+2 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Махсус биттәр
14 Ноябрь , 21:16

Йондоҙнамә (15 – 21 ноябрь)

Йондоҙҙар юл күрһәтә, әммә яҙмышың үҙ ҡулыңда тип киҫәтә...

Ылаҡ (22.12 – 20.01)

Ваҡиғаға бай аҙна көтөлә, Уларҙың барыһы ла яҡшы булмауы ла мөмкин. Ҡайһыларына иғтибар бирмәгеҙ, бәғзеләрен үҙ файҙағыҙға бора алаһығыҙ. Ҡайһы саҡ эсегеҙ бошор. Быны башҡаларға күрһәтмәҫкә тырышығыҙ.

һыуғояр (21.01 – 19.02)

Шишәмбелә ниндәйҙер етди аҙым яһарһығыҙ. Мөмкин тиклем үҙ тәжрибәгеҙгә таянып эш итегеҙ. Кеше кәңәштәренең ысын күңелдән булмауы ла ихтимал. Аҡса килеп торор, тик ҡайһы ваҡыт уны кәрәкмәгән әйбергә тотоноуҙан һаҡланығыҙ.

Балыҡ (20.02 – 20.03)

Ошо көндәрҙә бик абруйлы кеше менән осрашырһығыҙ. Үҙегеҙҙе һәйбәт яҡтан күрһәтеүегеҙ бик мөһим. Уға үҙегеҙ тураһында һөйләргә һис тә тартынмағыҙ. Йорт-ғаилә хәлдәре лә ыңғай булыр. Элек һәр саҡ дәғүә тыуҙырған мәсьәләне лә яңынан ҡуҙғатырға форсат булыр.

Ҡуҙы (21.03 – 20.04)

Элек һис тә осрамаған хәлгә тап булыуығыҙ бар. Ҡайһы саҡ ярҙам эҙләргә лә тура килер. Шаршамбыла ниндәйҙер элекке хатағыҙҙы төҙәтһәгеҙ, күңелегеҙ еңеләйеп ҡалыр. Башығыҙҙа яҡшы һәм өмөтлө фекер тыуыр. Ләкин уны бойомға ашырыу өсөн уңайлы мәлде көтөргә кәрәк булыр.

Буға (21.04 – 21.05)

Элекке уңыштарығыҙ бер аҙ башығыҙҙы әйләндерҙе шикелле. Артабан артта ҡалмаҫ өсөн күберәк көс түгерһегеҙ. Яҡындағыларға ла һәр саҡ ышанып булмаҫ, яуаплылыҡты үҙ иңегеҙгә алырһығыҙ.

Игеҙәктәр (22.05 – 21.06)

Бик яуаплы осор башланасаҡ. Йәллә­мәйенсә иҫке бәйләнештәрҙән, кәрәкмәгән нәмәләрҙән ҡотолорға тырышығыҙ. Ваҡыт үт­кәс, бының өсөн үҙегеҙгә рәхмәт әйтерһегеҙ. Башҡалар менән үҙегеҙҙе ҡәҙимгенән ҡатыраҡ тотһағыҙ, был ваҡытлыса ҡытыршылыҡҡа килтерер.

Ҡыҫала (22.06 – 23.07)

Һәр саҡтағыса кеше менән  эш итеүе еңел буласаҡ. Еңел уртаҡ тел табыу бөтә эшегеҙгә булышлыҡ итәсәк. Аҙна уртаһындараҡ ниндәйҙер мөһим хәбәр ишетеүегеҙ ихтимал. Бәғзеләргә яҡын киләсәккә ҡорған маҡсаттарын үҙгәртергә лә тура килер.

Арыҫлан (24.07 – 23.08)

Һис тә уйламаған ерҙән аҡса килер. Кемдер күптән көткән бүләкте лә алыр. Ғөмүмән, тормош һеҙҙе һирәк-мирәк шулай ҡыуандырып торор. Шаршамбыла ниндәйҙер хата ебәреүегеҙ бар. Шулай ҙа уны тиҙ төҙәтерһегеҙ һәм артабан дөрөҫ йүнәлештән барырһығыҙ. 

Ҡыҙ (24.08 – 23.09)

Һуңғы ваҡытта ҡәҙимге, өйрәнгән эшегеҙ ялҡыта ла башланы кеүек. Тормошоғоҙға ниндәйҙер яңылыҡ индереп ҡарағыҙ. Был мотлаҡ файҙаға булыр. Аҙна барышында ышаныслы фекерҙәш таба алырһығыҙ. Йондоҙҙар ара­лашыуҙа кеше менән асыҡ булырға, маҡсат­тарығыҙҙы йәшермәҫкә ҡуша.

Үлсәү (24.09 – 23.10)

Ҡайһы саҡ бер аҙ борсолоп та алырһығыҙ  һымаҡ. Шишәмбе һәм кесе йомала икеле хәлдәргә осрарһығыҙ, ахыры. Шулай ҙа ваҡытлыса ҡыйынлыҡтарға бирешмәҫһегеҙ, моғайын. Был арала күптәнге танышығыҙ менән осрашырһығыҙ. Һөйләшеү икегеҙ өсөн дә файҙалы буласаҡ.

Саян (24.10 – 22.11) 

Элек булдыра алмаған эштәргә яңынан тотоноп ҡарағыҙ. Үҙегеҙ ҙә аптырарһығыҙ – был юлы барыһы ла һәйбәт барыр. Тырыш­лығығыҙҙы башҡалар ҙа күрер. Һәр саҡтағыса уларҙың ҡараштары ҡапма-ҡаршы булыр, моғайын. Быға иғтибар итмәй, үҙ юлығыҙҙан барығыҙ.

Уҡсы (23.11 – 21.12)

Уңышлы аҙна. Был арала өмөтлө тәҡдимдәр ишетеүегеҙ ихтимал. Башығыҙҙа фекерҙәр ҙә тыуыр. Үҙгәрештәрҙән ҡурҡмағыҙ, улар күп­селектә һеҙҙең файҙаға. Таныштарығыҙ ҙа күбәйер, ләкин улар араһында әүҙем кешеләр күп түгел. Кесе йомала ниндәйҙер бүләк алыуығыҙ мөмкин.

Автор:AdminQ Admin