Бөтә яңылыҡтар
Махсус биттәр
16 Ноябрь 2021, 07:00

Таныш булығыҙ: «Юлдаш»тар: Рәсүл Cәғитов

Йөрәк аша үтә һәр һүҙем

Тыуған көнөм һәм тыуған ерем.  Марттыҡы һәм Һарттыҡымын – Бөрйәндең Иҫке Монасибы халыҡса шулай йөрөтөлә. Ҡағыҙҙа Нәби теркәлһә лә, әрмегәсә шунда йәшәнем.

Белемем. Филолог, юрист.

Радиола нисек эш башланым. Был хаҡта «Имен-аман тороғоҙ!» тигән китабымда яҙғайным, ҡабатлайым:

– Әҙәм балаһы яҙмышы уның үҙенән алда тыуа, тиҙәр, – тинем. – Быны 1991 йылда радио студияһы директоры бүлмәһенә аяҡ баҫҡас та төшөндөм. «Радио эше – минең эшем!» – һығымтам шул булды. Бәлки, бинаның радио редакциялары урынлашҡан ҡатында башты әйләндерерлек һәйбәт рухты күргән-ишеткәнмендер. Маңлайыма бик күптән күренмәҫ хәрефтәр менән «Радиохәбәрсе» тип яҙылған булғандыр.

Эшемдә иң оҡшағаны. Тура аралаша алыу. Кешегә тауыш менән өндәшеү мөмкинлеген айырыуса юғары баһалайым, тәбиғәт һәҙиәләгән бөйөк сифаттарҙың береһе был. Уның әйтеп бөткөһөҙ, төбөнә төшөп еткеһеҙ мөғжи­зә икәнлегенә һоҡланыуым сикһеҙ. Микро­фонды ҡабыҙғас та һәр тың­лаусымды яҡындан күргәнемде әйткәнем бер бөгөн генә түгел. Шулай кәрәк тә: күңел һалынмаған эш – мәңге һыҙлаған теш. Яңы мәҡәл тыуҙы инде әллә?.. 

Бер мәл эфирҙа... Радиохәбәрсе өсөн иң ауыры һыуыҡ тейгәндә тура эфирға сығыуҙыр. Тауыш үҙгәреүе – үҙе үк хөрт, ә инде йүткереү йә туҡтауһыҙ тамаҡ ҡырыу һис бармай. Һөйләй генә башлау менән тамаҡ ҡот осҡос ҡысытып алып китә, көсөргәнештән күҙеңә ҡан һауа, триллер персонажын хәтерләтәһең! Шуға ҡарамай, тейешлене, үлһәң үл, ә әйт... Хәлдән телсән ҡунаҡ ҡотҡара ала. Сираттағы һорауыңа яуап биргәнендә, сығып инергә кәрәклекте ишаралата аңғартаһың да, бесәйҙәй йомшаҡ баҫып, ишеккә йүнәләһең. Ипле асаһың, шым ябаһың. Тауыш режиссеры бүлмәһендә иреккә һыуһаған бөтә эске булмышың ҡапҡаһы шар асыла: ҡаж-ҡож, ҡаж-ҡож!.. Иң бәхетле секундтарың ошо, тип уйлайһың. Һалҡын алдырыуҙың файҙаһы ла тейеүсән – ҡыҫҡа, шуның менән бергә йөкмәткеле һөйләргә мәжбүр ҡыла.

Хәтерҙә ҡалған ваҡиға, герой. Һөнәремә бәйлеләре күҙҙә тотолһа, «Һүҙем менән сығам илемә» китабымдан өҙөк килтерәйем. Эфирға бик хөрмәтле уҙаманды саҡырғаным, кискә иҫенә төшөрөп яҙғаным, аҙаҡ шылтыратҡаным тураһында ул. Барырмын, сәғәт 6 тулғанын еткерә алмай ғына йөрөйөм, тине ағай. Бынан күңел яҡтырып китте, әңгәмә инде үткәндәй, ялтлап уҙғандай тойолдо. Донъя тотҡаһы – һүҙ шул, һүҙ.

Рәхмәтлемен. Алда әйтелгәнде ошо һорауға ла яуап рәүешендә дауам ҡылайым. Шулай, үҙ эштәрен ташлап тигәндәй, эфирҙарыбыҙға килә йөрөгән шәп замандаштарыма рәхмәтлемен. Аллаһы Тәғәләгә ошо яҡты донъя, биргән һәләттәре, ижади емештәремде халҡыма еткереү мөмкинлеге өсөн рәхмәтлемен. Әсәйем мәрхүмәгә рәхмәтлемен. Бөтәһен атап бөтөп тә булмай.

Эшкә бәйле ҡурҡыныс төш. Бындай төшкә тиң өн – эфирыңа саҡы­рылған кешенең килә алмауы. Тың­лаусы өсөн был әллә ни һәләкәт түгел­дер, ә мин быны бик ауыр кисерәм.

Иң иҫтә ҡалған тыңлаусы. Тапшырыуыма ҡолаҡ һалған һәр кем хәте­ремдә. Урамда текәлеберәк ҡарағандар­ҙы ла шәп тыңлаусыларым, тип уйлайым.

Яратҡан йырым. «Уралым!» Еңелсә варианттарының береһен  көйләп тә, һөйләп тә йөрөйөм. Гармун тотҡанда ла бармаҡтар тәүҙә уны баҫыусан. Салауат Юлаев бөгөн яҙғандай тойолған күгәреп ятҡан Уралыма баҡҡанда нисә-нисәмә урғылды икән ул йөрәгемдән...

Яратҡан китаптарым. Үҙем­декеләр). Ошолай шаяртһам да һәр береһен (Аллаға шөкөр, ун бишкә етеп киләләр) йөрәгем менән яҙҙым, һәммә хәрефе, бар тыныш билдәһе уның аша үтте. Ә дөйөм алғанда, һәйбәт телле булғандары бик оҡшай. Халҡым теле нисек бар, шулай ҡулланылған әҫәрҙәр яҡын. Лексика ғына түгел был, тотош донъяһы, таты. Милләттең бар булмышын, күңелен, йөрәген сағылдырһын тел.

Фильм. Үҙем башҡортсаға тәржемә иткәндәре, тип тағы шаяртайыммы икән? Ысынында бында дөрөҫлөк тә бар – мәҫәлән, «Мөхәббәт һәм күгәрсен­дәр»ҙе телевизорҙа күргән һайын (төп нөсхәлә) тәү мәртәбәләй ҡарайым. 

Эштән арып киткән саҡтарҙа. Эштең үҙенән арығаным юҡ. Ә ялдарҙа тәбиғәткә сығам. Быны ниәт ҡороп башҡармайым, күңел үҙе әйҙәй. Бар романтиктар кеүектер инде, тауҙарға менеп, мәмерйәләргә төшөп көс алам.

Ғорурланған һуңғы ҡаҙанышым. Ваҡ нәмәләр ҙә ҙурҙай тойолоусан, миҫалға – үҙең уйлап сығарған яңы һүҙ. Йә мәҡәл, әйтем. Уңышлы рифма ла башты күккә тейҙерә – телеңә индергән өлөшөң бит. Сәсмә телмәрҙә лә, хатта хәбәриәттә лә уның булыуы яҡлымын, айырыуса үҙен эҙләү кәрәкмәгәндә, һүҙҙәр үҙҙәре табышҡанда. «Радио» менән «рифма»ның ошо яҡлап бер туғандар икәнен дә раҫлағаным бар. Рифма ғынамы, ритм да кәрәк.

Автор:ПМИ Йәшлек
Читайте нас: