Бөтә яңылыҡтар
Махсус биттәр
6 Ноябрь 2021, 07:16

Емеш бирә торған ағастарҙы көҙ ултыртырғамы?

Сливаны көҙөн ултыртыу бик отошло түгел, сөнки ул туңыусан

. Үҫентене ултыр­тыуҙы яҙға ҡалдырығыҙ. Ултыртҡас, яҡшылап һыу һибегеҙ. Сейә үҫентеһе лә ауыр ҡышлай. Ә ҡарағатты, киреһенсә, көҙ ултыртығыҙ. Үрсетеү өсөн сыбыҡты  15 – 18 см оҙонлоҡта – бөрө ҡалырлыҡ итеп киҫеп алырға ла ергә ултыртырға. Яҡшылап һыу һибергә. Киләһе яҙға тамыр ебәргәс, күсереп ултыртығыҙ.

Йылы яҡтарҙа ғына үҫә торған виноград беҙҙең ҡырыҫ шарттарҙа ла яҡшы үҫә. Баҡсасылар бигерәк тә «Августин», «Флора» (Лора), «Юбилей Новочеркасска», «Алешенькин», «Монарх» тигән сорттарға өҫтөнлөк бирә. Уларҙың емеше эре һәм баллы була. Әммә һалҡынға тиҙ бирешәләр. Виноград үҫтереп ҡарарға теләгегеҙ булһа, «Кристалл» менән «Платовский» сорттарына туҡталығыҙ. Тәл­гәштәре бәләкәй булһа ла, 32 градус һалҡынға ла түҙәләр. Үҫентеләрҙе баҙарҙан алма­уығыҙ хәйерле, ышаныслы баҡсасыларҙан алығыҙ. Йөҙөм емешенең Башҡортостан шарттарына яраҡлашты­рылған сорттары ла бар. Улар тиҙ тамыр ебәрә, һалҡындарға бирешмәй.

 Виноградты һалҡындарҙан һаҡлауға бик етди ҡарағыҙ. Беренсе ҡырауҙар башланғас, температура үҙгәрешһеҙ, 0 – 5 градус торғанда, берәй аҙна ҡапламай ҙа тоторға була. Тик кинәт һыуытып ебәреүҙән дә һаҡланығыҙ, ни өсөн тигәндә, һабаҡтары 20 – 23 градус һалҡынға түҙһә лә, тамыры           5 – 6 градусҡа ғына сыҙай. Виноград ергә ятып торорға тейеш түгел, аҫтына таҡта йәки шифер киҫәктәре ҡуйып ҡалдыраһың, йә булмаһа, шыршы ботаҡтары түшәйһең. Артыҡ ботаҡтарын ҡырҡып, бәйләп ятҡыраһың. Өҫтөнә шулай уҡ шыршы ботаҡтары ҡуяһың, таҡта йәки шифер менән баҫтыраһың. Шуныһын да иҫегеҙҙә тотоғоҙ: бер яғын, һауа йөрөһөн өсөн, асыҡ ҡалдыраһың. Шулай итмәһәң,  дымланып, серейәсәк.

Ҡышҡылыҡҡа виноградҡа ауырыуҙарға ҡаршы өс процентлы тимер купоросы иретмәһе һибергә кәрәк. Ун литр һыуға өс йөҙ грамм купорос һалына. Яҙын иһә, ер асылғас, ябып ҡалдырған әй­берҙәрҙән арындырып, баҡыр купоросы һибергә онотмағыҙ. Көҙ көнө, йәшенә һәм сортына ҡарап, артыҡ бөрөләрен ҡырҡығыҙ. Ултыртҡандың тәү­ге йылында  виноградты киҫмәйҙәр. Икенсе йылға дүрт-биш бөрө генә ҡал­дыралар.

Виноград һыу яратмай – йәй буйына ике тапҡыр ғына һибергә була. Сәскә атҡансы – илле литр һәм сәскә атып, күпмелер ваҡыт үткәс – шуның ҡәҙәр. Сәскәләре һеркәләнгәндә һыу һибергә ярамай. Көҙ көнө бер төпкә кәмендә илле литр һыу һибергә. Шулай иткәндә тамырҙары өшөмәй.

Виноградты көҙ көнө лә, яҙын да ултыртырға ярай. Беренсе йылында үҫеп китә алмаһа, борсолорға кәрәкмәй,  тамырҙарына көс йыя. Ҡыуаҡ­тар ултыртҡандың икенсе йылында уҡ сәскә атып, емеш биргән осраҡтар бар. Ләкин сәскә атһа ла, беренсе тапҡыр уның бер генә сәскәһен ҡалдыралар, башҡаларын өҙөп ырғыталар, был виноградты көсө кәмеүҙән һаҡлай.

Автор:Зухра Ягудина
Читайте нас: