+1 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Махсус биттәр
30 Октябрь , 07:15

«Эҙләп тапҡан бәхетем ҡәҙерле»

Дауахана палаталары бер ҡасан да буш тормай. Тағы бер үҫмер һауығып сығып киткәс, балалар бүлегенә әсәһе менән малайын килтереп һалдылар.

Улым үҙенең тиҫтере булған Никита менән тиҙ генә уртаҡ тел тапты. Бергә уйнайҙар, шаяралар, ҡарап тормаһаң, бер минут та тик ултыра белмәгән был тиктормаҫтар  бүлек коридоры буйлап йүгерергә лә күп һорап тормай.  Күршебеҙ «р» хәрефен әйтә белмәй, ҡайһы бер өндәрҙе лә ауырыраҡ әйтә. Йоҡларға ятһалар, әсәһе унан тиҙәйткестәр ҡабатлата.

 – Әсәй, ялҡытып бөттөң тиҙәйткестәрең менән. Миңә ял итергә мөмкинлек бир, күрмәйһеңме ни, күҙем йомолоп бара.

Әле генә шаярып ятҡан Никитаның әсәһе әйткәнде ҡабатлағыһы килмәй, хәйләләшә. Үҙенекен талап итеп кенә өйрәнгән, үҙ һүҙле, иркә малайҙың холҡо хас та минең улымдыҡы кеүек.

– Икегеҙ Ишәй менән Ҡушай кеүекһегеҙ. Хас та һинең кеүек, әсәһенә бойороп ҡына ултырған, тыңлашмаған  малай, – тим улыма.

– Мин һис тә улай түгел. Ул бая күрше палаталағы малайҙы ныҡ итеп этеп ебәрҙе, тупаҫ итеп уйнай, – тип улым ризаһыҙлыҡ белдереп, дуҫының насар ҡылығын һөйләп ташлай.   Күреп торам, әсәһе минән олораҡ йәштә. Башҡа балалары үҫеп етеп, һуң ғына табып алған улы танһыҡ та, ҡәҙерлелер ҙә инде.

– Һеҙҙең ирегеҙ минең йәштә барҙыр, моғайын. Төҫкә беҙҙең йәштәш кеүек күренә…

Беҙгә әйберҙәр килтергәндә  палаталаш ҡатын иремә  иғтибар итеп ҡалған икән. 

– Өсөнсө балам был. Өлкәндәрем ҙурҙар инде, эйәле-башлы булып бөттөләр. Башҡа бәпес тапмаҫмын тип уйлағайным да бит, таптырҙылар. Һеҙ баланың өләсәһеме, тиһәләр, хатта үҙемә лә уңайһыҙ булып китә.

– Хәҙер бала табыу йәшенән үтеп барғандарҙа бәпес «бум»ы китте бит. Хөкүмәт «әсәлек капиталы»н да бирә, пособиеһын да түләй. Һаулығың булһа, әйҙә, бала тап та өйҙә ят ҡына, – тип һүҙҙе шаяртыуға борам.

– Иремдең көтөп алған балаһы был. Элекке мөхәббәтем менән яңынан ҡауышырға насип булғас, бала  табыуымды үтенде.   Ауырлы ваҡытта саҡ йөрөнөм. Дауахананан сыҡманым тиерлек. Табиптар: «Һеҙгә кем был йәштә  бала табырға ҡушты?» – тип әрләй ҙә бит.  Улай тимәгеҙ әле, табырға ҡуштылар шул, тип яуаплайым.

Света менән  Валерий  ауыл хужалығы техникумында бер  төркөмдә белем ала. Уҡыу йортонда үткәрелгән сараларҙың үҙәгендә булған, үҙе йырсы, үҙе бейеүсе  ҡыҙҙы егет тәүҙә ситтән генә күҙәтеп йөрөй.  Бындай һылыу ҡыҙҙың ауылда егете барҙыр, моғайын, тип дуҫлыҡ тәҡдим итергә ашыҡмай. Етмәһә, Света  ла,  техникумда күҙ атҡан егеттәр булһа ла, улар менән дуҫлашырға ашығып бармай. Өләсәһе тәрбиәһендә генә төпкөл ауылда үҫкән һылыу белем алыуҙы өҫтөнөрәк күрә, әхирәттәре егеттәре менән осрашыуға  ашыҡҡанда ул китап тотоп ултырыуҙы, бәйләм бәйләүҙе хуп күрә.  Бер көндө ҡыҙҙар йәшәгән бүлмә ишегенең йоҙағы ватыла.   Бергә уҡыған төркөмдәштәренә яңыһын ҡуйырға ярҙам итешергә әйтеп ҡарайҙар,  эш ҡоралдары юҡ, тип барыһы ла баш тарта. Бер Валерий ғына: «Өйҙән инструменттар алырмын да йүнәтермен», – тип вәғәҙә бирә.  Һүҙендә тора егет. Кискә ишеккә өр-яңы йоҙаҡ та ҡуйыла. Рәхмәт йөҙөнән ҡыҙҙар  уны сәй менән һыйлай. «Йышыраҡ килеп йөрө, беҙҙең юҡ-бар эшебеҙҙе эшләшеп китергә. Өйҙән алып килгән тәмлекәстәр менән һыйларға ваҡыт табырбыҙ», – тип шаярта әхирәттәр. 

 Уҡыу йорто урынлашҡан ҡасаба егете булған Валерий ятаҡҡа юлды һыуын­дырмай, ҡыҙҙарға йыш килеп йөрөй. «Света, һиңә килә бит ул. Егеттең күңелен күр инде, матур итеп һөйләш. Ипле генә күренә бит!» – ти бүлмәләш ҡыҙҙар Светаға. Бер көндө Валерий ҡыҙҙы дискотекаға  саҡыра. Шулай тора-бара дуҫлыҡ мөхәб­бәткә әүерелә.  Егет үҙенең һөйгәнен өйҙәренә алып ҡайтып, ата-әсәһе менән таныштыра.  Бына уҡыу йортон тамамлар ваҡыт та етә.

 – Һин хәҙер уҡыу йортон тамамлайһың да йүнәлтмә менән эшкә китәһең һәм шунда уҡ мине онотоп, берәйһенә кейәүгә сығасаҡһың. Әйҙә, әсәйҙәргә  әйтмәй генә ауыл советында никахты рәсмиләш­терәйек, – тип тәҡдим яһай егет ҡыҙға. Яҡындарыбыҙға әйтһәк, һеҙ әле йәшһегеҙ, тип риза булмаясаҡтар, ти. Ҡыҙ юғалып ҡала.

– Өләсәйем белһә, минең был аҙымымды ғәфү итмәйәсәк.

 – Береһе лә белмәйәсәк.

Береһе лә белмәйәсәк, имеш. Етәксе урындарҙа эшләгән Петр Николаевичҡа хәбәр итмәйҙәр буламы һуң инде?  Хәбәр егеттең ата-әсәһенә тиҙ барып етә.

– Ниндәй ЗАГС-ҡа инеү ти ул? Әле һиңә артабан уҡырға, һәйбәт эшкә инергә кәрәк. Светаның ғаиләһе беҙгә тиң түгел!

Ауыл советына ирле- ҡатынлы Никитиндар ярһып килеп етә. Ер тишегенә  инерҙәй булып оялған ҡыҙға Валера менән араларҙы өҙөүҙән башҡа сара ҡалмай.

 – Улар беҙҙең ғаиләбеҙ тураһында бөтөн мәғлүмәтте лә белә булып сыҡты. Сөнки минең атайым табиптарҙың хатаһы арҡаһында операция үткәреп, шунан һуң мандый алмай, иртә вафат булды. Уның үлеменән һуң әсәй эскелеккә бирелде лә, аҫылынып үлеп ҡуйҙы. Бишенсе синыфтан алып мине өләсәйем ҡарап үҫтерҙе.  Ата-әсәһе булмаған, етешһеҙ донъяла үҫкән ҡыҙҙы улдарына тиң күрмә­гәндәрен һиҙә инем инде. Осраҡлы хәлдәр булмай. Шулай кәрәккәндер.

Светаның күҙҙәре уйсанланып китә.

– Валерийҙың әйткәне раҫ килде. Йүнәлтмә менән ебәргән урында ветеринар егет менән дуҫлашып йөрөп, шуға кейәүгә сығып ҡуйҙым. Ирем эшкә килеп тороп әрһеҙ, уңған булды. Төп эшенән тыш, тимер оҫтаһы булғас, кешегә ҡапҡа, мунса мейесе, көнкүреш-кәрәк яраҡтары эшләп, аҡса эшләй ине. Ҡайным менән ҡәйнәм ҙур, иркен йорт һалырға ярҙам итте. Үҙебеҙ ауыл хужалығы белгестәре булғас, йәшелсә-емеш баҡ­сабыҙҙа нимә генә үҫтермәй инек! Йылы климатлы Ырымбурҙа  Баш­ҡор­тостанда үҫмәгән ҡауын-ҡар­буз­дарыбыҙ емерелеп уңа торғайны. Улыбыҙ менән ҡыҙыбыҙ ҙа үҫеп буй еткерҙе. Иренә генә арҡаланып, наҙланып йәшәп ятҡан ҡатын инем. Ғаиләләге проблемаларҙы ирем хәл итте. Тормош шулай матур ғына дауам итһә икән дә… Юҡ шул. Бер көн ҡалаға машинаһында киткән ирем ҡайтманы. Ҡайтмаҫ булһа, әйтеп китер ине. Йөрәгем урынында түгел, күңелемә шом ояланы. Иртәгәһенә төшкә тиклем көттөм дә, киттем, милицияға хәбәр  итергә. Өсөнсө көндә,  үлтерелеп, маши­наһы менән бергә яндырылған иремде танырға мәйетханаға саҡырҙылар. Нисек барғанымды хәтерләмәйем, ул түгелдер тип уйлағайным. Әммә экспертиза уның шәхесе булыуын раҫланы. Енәйәтселәр иремде талап, үлтереп, эҙҙәрен йәшереү өсөн автомобиле менән бергә яндырып киткән. Донъяның йәме, тормоштоң мәғәнәһе ҡалманы. Ике балама  бауыр баҫып, йәшәүемде дауам иттем. Улдарының фажиғәле  үлемен ҡайным менән ҡәйнәм дә ауыр кисерҙе, бер-бер артлы  ҡапыл донъя ҡуйҙы­лар. Ҡыҙым, нефть техникумын тамамлап, Себергә эшкә китте, улымды әрме сафына алдылар. Бер үҙем тамам яңғыҙ тороп ҡалдым. Эшкә барам да  эштән ҡайтам, баҡсала эшләйем. Арманһыҙ булып арып, эш менән яңғыҙлығымды баҫһам да, күңел тормоштан толҡа тапмай,  йөрәк китек. Шулай бер кис уйланып ятам, элекке йәшлек хәтирәләре иҫкә төшә. Йәшлек мөхәббәтем Валерий ни хәлдә икән, тип уйланам. Тоттом да, ҡыҙыҡ күреп, уның тураһында һорашып, әхирәтемә хат яҙып ебәрҙем. Уныһы, асыҡ ауыҙ, яҙғандарымды уҡыған да Валерийға хәбәр иткән, ирем үлгәнен әйткән. Бер көндө был адресымды алып, килеп тә еткән. «Ирең үлгәнен ишеттем, һине кейәүгә алырға килдем. Хәҙер һин минеке генә буласаҡһың», – ти. Ни хәл итәһең, яңғыҙлыҡ ялҡытты. Уйландым-уйландым да, хан һарайылай ҙур йортомдо, донъямды һаттым да элекке мөхәббәтем янына күсеп киттем дә барҙым.  Хатта ҡасандыр мине үҙһенмәгән ата-әсәһенең риза булыу-булмауы ла мөһим түгел ине. Беҙ тормош апаруҡ иләгән ололар бит инде.  Валерий утыҙ биш йәшенә еткәнсе өйләнмәй йөрөгән. Һуңынан ата-әсәһе берәүгә димләп өйләндергән. Тик ул ҡыҙ оҙаҡ тормаған. Тағы димләгәндәр, тағы айырылышҡандар. Светаны алдырма­нығыҙ, тип гел ата-әсәһенә үпкәләгән.

– Беләһеңме, минең күңелемдә гел генә һинең образың йәшәне. Тәүҙә һиңә оҡшағаныраҡ ҡыҙҙар эҙләнем. Һуңынан өйләнгем дә килмәне. Өйләнгән ҡыҙҙарҙы ла үҙһенмәнем, – тине Валерий.

Ҡатын өҫтөнә ҡатын алып йәшәй алмаған улдары мине алып ҡайтҡас, ҡасандыр беҙҙең никахҡа ҡаршы булған ҡайным менән ҡәйнәм эй ҡыуанды. Инде татыу ғына йәшәгеҙ, тиҙәр. Ейәндәре тыуғас, ҡарт булһа ла, ҡәйнәм уны ҡарарға ярҙам итте. Улым   әрме хеҙмәтендә фажиғәле вафат булған улдарына ныҡ оҡшап тора.

Шул балаға ҡарап, күңелдәрен баҫалар. Һинһеҙ нисек йәшәгәнбеҙ, тип ебәрәләр. Быйыл улыбыҙ мәктәпкә бара.

Ҡыҙымдың кейәүгә сығырға йөрөгәнен белһәм, әлбиттә, иргә бармай, ейәндәр генә ҡарап ултырыр инем, тип тә уйлап алам. Тормошома зарланмайым.  Әҙәм балаһына тормошта яңғыҙлыҡ та юлдаш түгел.

Бына шулай, иллене ваҡлағанда әсәй ҙә, өләсәй ҙә булып, ошо малайҙың мә­шәҡәттәре менән йәшәп ятҡан көн.  Йәш саҡта балалар менән үҙең дә үҫәһең, уларҙы ҡарарға ваҡыт та булмай. 45-тә, аҡыл ултырғас, йән емештәреңә нығыраҡ иғтибар кәрәклеген тояһың, уларҙы күберәк иркәләйһең. «Ҡарт» атай булған  ирем дә улын яратып туя алмай. Беҙҙе «бейетә» генә инде был малай. Эҙләп тапҡан бәхетем ҡәҙерле, ти Валерий.

Яңғыҙлыҡ та әҙәм балаһына һынау. Һәр кем ошо хәленән сығырға, яҙмышын үҙгәртергә үҙе ниндәйҙер аҙым яһарға тейештер, тип уйлайым.

Һүҙебеҙҙе телефон шылтырауы боҙҙо. Трубканы улы ала һалды.

 – Мам, папа тебе звонит!

–  Сәләм, матурым! Һеҙһеҙ өйҙә күңелһеҙ. Ашағы ла килмәй.

 – Беҙ ун көндәй дауаханала ятырбыҙ әле. Һыуытҡыста һиңә ашарға билмән, манты туңдырып киттем. Ас йөрөмә!

Ҡатын иренә тағы ла  күрһәтмәләр бирҙе лә телефонын һалып ҡуйҙы.

– Эх, шул ирҙәрҙе. Әҙерҙе бешереп ашай ҙа белмәйҙәр. Аҙна уртаһында килеп етәм, китеп тә өлгөрмәнегеҙ, һағындым да, ти.

Һағынып көтөр кешең булыуы ла бәхет бит.

 

З. ЙӘҺҮҘИНА.

Автор:Зухра Ягудина