+1 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Махсус биттәр
7 Ноябрь , 22:36

Йондоҙнамә (8 – 14 ноябрь)

Йондоҙҙар юл күрһәтә, әммә яҙмышың үҙ ҡулыңда тип киҫәтә...

Ылаҡ (22.12 – 20.01)

Айырым ваҡиғалар көтөлмәгәнерәк булһа ла, быға һеҙ аптырамайһығыҙ ҙа һымаҡ. Ситкә тайпылмай, үҙ юлығыҙҙан барығыҙ. Йондоҙҙар бәләкәй, күҙгә салынмаған нәмәләргә иғтибар бирергә ҡуша. Улар тейешле йүнәлеште күрһәтер.

һыуғояр (21.01 – 19.02)

Аҙна төрлө хәлгә бай булмаҡсы. Бигүк те­ләмәһәгеҙ ҙә, барыбер кеше эштәре менән булышырһығыҙ кеүек. Был арала ярҙам һо­рағандар ҙа күбәйер. Кесе йомала ниндәйҙер элекке хатаны төҙәтергә уңайлы мөмкинлек булыр.

Балыҡ (20.02 – 20.03)

Аралашыуҙа мотлаҡ уңырһығыҙ. Һүҙегеҙ һәр саҡ үтемле булыр, барыһын да ышандыра алырһығыҙ. Үҙегеҙ ҙә иғтибарлыраҡ булығыҙ, мөмкинлек­тәрҙән сығып эш итегеҙ. Аҡса ҡәҙимгенән күберәк килер. Кесе йомала өмөтлө тәҡдим ишетерһегеҙ, бәлки.

Ҡуҙы (21.03 – 20.04)

Осор башы уяулыҡ талап итер. Йондоҙҙар ашыҡмаҫҡа, күпте өмөт итмәҫкә, артығын һөйләмәҫкә ҡуша. Шаршамбыла ҡыуаныслы осрашыу булыуы мөмкин, күптән күрмәгән кеше менән һөйләшеүегеҙ ихтимал. Йомала ишеткән хәбәр күңелегеҙҙе күтәрер.

Буға (21.04 – 21.05)

Әллә ни иҫтә ҡалырлыҡ ваҡиғалар көтөлмәй. Бөтәһе ҡәҙимгесә барыр. Шулай ҙа яҡын­дарығыҙға ҡарата иғтибар күрһәтеү өсөн мөмкинлегегеҙ сығыр. Йорт-хужалыҡта ниндәй­ҙер мәсьәләне хәл итә алырһығыҙ. Күптән күрмәгән туғандарығыҙ менән дә бәйләнешкә инерһегеҙ. Ғөмүмән, аҙна файҙалы үтер.Игеҙәктәр (22.05 – 21.06)Элек йыйған аҡсаның бер өлөшөн тотонорға форсат тейер. Һәр саҡтағыса, һатып алған әйберҙәрегеҙ бәрәкәтле буласаҡ. Төп эше­геҙҙә башығыҙҙы бутарға ла маташырҙар. Ләкин быға ғына бирешмәҫһегеҙ, ундай  хәлдәр элек тә булғаны бар ине һымаҡ. Йома осрашыуҙарға бай булмаҡсы.

Ҡыҫала (22.06 – 23.07)

Барыһы ла һәйбәт кеүек. Көтөлмәгән ваҡиғалар булмаҫ, ваҡиғалар һеҙ уйлағанса барыр. Теләһә кем менән дә уртаҡ тел табыр­һығыҙ. Элек һеҙгә ҡырын ҡарағандар ҙа асыҡ йөҙ күрһәтер. Бындай хәл һирәк була. Уңайлы мәлдән файҙаланып ҡалығыҙ.

Арыҫлан (24.07 – 23.08)

Аҙна араһында ниндәйҙер ҙур һәм мөһим эшкә тотонорһоғоҙ. Ул уңышлы башланыр, артабанғы хәлдәр һеҙҙән генә тормаҫ, башҡалар менән дә бәйле булыр. Шаршамбыла кемдер һеҙгә үпкәләгәнен белдереүе ихтимал. Уның менән еңел аңлашырһығыҙ, моғайын.

Ҡыҙ (24.08 – 23.09)

Ҡайһы бер уңыштарға өлгәшерһегеҙ. Улар, бик ҙур булмаһа ла, кәйефегеҙҙе күтәрер. Аралашыуҙа ҡаршылыҡтар, төрлө дәғүә осрар. Улар барыбер файҙаға булыр һәм фекер төйнәргә ярҙам итер. Яҡын арала ниндәйҙер ҙур эште башларға баҙнат итерһегеҙ.

Үлсәү (24.09 – 23.10)

Ваҡиғалар яй барыр һәм был хәл һеҙгә оҡшамай ҙа һымаҡ. Күҙәтеүҙәр яһарға, тәжрибә тупларға мөмкинлек булыр. Тап был арала фекерҙәш һәм ышаныслы кешене осратырһығыҙ. Кесе йомала күңелегеҙҙе күтәрерлек яңы хәбәр ишетерһегеҙ, моғайын.

Саян (24.10 – 22.11) 

Аҙна башында уҡ ниндәйҙер ҡатмарлы мәсьәләгә осрарһығыҙ. Шулай ҙа барыһын  да ҡәнә­ғәтләндерерлек юл табырһығыҙ, буғай. Йондоҙҙар аҡса менән бәйле эштәрҙә ашыҡмаҫҡа ҡуша, хата ебәреүҙән һаҡланығыҙ.

Уҡсы (23.11 – 21.12)

Үткән ваҡиғаларҙы ентекләп барлап сығыу файҙалы булыр. Үҙегеҙҙең һәм башҡаларҙың хаталарын, яңылыш аҙымдарын еңел күрерһегеҙ. Алған тәжрибәгеҙҙең киләсәктә кәрәге тейер. Аҡса килеп торор. Уларҙы тотонорға ашыҡмағыҙ, тиҙҙән һеҙҙе ҙур сығымдар көтә.

Автор:AdminQ Admin