Бөтә яңылыҡтар
Махсус биттәр
14 Ноябрь 2021, 07:20

Картуф сирҙәре

Картуфты ҡаҙып, мөгәрәптәргә һалдыҡ. Ҡыш уртаһы етә башлаһа, ниндәй уңыш йыйып алғаныбыҙ күренә: сөнки төрлө сир менән зарарланған бүлбеләр ҡарая, серей башлай.

Үҫемлектәрҙең күп һанлы дошмандары – бөжәктәр, бәшмәктәр, бактериялар һәм вирустар  шулай картуф уңышын шаҡтай кәметә.

Был культураны башлыса ҡаты ҡорт һәм һабаҡ нематодаһы, ә ҡайһы бер райондарҙа, айырыуса көнбайыш төбәктә, колорадо ҡуңыҙы бөлдөрә.

ҠАТЫ ҠОРТ (проволочник). Ҡоротҡос картуф тамырын, һабағын тишкеләп, бүлбеләрен зарарлай һәм сереүгә килтерә. 15 – 25 мм оҙонлоғондағы 1 – 2 мм йыуанлығындағы ҡуңыҙҙың бер быуыны өс-биш йыл йәшәй. Ҡоротҡос йышыраҡ аҡтамырҙа осрай, шуға күрә был сүп үләнен юҡ итергә кәрәк. Ҡоро йылда ул нығыраҡ үрсей.  Көҙ картуф баҡсаһына гәрсис сәсергә, яҙ эзбиз һалырға кәрәк.

НЕМАТОДА. Йомро селәүсендәр класына ингән, микроскоп аша ғына күренмәле ҡурҡыныс ҡоротҡос, 1 миллиметрҙан да  бәләкәй. Картуф тамырын һәм бүлбеләрен зарарлай. Үҫемлек үҫеүҙән туҡтай, япраҡтары һарғая, бөтәрләнә, бүлбеләр бөтөнләй булмай йә ҙурая алмай.

Нематодаға ҡаршы иң йоғонтоло көрәш сараһы – зарарланған үҫемлектәрҙе тупрағы менән ҡаҙып алып, картуфлыҡтан сығарыу.

Картуф уңышына һәм сифатына фитофтороз, ҡоро һәм еүеш сереү, ризоктониоз, макроспориоз, ҡулсалы серек һ.б. ауырыуҙар ҙур зыян килтерә.

ФИТОФТОРОЗ. Картуфтың иң таралған бәшмәк ауырыуы. Сир ҡуҙғытҡыс үҫемлеккә эләкһә, япраҡтарында бәләкәй көрән таптар барлыҡҡа килә. Улар ҙурайып, бер үҫемлекте генә бөтөрмәй, ә башҡаларына ла күсеп, шаҡтай майҙанды бөлдөрә. Ауырыу бүлбеләргә уңыш йыйғанда, зарарланған тупраҡ йә япраҡтар тейеп йәки һаҡлау осоронда эләгергә мөмкин. Сирҙең таралыуын булдырмау өсөн картуфты ҡаҙып алғандан һуң картуфлыҡтан бөтә ауырыу үҫемлекте сығарып, юҡ итергә. Ә ултыртыр алдынан фәҡәт һау бүлбеләрҙе һайлап алалар. Үҫеш осоронда, ауырыуҙың тәүге билдәләре күренеү менән, культураны 90 процентлы еҙ хлорокисы һәм 80 процентлы полихом ҡатнашмаһы менән (10 л һыуға 40 г иҫәбендә) эшкәртәләр.

ҒӘҘӘТИ ТАҘ (парша). Бүлбеләрҙә сөйәлдәр һәм шештәр барлыҡҡа килә, ҡайһы саҡ  өҫтөн тулыһынса ҡаплай. Сирле картуф насар һаҡлана. Шуға күрә орлоҡто алмаштырып торорға кәңәш ителә.

ҠОРО СЕРЕК. Ауырыу культураны һаҡлау осоронда сирле һәм ҡырҡылғандарынан күсә. Зарарланған урындарҙа ҡара-көрән таптар хасил була, бүлбе тотоуға йомшаҡ. Йыш ҡына бөтә орлоҡтоң юҡҡа сығыуы ихтимал. Ауырыуҙы кәметеү өсөн тик һау бүлбеләрҙе һайларға, киптерергә һәм 0 – 2 градуста, ҡоро урында һаҡларға кәрәк.

ЕҮЕШ СЕРЕК. Сир шулай уҡ картуфты һаҡлау ваҡытында хасил була. Бүлбе йомшара, дымлана, насар еҫле ҡара-көрән һәм алһыу төҫлө лайлалы матдәгә әйләнә. Температура ҡапыл үҙгәргәндә, һауаның дымлылығы артҡанда, бүлбеләр өшөгәндә, туңғанда, йәрәхәтләнгәндә, шулай уҡ башҡа сирҙәргә дусар булғанда,  көсәйә. Быға юл ҡуймау сараһы  –  картуфты ваҡытында һәм һаҡсыл йыйыу, орлоҡҡа һау бүлбеләрҙе генә һалыу һәм һаҡлау осоронда ҡулайлы температура тотоу.

ЯМАН ШЕШ (рак). Сир бүлбеләрҙе, тамырының нәҙек урындарын, һабағын һәм япраҡтарын зарарлай. Картуфтың ерҙән өҫкө өлөшөндә 10 – 12 см ҙурлығында мәрйен рәүешендә йәшел оролар хасил була. Бүлбеләрҙә яйлап ҡарайыусы һәм ҙурайыусы, формаһы менән сәскәле кәбеҫтәне хәтерләткән аҡ бирес рәүешендә күҙәтелә. Был сир – карантин объекты.

ҠАРА ҺАБАҠ. Ауырыу үҫемлек шытып сыҡҡас та  үҙен белдерә: япраҡтар һарғая һәм бөтәрләнә, һабаҡтың аҫҡы өлөшө, тамыры серей һәм ҡара төҫкә инә. Бындай үҫемлектәр еңел һурып алына. Сир һуңғараҡ йоҡһа, аҫҡы япраҡтар ҡыуышлыҡтарында буш йәшкелт бүлбеләр барлыҡҡа килә, ер аҫтында бүлбеләрҙең һабаҡҡа тоташҡан ере ҡарайып, насар еҫле лайлалы матдәгә әйләнә, ҡабығы ярыла. Сирҙе кәметеү юлы – майҙанды зарарланған һабаҡтарҙан даими таҙартыу, картуфлыҡты алмаштырып тороу, һаҡлауға сәләмәт бүлбеләрҙе һайлау, һалыр алдынан ҡояшта киптереү, ҡулайлы шарттарҙа һаҡлау.

Автор:Зухра Ягудина
Читайте нас: