+1 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Махсус биттәр
1 Ноябрь , 08:56

Эштәре сәнғәт өлгөһөнә тиң

Эшҡыуарлыҡ – ул заман талабы. Бөгөн республикабыҙҙа бизнес асып, халыҡҡа эш урындары булдырған эшҡыуарҙарҙың артыуы – ҡыуаныслы күренеш. Уның ҡарауы, тегендә, һыуыҡ Себер тарафтарына, юлланған яҡташтарыбыҙҙың һаны кәмей. Башҡорт эшҡыуарҙары хаҡында мәҡәләләр серияһының сираттағы геройы Марсель Сөләй

Эшҡыуарлыҡ – ул заман талабы. Бөгөн республикабыҙҙа бизнес асып, халыҡҡа эш урындары булдырған эшҡыуарҙарҙың артыуы – ҡыуаныслы күренеш. Уның ҡарауы, тегендә, һыуыҡ Себер тарафтарына, юлланған яҡташтарыбыҙҙың һаны кәмей. Башҡорт эшҡыуарҙары хаҡында мәҡәләләр серияһының сираттағы геройы Марсель Сөләймәнов та – тап шундайҙарҙан. Ул ғаиләһен бағыу, шаҡтай ҙур суммалағы ипотекаһын түләү маҡсатында оҙаҡ йылдар Себер юлын тапай. «Роснефть», «КСА Дойтаг» кеүек абруйлы компанияларҙа тир түгеп, мул табыш ала. Ҡайҙа ғына эшләмәһен, оҫта ҡулдары менән хөрмәт ҡаҙана. Әммә сит төйәктә ғәзиз сабыйҙарыңдың буй еткергәнен күрмәй йәшәүҙең ни йәме, ни ғәме бар, тип уйлай Марсель Сөләймәнов һәм, яҡындары ла күптән өгөтләп торғас, Өфөгә әйләнеп ҡайтырға ҡарар итә. Үҙ эшен асып ебәрә. Бөгөн һис бер арттырыуһыҙ уны, оҫта тимерсе, уңышлы ир-егет, тип таныштырырға мөмкин.

Марсель Сөләймәновтың тамырҙары Ғафури районының Ташбүкән ауылына барып тоташа. Йәйҙәрен өләсәһенә ярҙамлашып, бәләкәйҙән эшкә өйрәнеп үҫә ул. «Әсәйем яғынан өләсәйемдең тормош иптәше иртә мәрхүм булды. Мин уның йортонда барлыҡ ир-ат эшен үҙ иңемә алдым. Унда сөй ҡатаһың, быныһын йүнәтәһең – шулай эшкә өйрәнеп үҫтем», – ти бала сағы хаҡында әңгәмәсем. Мәктәптә һыҙма, рәсем дәрестәрен үҙ итә. Бер саҡ хатта шашка уйнарға әүәҫләнеп, спорт мастерына кандидат дәрәжәһенә тиклем барып етә. Ишембайҙағы Республика башҡорт гимназияһын тамамлағас, иретеп-йәбештереүсе, быраулау мастеры һөнәрҙәрен үҙләштерә. Ғаилә ҡороп, Ишембай ҡалаһында төпләнә, ипотекаға фатир һатып ала. Һөйөклө ҡатыны Светлана – республикабыҙҙа билдәле йырсы, шағирә. Тормош иптәшен бейек үрҙәргә илһамландырған кәңәшсеһе лә, дәрт-ҡеүәт өҫтәгән ярҙамсыһы ла – тап ул.

Тәүге сабыйҙары тыуыуға йәш ғаилә Өфөгә күсеп килә, был юлы улар ҡала ситенән ипотекаға йорт һатып ала. Әлбиттә, баш ҡала үҙенә ҙур мөмкинлектәре менән ымһындырһа ла, бер ҡосаҡ һынауы менән ҡаршы ала. Ғаилә башлығына тәүге мәлдә ипотека суммаһын дүрт тиҫтә мең һумға яҡын күләмдә түләргә тура килә. Тап шул саҡта ул Себер тарафтарына сығып китергә ҡарар итә. Вахтаһы араһында кешеләргә тимер иретеп-йәбештереү хеҙмәтен күрһәтә, килеп сыҡҡан бер «шабашка »ны ла ҡалдырмай. Ниндәй генә эшкә тотонмаһын, уның клиенттары һәр саҡ ҡәнәғәт ҡала. Шул саҡта күңелендә үҙ эшен асыу теләге ярала. Әммә ул ете ҡат үлсәргә мәжбүр була. Сөнки дәүләт эшендә тотороҡлоҡ та, яҡшы килем дә бар, кем белә, бизнес асам тип, тишек кәмәлә ҡалыуың да бар бит. Уға һөйөклө кәләшенең кәңәше шулай ҙа тәүәккәлләргә этәргес бирә. Һығымтаны, әлбиттә, үҙе яһай, үҙ фекеренә, үҙ ҡараштарына ла урын ҡалдыра. Был аҡыллы кәңәш шунан ғибәрәт: сәнғәт өлгөһөнә тиң эштәрең, алтын ҡулың халыҡҡа кәрәк. Ысынлап та, геройымдың эштәре сәнғәт өлгөһөнән кәм түгел, тиһәм, һис хаталанмам.

Унан да бигерәк, балаларға дөрөҫ, тулы тәрбиә биреү – атайһыҙ мөмкин булмаған эш. Балаға атай кәрәк, айырыуса буласаҡ ир-егеттәргә. Бөгөн был матур ғаиләлә өс рухлы бала тәрбиәләнә: Мортаза мәктәптә уҡыһа, Нурсолтан һәм кескәй Мәҙинә әле баҡсаға йөрөй.

Өфө районының Нуғай ауылында Сөләймәновтар йәшәгән күркәм йорттоң ҡапҡаһы бер генә үтеп барыусының да иғтибарынан ситтә ҡалмай. Башҡорт рухлы ҡапҡаны милли орнамент менән биҙәп, йорт хужаһы үҙе эшләгән. «Кемдер башҡортсалап сәләм биреп китә, һоҡланыуын йәшермәй, яҡын килеп, хаҡын һорашҡандар ҙа бар, бындай ҡапҡа беҙгә лә кәрәк, тиҙәр», – тип уртаҡлаша Марсель. Бынан тыш, йорт эсендәге матур ремонт, барлыҡ йыһаз, гараж, мунса, ҡойма – барыһы-барыһы ла уның алтын ҡулдары менән эшләнгән.

МарсельСөләймәнов оҙаҡламай башҡаларға тимерҙән ошондай әйберҙәр эшләргә тотона. Уның тауарҙар ассортименты әле киңәйгәндән-киңәйә: ҡапҡа, ҡоймалар, түбәлектәр, баҫҡыстар һ.б.

Әлбиттә, бизнес һәр саҡ яңы белем, көтөлмәгән ҡарарҙар ҡабул итеүҙе талап итә. Бөгөн барыһына ла интернет селтәрендә уҡып төшөнөргә мөмкин, тип иҫәпләй оҫта.

– Өйрәнәм, тиһәң, бөгөн мөмкинлектәр тауҙай. Мәҫәлән, «Ютуб» видеоселтәрендәге яҙмаларҙан ҡарап үҙаллы ла өйрәнергә мөмкин. Бынан тыш, үҙем тимер ҡорамалдар әҙерләү цехтарында эшләп алғайным, яҡшы тәжрибә булды, – ти ул.

Марсель Сөләймәнов бөтә республика буйынса заказдар ҡабул итә. Айырыуса уның Ирандан килтерелгән бәхет ҡошо менән биҙәлгәнҡапҡаһын һатып алыусылар бихисап. Эшҡыуарға вахтала эшләп йөрөгән иптәштәре, элекке хеҙмәттәштәре ярҙамлаша. Ә һөйөклө ҡатыны Светлана бөгөн уның менеджеры ла, реклама биреүсеһе лә. Киләсәккә иһә оҫтаның маҡсаттары ҙур – эшен киңерәк йәйелдереү, республика баҙарын яулап алыу. Әлегә ул үҙенең гаражында баш ҡалҡытмай эшләй ҙә эшләй, сәнғәт өлгөһөнә тиң тимер йыһазы яһай.

Эйе, Марсель Сөләймәнов ҙур-ҙур дәрәжәләргә ирешмәгән, бынан алдағы геройҙарыбыҙ кеүек ойошмалар асмаған, сит илдәргә гиҙмәгән. Әммә үҙ өлөшөнә төшкән бурысты ул лайыҡлы итеп үҙ иңендә күтәреп бара. Минеңсә, уның яҡындарының ышанысын аҡларға тырышыуы, киләсәктә сабыйҙарына яҡшы тормош бүләк итеү өсөн ал-ял белмәй эшләүе оло ҡаҙаныш тип һаналырға хаҡлы.

И. Хужабиргәнов.