы. Тик аяҡҡа баҫып йөрөй алмай. Әбейе, бәлки, үҙе ҡарағандыр инде, уныһы үлгәс, өс улы бында алып килеп тыҡҡан. Шул арала иң бәләкәйҙәре өйөн дә һатып ебәргән. Меҫкен ветеран: “Өс улыма ла бынамын тигән өй һалып бирҙем, орденоносец булғас, льготаларым күп булды”, – тип маҡтанған булды.

Былай һүҙ юҡ, өс улы ла ҡатындары һәм балалары менән аталарына килеп торҙо. Бер килгәндәрендә Һиҙиәтов Өфөлә ине, оҙатырға сыҡтым һәм юрый ғына: “Киләһе аҙнала бабайҙы ҡайтарырҙар, ахырыһы”, – тиеп ысҡындырҙым. Теге­ләрем мине лә онотто, ҡапҡанан сыҡҡас, машиналарына ултырмай оҙаҡ талаштылар, һүгенешеп тә алдылар. Ҡыҫҡаһы, аталарын береһе лә үҙенә алғыһы килмәй ине шикелле. Шунан минең артымдан берәүһе инеп: “Ағай, профессор менән һөйләшеп ҡарарға ине, пусть бабай ошонда ҡалһын. Өйҙә һаһытып, еҫен сығарттырып һалып ҡуйып булмай бит... Моғайын, аңлар әле...” – тип һүҙ башлағайны, мин бүлдерҙем. “Борсолмағыҙ юҡҡа, мин юрый ғына әйткәйнем. Сөнки “атай” ҙа “атай” тип бик үлеп тораһығыҙ”, – тинем, тегенем мине һуғып осорорҙай итеп ҡарап торҙо ла: “И һиңә делать нечего что ли?” – тип әйләнеп сығып китте. Тыштағыларҙан “һөйөнсө” һорарға ашыҡты, күрәһең...

Һәр ауырыу кеше Хоҙайҙан һаулыҡ һорап табыналыр, тип уйлай инем. Юҡ, үлем дә һорайҙар икән. Бер бәләкәс кенә кәүҙәле, һөйкөмлө генә әбей  булды. Ул хәтлем ҡарт та түгел, йәше 50 менән 60 араһы. Ҡыҙҙар һөйләгәненә  ышан­мағайным, үҙ ҡолаҡтарым менән хоҙайҙан үлем һорап уҡынып ятҡанын ишеттем. Иҫләүемсә, уға берәү ҙә килмәй ине. 

Йәшермәйем, Ишмырҙа ағай үҙенең хәстәханаһында үлгәндәрен яратманы. Ҡайһы саҡта “обход”та мине үҙе менән алып йөрөтә торғайны. Уҡымышлы, ҙур тәжрибәле табип ауырыуҙың көндәре һанаулы ҡалғанын яҡшы  белә ине. Миңә лә уның билдәләрен өйрәтте һәм сер итеп һаҡларға ҡушты. (Бер ваҡыт Байым ауылында ҡунаҡта булғанда, бер иргә: “Ҡатының ауырыймы әллә, дауаханаға алып бар... Юғиһә, тиҙҙән яңғыҙ ҡалаң”, – тип әйтеп һалдым. Аҙаҡ үкендем – аҙна-ун көн  үткәс, уныһы вафат булып ҡалған. Һуңынан, ҡайҙан белдең, тип теңкәмә тейҙеләр). Әжәлдәре яҡынлағандарҙы Ишмырҙа ағай туғандарына хәбәр итеп: “Ул һеҙҙе бик һағына, берәй аҙна-ун көн алып ҡайтып тороғоҙ, унан кире алып килерһегеҙ”, – тип килеп алырға күндерә ине.  Бер ваҡыт ағай: “Иртәгә һиңә бәләкәй командировка... Һалдатты ауылына алып барырға кәрәк. Үәт бит эскелек. Чечнянан, ут эсенән тере ҡайтып, тыныс тормошта тәләфләнеп ят әле”, – мине. исемен яҙып тормайым, ул егет армиянан ҡайтҡандың икенсе көнөндә үк мотоцикл менән аунап, ултырыу һөйәген ҡаты йәрәхәтләгән, йөрөй алмай. Өҫтәүенә, эсендәге ағзалары ла  зыян күргән.

Йоҡо алдынан уның янында оҙаҡ һөйләшеп ултырҙым. “Һалдат” һис ҡайғыра белмәгән, һүҙгә әүәҫ егет булып сыҡты. Ата-әсәләренең берҙән-бер улы икән. “Улар һине һағынған, шуға иртәгә ауылыңа алып барып ҡалдырырбыҙ... Берәй аҙнанан алып ҡайтырбыҙ”, – тигәйнем, кәйефе күтәрелеп китте.

Иртәгеһенә, буран баҫыла төшкәс, юлға сыҡтыҡ. Сығыр алдынан “чечен”ға  ауыртыуға ҡаршы укол яһанылар. Ауылына барып еткәнсә мәрәкәләр һөйләп  маташты, ҡыуанысынан хатта  йырлап та алды.

Алдан иҫкәртелгән булһа ла, ауылда беҙҙе көтмәйҙәр ине. Өйҙөң ишеге бикһеҙ, унда бер кем дә юҡ, мейескә ут яғылмаған. “Чечен”де индереп һалдыҡ та, мин ата-әсәһен эҙләргә сығып киттем.  Әсә кеше урамда тап булды, “Тиҙ ярҙам” машинаһын күргән дә ҡайтып килә икән. Эскәнгә оҡшай. Улын алып килгәнде әйткәс, ҡыуанып киткән булды, эләгә-ҡолай өйөнә йүгерҙе. Иренең ҡайҙа эсеп ултырғанын  табып, уны етәкләп алып сыҡтым. Әйҙәләһәм, ул миңә: “Паш-шел...! Әйткәнде тыңламай, сығып киткәйне, ниндәй мотоциклды онтаны! Ниңә алып килдегеҙ, кире алып китегеҙ!” – тип аҡырына башлағайны, түҙмәнем, бейек тупһанан осора һуҡтым. Шунан ғына ул алдан төштө. 

Теге “һалдат” менән хушлашырға инмәнем, илап ебәрермен, тип ҡурҡтым. Ишекте асып шоферымды саҡырҙым да, ҡайтырға  сыҡтым. Күп тә үтмәне егеттең үлгәне ишетелде. Ул саҡта көслө бурандар ине. Ата-әсәһе ҡарамай асыҡтырып, туңдырып үлтергән, тигән хәбәр хосписҡа килеп етте. Быны ишеткән Ишмырҙа ағай: “Бүренең ауыҙы ашаһа ла, ашамаһа ла ҡан, инде. Ул егеттең былай ҙа ғүмере бөткәйне. Эскеселәр булғас, ата-әсәһе ғәйепле инде!”, – тине.

Үҙемә килгәндә, хосписта буш ваҡытымда байтаҡ хикәйә яҙҙым. Ниңә яҙмаҫҡа ни: ашау Хоҙайҙан, бер үҙемә бер бүлмә, бер кем ҡамасауламай. Әлбиттә, хоспис менән Ишбулдылағы ҡарттар йортон сағыштырып булмай. Тәүгеһендә тәүгеһендә көслө персонал, дауаланыу ҡорамалдары, яртыһы – ауырыу менән түшәктә ятҡан ҡарттар, ә икенсеһендә лә ҡарт-ҡоро, тик улар үҙ аяҡтарында йөрөүселәр.

Мәрхүм Ишмырҙа ағайға ла хосписты асып эште яйға һалып ебәреүе еңел булманы. Ниндәй дәрәжәле, абруйлы кеше булһа ла төрлө инстанция, министрлыҡ тупһаһын әҙ тапаманы. Уға берәү ҙә: “Мә, Ишмырҙа!” – тип батмус менән хосписты алып килеп ҡулына тоттормаған. Күпме ыҙаланы, аҙна һайын йә Асҡарға, йә Өфөгә юллана торғайны. Ауырыуға һалышып, ваҡытһыҙ үлеп китеүенә  шул да сәбәпсе булғандыр. Һиҙгән кеүек үҙенә алмашсы эҙләне ул, Фәриҙәнең мединститутты уҡып бөткәнен түҙемһеҙлек менән көттө. Иншалла, ул Иштимер ағайҙың эшен уңышлы дауам итә.

Йөрәкте иң әрнеткәне – элек урам йәме булған әбей-бабайҙар юҡ хәҙер. Улар бейек бикле ҡапҡалар артында. Совет мәлендәге “бәхетле ҡартлыҡ” тигән һүҙ миф кенә булып ҡалды. Беҙҙең бала саҡта ике-өс балалы ғаиләләр бик һирәк булды. Ишҡолда аҫҡы урамда 26 өйҙә 180-дән ашыу бала-саға үҫтек. Ата-әсәйҙең күпселеге иртәнән ҡара кискә тиклем колхоз эшендә бил бөктө. Беҙ, балалары, бер-беребеҙҙе ҡарап үҫтек. Балалар баҡсаһы булманы. Әсәйҙәр бәпәйләй ҙә күптә үтмәй эшкә сығып китә ине. Ә хәҙер бала тапҡан өсөн аҡса, оҙайлы ял бирелә. Бер-икәүҙе генә табалар ҙа, йәшәү ҡыйынлығына һылтанып, ғаиләне арттырырға уйламайҙар. Тапҡан баланы алтын бөртөгө  шикелле ус төбөндә генә алып йөрөйҙәр. Уға алты ҡараусы: ата-әсәнән башҡа, ике яҡтан олатай-өләсәйҙәре. Һөҙөмтәлә бала эгоист, үҙаллы тормошҡа яраҡһыҙ булып үҫә.

Хәҙер күпселек пенсионер хаҡлы ялы (ҡатыраҡ сағыштырыу әлбиттә) каторгаға әйләнә. Үҙҙәренең балаларын аяҡҡа баҫтырыу етмәгән, уларҙыҡын да көтөргә кәрәк. Хәҙер күпселеге етмешкә лә етмәй үлә. Элек туҡһанды аша атлаған күп була торғайны. Бының сәбәбе – ололарға ихтирам ҙур булды.

Аңлайышһыҙ заман китте. Мин, аллаға шөкөр, кешеләр араһында ҡайнайым., эшем шулай. Шуныһы эсте бошора, кеше ғәйбәтсегә әйләнеп бара. Ҡайҙа ғына булһаң да, кемдер менән генә һөйәләшһәң дә яҡшы хәбәр ишетмәйһең. “Шул кешелә короновирус тапҡандар”, “Фәләнсә кеше үлгән” һ.б. Был ауырыу менән ауырығандарҙы, үлгәндәрҙе һанайбыҙ. Ишбулды ауылындағы трагедиянан һуң пандемия әҙерәк онотолоп ҡалды. Хәҙер кемдәрҙер, ҡарттар йортоноң хужабикәһен йәлләй, ә кемдәрҙер ғүмерлеккә төрмәгә бикләргә,  тип яу һала. “Үҙен утҡа ташларға ине”, – тип тә ҡуялар.

Мин әҙме-күпме хосписта эшләгәс, Рәсимә Мәхийәнованы изге кеше тип һанайым. Кемдәргәлер кәрәкмәгән ауырыу ҡарт-ҡороно  үҙ ҡанаты аҫтына алған. Был үҙенә күрә батырлыҡ бит. “Аҡса эшләп байығырға ла уйлаған”, – тиеүселәр күп. Эй, хоҙайым, ундағыларҙың пенсияһы шул 6–7 мең һумдан артмай инде. Яҡшы пенсия булһа, уларҙы бында тапшырмаҫтар ине. Тупаҫ ҡына иҫәпләп ҡарайыҡ әле. Әйтәйек: 10 пенсионер х 7000 һум = 70000 (дөйөм пенсия) =көнөнә 200 һум  х 30 көн = 3000 (был һәр пенсионергә киткән сығым)

- 7 кешегә айына 21000 килеп сыға

- унан электр энергия уты, газ өсөн түләүҙәр 5 мең  һумбулһын, ти

- персоналға эш хаҡы: әйтәйек, өс кеше унар меңдән 30000 һум. Бөтәһе: (21000+5000+30000) 56 мең һум килеп сыға. 14 мең һум ҡала. Яңылышмаһам, пенсияның 30 проценты пенсионерҙарҙың үҙҙәрендә ҡала. Быларҙан башҡа ремонт, төрлө кәрәк-яраҡ һатып алыу кеүек сығымдар ҙа бар бит әле. ябай коммерсант урамда тороп, аҙнаһына 10–15 мең һум эшләй.

Минеңсә, бик ауыр эшкә тотонған Рәсимә маҡтауға лайыҡ. Әлбиттә, уға бағыусылар ҙа  ярҙам итә, тик бит улары ла осраҡлы рәүештә. Телевизорҙа, интернеттарҙа йыш күрәбеҙ, операция өсөн йөҙәр меңләп, ҡайһы саҡта миллионлап һум  аҡса һорайҙар, балаларының фотоларын күрһәтәләр. СМС хәбәр аша аҡса  ебәрәбеҙ, улар өсөн ҡайғырабыҙ. Ярҙам итһәк, ғорурланған булабыҙ. Инде алтмышты үткәнмен, бер ваҡытта ла: “Шул ҡартҡа матди ярҙам кәрәк”, - тип мөрәжәғәт иткәндәрен күргәнем дә, ишеткәнем дә юҡ.

Ишбулдылағы фажиғәгә трагедияһына ҡайтайыҡ. Янғында янып үлеүселәрҙең туғандарына 100-әр мең һум аҡса бүлгәндәр, тип ишеттем. Аңлауымса: яҡындарын сүплекә ташлаған кеүек ҡарттар йортона биргәндәре һәм улары фажиғәле рәүештә үлгән өсөн рәхмәт йөҙөнән бирелгән булып сыға инде. Ауыл ерендә яҡшы итеп ерләү өсөн биш мең һум да менән етә. Минеңсә шул аҡсаны ҡайтанан ҡарттар йорто төҙөргә, йәки башҡа ошондай изге эшкә тотонғандарға  биргәндә яҡшыраҡ булыр ине.

Янғындан һуң йоҙроҡ болғамайҙар тигән әйтем бар. Хәҙер ғәйеплене эҙләйҙәр. Прокурорҙы эштән бушатыуҙары ярай инде, тәртибе шулай. Ә бына хөкүмәттең хәленән килмәгән эште үҙ өҫтөнә  алған ҡатын-ҡыҙҙы һаҡ аҫтында тотоу бигерәк инде. Әйтерһең дә, ул үҙе  барып йортҡа ут төрткән. Икеләнмәйем хәҙер ул бахырҡайға әллә нимәләр яҙҙырып баҫым яһайҙар инде. Әгәр инде Махиянова ҡаты язаға тарттырылһа, киләсәктә ҡарауһыҙ ҡалған ҡарттарҙы  үҙ ҡанаты аҫтына алыусылар табылырмы икән? Ә бит ундай бер кемгәлә кәрәкмәгән ҡарт-ҡоро  күбәйгәндән күбәйә.

Элек районда ҡарттар йорто тигән нәмә булманы. Һуңынан ғына “Красная Бшкирия” совхозында  асылды. Ул да аҙаҡ, кешеләр булмау сәбәпле,  ябылып ҡуйҙы, шикелле. 

Бына ауылдашым Зәйтүнә Нәсибуллина нисек һөйләй: Ишҡолда (барыһы өсөн дә яуап бирә алмайым, әммә күпселек) әсә-өләсәйҙәр  беҙ үҫкәндә ҡараулы булды “Әстәғафирулла, балаларына  оят, ҡартайған көнөндә иң яҡын кешеһен  ҡарамайҙар!” – тигән һүҙҙәрҙе ишетмәнек. Беҙҙе, мәҫәлән, ауылдың  бер осонан икенсе осона һуҡыр Ғәйниямал өләсәйҙе көн һайын етәкләп йөрөтөргә бәләкәйҙән өйрәттеләр.  Өләсәйҙе ҡараған Һәнеүәт апай  бар ғүмерен уға бағышланы. Күршебеҙҙә йәшәгән  Ҡаҙиса өләсәйҙе йөҙ йәшенән үткәнсе Маһира  еңгәй ҡараны. Күршебеҙ  Әминә апайҙың әсәһе Мәймүнә инәйҙе  лә оҙаҡ йылдар Нәфисә  апай тәрбиәләне. Байым ауылында  ла бындай  миҫалдар күп: килендәшем Гөлзифа оҙаҡ йылдар буйы әсәһе Мөкәримә ҡоҙағыйҙы һәм Абдулла ҡоҙаны бар тырышлығын, ваҡытын, һаулығын биреп, ихлас тәрбиәләп, үҙенең бурысын үтәне. Әхирәтем Йәзилә һәм уның бер туғандары оҙаҡ колхоз  бухгалтерияһында  эшләп хаҡлы ялға сыҡҡан Йәмилә апайҙы ҡәҙерләп ҡараны,  һуңғы көнөндә лә, әсә йөрәген һиҙгәндәй, йүгереп йылы аш алып барып. Ғүмеренең һуңғы  минуттарында “Йәсин” уҡырға өлгөрөп ҡалдылар”. Зәйтүнә Насибуллинаның яҙмаларын мин интернеттән күсереп алдым.

