Бөтә яңылыҡтар
Махсус биттәр
12 Ноябрь 2021, 07:28

Розаларҙы ҡасан ҡапларға?

Роза ҡыуаҡтарын бик иртә ябырға ярамай. Улар 5 градус һалҡынды ла яҡшы кисерә. Түбән температура сәскәләрҙе сыныҡтыра ғына.

Ҡышҡы һалҡындарҙан һаҡлау өсөн ҡыуаҡ төбөнә 10 – 15 сантиметр бейеклектә ҡоро субстрат – ҡом, ваҡ юнысҡы, ылыҫлы бысҡы сүбе ҡушылған япраҡ серетмәһен өйөп сығырға кәрәк буласаҡ. Эш барышында розаларҙың ҡалған япраҡтарын өҙөргә һәм һабаҡтарын 50 сантиметр ҡалдырып ҡырҡырға кәңәш ителә.

Төндә генә түгел, көндөҙ ҙә һауа температураһы минусҡа төшкәс, сәскәләрҙе ҡаплайҙар. Бының өсөн ағас тартмалар ярҙамға килә. Һәр ҡыуаҡты ағас тартма менән ҡаплап, өҫтөнә пленка һалырға һәм ситтәрен кирбес менән баҫтырырға. Ә иң уңайлыһы – һәр ҡыуаҡты спанбонд йәки лутрасил кеүек туҡыма менән 4 – 5 ҡат уратырға, бау менән бәйләргә һәм өҫтөнән тоҡ кейҙерергә.

Ҡар яуғас, розаларҙы ҡар менән ҡапларға онотмағыҙ, шулай эшләгәндә, улар ҡышҡы һалҡындарҙа яҡшы һаҡланасаҡ.

Автор:AdminQ Admin
Читайте нас: