+1 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Махсус биттәр
1 Ноябрь , 21:23

Тормошом – көрәш

Мин илайым, ул да ситкә ҡарап йәш түгә. Китмәнем, бер айлыҡ ауырым бар ине инде. Шул көндән башлап үҙемдең ҙур хата яһағанымды аңланым. Минең өсөн ул көндө тормош бөтөр, емерелер кеүек ине, нисек итеп эштән ҡайтҡанмындыр – белмәйем. Кисен тышҡа сыҡтым: көҙгө төн, күктә тулы ай йөҙә. Аҫылынайым да

Миңә 36 йәш. Ирем менән 16 йыл бергә йәшәйбеҙ. Ике бала үҫтерәбеҙ. Ирем менән 9 йәшкә оло һәм ул беҙҙең халыҡ вәкиле түгел.

19 йәшемдә кейәүгә сыҡтым. Ә үҙемдең үлеп яратып йөрөгән егетем бар ине. Ул өйләнешергә тәҡдим итте. Әсәйем ҡурҡты, улар ныҡ бай кешеләр, һине һанға һуҡмаҫтар, тине. Шунан егетемә, һиңә бер ҡасан да кейәүгә сыҡмайым, тинем. Уның «Ни өсөн?» тигән һорауына, һине ныҡ яратмайым, башҡаны яратам, тинем. Шунан һуң ул мине ташланы.

Күпмелер ваҡыт үткәс, миңә әйтәләр: Р. бер ҡыҙ менән ҡайтҡан, эй, матур, өйләнешәләр. Мин өс көн урынымдан тора алмай, һаташып сирләнем, ләкин уның янына барып аңлашырға, һөйләшергә көс тапманым. Хәҙер миндә икенсе уй ине – нисек тә унан алда кейәүгә сығыу. Ошо ваҡыт минең гел янымда буталып йөрөгән ҡарт егет (28 йәш) менән осраша башланыҡ. Ул, әлбиттә, тиҙерәк өйләнешеү яғын ҡайғыртты. Мин риза булдым. Ә башта бары тик бер уй: Р. тиҙерәк ишетһен ине, нишләр икән? Ярай, өйләнештек, туйҙар үткәрҙек. Өйләнгәс, ирем: «Мин һине миңә сығыр, етмәһә, ҡыҙ килеш булырһың тип башыма ла килтермәгәйнем», – ти.

– Ниндәй егет менән йөрөп (Р. тирә-йүндә берәү ине, ул буй, ул матурлыҡ, алсаҡ, һөйкөмлө, әйтеп бөткөһөҙ аҡыллы), икенсене һайлауың башҡа һыймай, ти. Ә тормош иптәшеп ябыҡ, йәмһеҙ. Шулай итеп, алдан кейәүгә сыҡтым, үс алдым, йәнәһе.

Ике ай үткәс, эшкә, минең янға Р. килеп инде.

– Шулмы ни ныҡ яратҡан кешең? Нишләнең һин? Тор, кейен, киттек, мин һине бында бер минутҡа ла ҡалдырмайым, – ти.

Мин илайым, ул да ситкә ҡарап йәш түгә. Китмәнем, бер айлыҡ ауырым бар ине инде. Шул көндән башлап үҙемдең ҙур хата яһағанымды аңланым. Минең өсөн ул көндө тормош бөтөр, емерелер кеүек ине, нисек итеп эштән ҡайтҡанмындыр – белмәйем. Кисен тышҡа сыҡтым: көҙгө төн, ай ҡарап тора. Аҫылынайым да ҡуяйым, тип өй артындағы оло саған янына барҙым, тик әсәйемде йәлләнем, тыуасаҡ, баламды уйланым.

Әлбиттә, ирем белде уның килгәнен. Кис буйы өндәшмәй, ҡайғыға ҡалып йөрөнө. Минән ғәфү үтенә башланы.

– Һин йәш, бала-саға, ә мин оло башым менән ни уйланым икән, нишләп кенә яңылыштым. Һеҙҙең кеүек яратышҡан кешеләр була тип кем уйлаған инде, һин ниңә ашыҡтың һуң, хәҙер нишләйбеҙ? – тип ҡайғырҙы.

Ауырлы саҡта ул мине шул ҡәҙәр ҡайғыртты, ҡәҙерләп, иркәләп, нишләргә белмәне, упы һөйләп бөткөһөҙ. Бала тыуғас, табип-шәфҡәт туташтарына, бала табыусы бөтә ҡатын-ҡыҙҙарға етерлек күстәнәстәр килтереп, көнө-төнө йүгерҙе. Тик нисек кенә тырышһа ла, ул үҙен яраттыра алманы. Мин, әлбиттә, уға өйрәндем, ул бит – балаларҙың атаһы, нишләмәк кәрәк – балаларға атай кәрәк.

Уй-хистәремде кешегә белдереп, баш эйеп йәшәргә яратмайым, шуға бик бәхетле ҡатын тип, күрше-тирә көнләшеберәк ҡарай. Ул миңә тәүге көндәрҙән үк ирек бирҙе. Ҡайҙа барһам да, нимә эшләһәм дә, бер ваҡытта ла асыуланып, әрләшеп торманы. Тора-бара бөтә мәсьәләләрҙе лә бер үҙем хәл итә башланым һәм хәҙерге көндә ирһеҙ ҡатын кеүекмен. Беҙ уның менән, әлбиттә, бергә йәшәйбеҙ, айырылышып кеше көлдөрмәҫбеҙ, Алла бирһә. Хәҙер балаларҙы аяҡҡа баҫтырырға, кеше итергә кәрәк бит. Арала ысын мөхәббәт булмағас, тормош шулай булалыр инде.

Мин ғүмерем буйы үҙәгемә үтеп, йөрәгем әрнеп, Р-ҙы һағынып йәшәнем. Иремә лә ауыр булғандыр инде, яйлап минән һыуынды. Тик шуны әйткем килә, кеше үҙ бәхете өсөн көрәшергә тейеш, тип һөйләйбеҙ. Мин шуны ваҡытында аңлаһам икән, былай әрнеп йәшәмәҫ инем, бәлки.

Бер уйлап ҡараһаң, минең тормошом гел көрәш кеүек булды. Үкенеп йәшәгәнемде кеше белмәһен тип тырышам. Дошман бар, дуҫ бар бит. Р. ҙа мине көсһөҙ, ебегән тип уйламаһын ине. Ҡайһы ваҡыт шул ҡәҙәр ауыр минуттар була, их, юҡ бит көслө яурын, баш терәп ял итергә ышаныслы терәк юҡ бит яндарымда, тип илайым. Йәш саҡта, көслө саҡта бирешмәйһеңдер ул. Ә ғүмер үткән һайын нығыраҡ үкендерә.

Заманалар үҙгәрә, мин дә һөнәремде (мин – иҡтисадсы) ташлап, заманға кәрәклеһен уҡып алдым. Эшкә урынлаштым. Ҡыҫҡаһы, юл уртаһында ятып ҡалмаҫмын, әммә, ҡәҙерле ҡатын-ҡыҙҙар, был да бәхет түгел. Ҡатын-ҡыҙ бәхете ирҙәрҙә бит ул, бер ниндәй белем, юғары уҡыу йорттары бәхет түгел икән ул. Мөхәббәт, көслө терәк кәрәк. Юҡһа, тормошта бер ҡыҙыҡ та ҡалмай.

 Айһылыу,

Әлшәй районы, Раевка ҡасабаһы.