Әле лә беҙҙең ауылда ата-әсәләрен ҡарттар йортона оҙатыусылар юҡ шикелле. Әлфиә апай Дәүләтбаева нисәмә йыл инде аяҡтан яҙған бер туған Әлнисә апайын ҡараны. Һуңғы ваҡытта үҙенең һаулығы насарайып, уны ҡыҙына тапшырҙы.  Хәлил ауылында армиянан алда уҡытып йөрөгәндә инәйем (әсәйемдең бер туған апайы) Бибинисаларҙа йәшәнем. Ғаиләлә алты бала, өҫтәүенә Мәрхәбә исемле тома һуҡыр ҡәйнәһе... Урындыҡта һәр ваҡыт түрҙә ултырҙы. Ул доғаларын уҡып, фатихаларын биреп  китте. Ул ваҡытта ҡарттар йортона ата-әсәне илтеп ҡуйыу  оят һаналды. Мәрхәбә өләсәйҙе ҡыуандырып, фатихаһын алып, армияға киттем. Солан ишегенән бәҙрәфкә тиклем  тимер сым  һуҙып ҡуйҙым. Шуға эленгән сыңғыға бәйләнгән бау менән йөрөнө.

Яңыраҡ аяттан һуң һөйәшеп ултырғанда ошо хәүефле хәл тураһында һүҙ сыҡты, әлеге лә баяғы Ишбулды ҡарттар йортондағы  фажиғә тураһында ла бәхәсләшеп алдылар. Һүҙ юҡ, төрлө яҡтан  көн һайын тиерлек ҡот осҡос хәбәрҙәр  килеп тора. Ҡартайған атаһына йәки әсәһенә ҡул күтәргән, уларҙы мәңгелеккә йәрәхәтләүселәр, өйөнән ҡыуып  сығарыусылар, хатта һәләк итеүселәр тураһында ишетәбеҙ. Хәҙер инде  ғәҙәти хәлгә ҡаралған  кеүек өйрәнеп тә бөткәнбеҙ.

Ата-әсәңде ысын күңелдән һөй, шулай тип өйрәтә динебеҙ. Айырым йәшәйһең икән, хәлдәрен белешеп тор, һорағандарын үтә, ҡунаҡҡа саҡырып әңгәмәләшеп, күңелдәренә  шифа бир. Әгәр ата-әсәйең атлап йөрөй алмаҫлыҡ хәлгә етһә лә, мәшәҡәт тыуҙырһа ла, һис бер ауырһынма, ярҙам ит.

Раббың һеҙгә үҙенән башҡа һис кемгә ғибәҙәт ҡылмаҫҡа һәм ата-әсәләрегеҙгә  изгелек күрһәтергә  бойорҙо. Әгәр һинең яныңда ата-әсәйеңдең береһе йә икеһе лә ҡартайһа, уларға: “Уф!” – тип тә, әйтмә, ҡысҡырма ла. Матур һүҙҙәр генә ишеттер. Улар алдында мәрхәмәт менән түбәнселек ҡанатын йәй һәм: “Раббым! Улар бала сағында мине тәрбиәләгән кеүек, һин дә уларға рәхмәтле бул!” – тиеп. Һәр изге ғәмәл  ҡылыусы  булһағыҙ, һеҙҙең күңелегеҙҙә нимә  барын Раббығыҙ яҡшы белә...”  – тиелгән Ҡөрьәндә (“Әл-Исра” сүрәһе, 23-25-се аяттар).

Һүҙ аҙағында шуны әйтке килә: атай-әсәйҙәребеҙҙе һаҡлайыҡ, иғтибарҙан  айырмайыҡ, уларға йылы һүҙҙәребеҙҙе йәлләмәйек. Ҡәҙерле кешеләребеҙҙең күңеле бөтөн, рухтары яҡты булһа, киләсәк донъябыҙ ҙа имен булыр, иншаллаһ!

 Мансур БАГАУВ,

  Әбйәлил районы.

Авторҙар:Айбулат ИшназаровAdminQ Admin
Читайте нас: