+1 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Махсус биттәр
31 Октябрь , 21:26

Йондоҙнамә (1 – 7 ноябрь)

Йондоҙҙар юл күрһәтә, әммә яҙмышың үҙ ҡулыңда тип киҫәтә...

Ылаҡ (22.12 – 20.01)

Ҡыйынлыҡтар һаман да бөтмәҫ, моғайын. Тырышлығығыҙ маҡтауға лайыҡ, ләкин һәр хәлдә  ҡул ҡаушырып ултырмайһығыҙ һымаҡ. Шаршамбы бигерәк тә уңышлы көтөлә. Бер юлы кемгәлер ярҙамығыҙ ҙа тейер.

Һыуғояр (21.01 – 19.02)

Аҙна өмөтлө булырға оҡшай. Элек күрмәгән мөмкинлектәрҙе лә күрерһегеҙ. Шишәмбелә элек боҙолған араны ялғау өсөн форсат сығыр, бәлки. Аҡсаға мохтажлыҡ кисермәҫһегеҙ. Уны нисек тотоноу тураһында күпу йланырһығыҙ.

Балыҡ (20.02 – 20.03)

Ҡайһы бер ваҡиғалар эсегеҙҙе бошорор. Төптән уйлағанда, бының өсөн әллә ни етди сәбәптәр ҙә юҡ. Дөйөм хәл бик тиҙҙән һеҙҙең файҙаға үҙгәрер, кәйефегеҙ ҙә күтәрелер. Кесе йомала ыңғай хәбәр ишетерһегеҙ, моғайын.

Ҡуҙы (21.03 – 20.04)

Мәшәҡәттәрегеҙ ҡапыл күбәйер кеүек. Тәүге ҡарашҡа еңел күренгән эштең ҡатмарлы булыуы ихтимал. Ҡайһы ваҡытта башҡа кешеләр өсөн дә тир түгергә тура киләсәк. Шаршамбыла ишеткән кәңәш башығыҙҙы бутаясаҡ. 

Буға (21.04 – 21.05)

Мәл тормошоғоҙҙо яңыса ҡороу өсөн үтә уңайлы. Ҡайһы бер мәсьәләгә ҡарашығыҙ үҙгәреүе лә мөмкин. Ғөмүмән, был яҡшыға ғына. Дәғүәләрһеҙ ҙә булмаҫ һымаҡ. Икенсе төрлө фекер йөрөткән кешеләрҙе лә ишетә белеүегеҙ мөһим.

Игеҙәктәр (22.05 – 21.06)

Эштәрегеҙҙе тәртипкә килтерергә тыры­шығыҙ. Һуңғы ваҡытта уларға иғтибарығыҙ ҙа кәмене шикелле. Кесе йомала ниндәйҙер ҡаршылыҡтар килеп сығыуы бар. Уларҙы юғалтыуһыҙ йырып сығыу мөмкинлеген табыр­һығыҙ. Ҡайһы ваҡытта бер аҙ артҡа сигенеү ҙә файҙа килтерер. 

Ҡыҫала (22.06 – 23.07)

Аҙна еңел үтергә оҡшай. Кәйефегеҙҙе күтәрерлек сәбәптәр күбәйер. Бәғзеләр көтөлмәгән, ләкин ҡыуаныслы осрашыу кисерер. Күптәрҙең башында өмөтлө фекерҙәр тыуыр. Кесе йомала ниндәйҙер ыңғай ваҡиға булыуы ихтимал. Ул күберәк ғаиләләге хәлдәргә ҡағылыр. 

Арыҫлан (24.07 – 23.08)

Көндәр һәйбәт килер. Эштәрегеҙ арыу барыр, барыһына ла өлгөрәһегеҙ һымаҡ. Ярҙам һорар, кәңәш бирер кешеләр ҙә һәр саҡ янығыҙҙа. Шаршамбынан һуң ваҡ мәшәҡәттәр күбәйер. Уларҙы үҙегеҙ генә хәл итерһегеҙ. Ҡайсаҡ кеше хаталарын да төҙәтергә мәжбүр булырһығыҙ. 

Ҡыҙ (24.08 – 23.09)

Тыныс көндәргә артыҡ өмөт итмәгеҙ. Бер юлы бер нисә эш  менән булышырһығыҙ. Дөйөм хәл-торош һеҙҙән күп көс талап итер. Тырышлығығыҙ арҡаһында барыһына ла өлгөрөрһөгөҙ, ярҙам эҙләргә лә кәрәкмәҫ. Кесе йома яҡшы хәбәрҙәр килтерер.

Үлсәү (24.09 – 23.10)

Һуңғы уңыштарығыҙ абруйығыҙҙы күтәрер. Элек һеҙгә шикләнеп ҡараусылар ҙа ҡараштарын үҙгәртер һымаҡ. Шулай ҙа аҙнаның мәшәҡәтле булыуы мөмкин. Ҡайҙандыр яңы эштәр килеп сығыр, ҡайсаҡ кеше хаталарын төҙәтерһегеҙ.

Саян (24.10 – 22.11)

Аҙнаны дәртле генә башлап ебәрерһегеҙ. Уйығыҙҙағы маҡсаттарҙы тормошҡа ашырыу теләге менән йәшәрһегеҙ. Әлегә барыһы ла һәйбәт барыр. Башҡалар тураһында ла онотмауығыҙ хуплауға лайыҡ. Был көндәрҙә һеҙҙе бик өмөтлө һөйләшеү көтә.

Уҡсы (23.11 – 21.12)

Уңайлы мөмкинлектәрегеҙ күбәйер. Дәрт-әүҙемлегегеҙ ҙә етерлек һымаҡ. Ҡатмарлы эштәр ҙә еңел барыр. Бөтөнләй уйламаған кешеләр ярҙам тәҡдим итер. Шаршамбынан һуң ғына бер аҙ арыуығыҙҙы һиҙерһегеҙ. Йомала элек күрмәгән урында булырһығыҙ.

Автор:ПМИ Йәшлек