+1 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Махсус биттәр
27 Октябрь , 12:16

Телеңде йоторлоҡ! (22.10.2021)

("Ирис" кәнфите, ҡаҙ ҡаҡлау, сырлы-ветчиналы көлсә, солянка)

“Ирис” кәнфите

Кәнфит эшләү өсөн 250 г ҡаймаҡ, шәкәр, 1 г ванилин, 50 г май алына.

Ҡалын һауытта ҡаймаҡ менән шәкәрҙе ҡайнатырға ҡуйырға. Шәкәр ирегәс, ванилин, май өҫтәргә, 20 минут ҡайнатырға. Масса ҡуйы көрән  төҫкә ингәс, уны үҫемлек майы менән майланған формаға ағыҙырға. Ирис булып ҡатҡас, бысаҡты еүешләп, ҡырҡырға.

 

Ҡаҙ ҡаҡлау

Ҡаҙ боҙолмаһын һәм тәмле булһын тиһәгеҙ, уны түбәндәге рецепт буйынса ҡаҡлағыҙ.

Яңы һуйылған ҡаҙҙы йәки туңдырғыстағы ҡаҙҙы алып иретеп, йыуып, ҡоро сепрәккә һалырға. Аҙаҡ тышын да, эсен дә яҡшылап тоҙ менән ышҡырға. Эсен тоҙлаһаң, күгәрмәй. Итте ҡағыҙға төрөп, ҡараңғыраҡ урынға элеп ҡуйырға. 1 – 2 ай торғас, эсенән тоҙон алырға, йыуырға һәм өҫтөнә ҡайнар һыу һибергә. Ҡояш төшкән   урынға элеп ҡуйырға. Ҡояш яҡшы ҡыҙҙырғанда, 2 – 3 көндән йәки майы үтә күренмәле була башлағас, ҡаҡланған ҡаҙ әҙер тигән һүҙ.

Итте  һыуытҡысҡа ҡуймағыҙ, тәме юғаласаҡ. Ҡояшлы урында ла тотмағыҙ, кибеп төшәсәк. Уны һалҡынса, ҡояш төшмәй торған урында һаҡлағыҙ.

 

Сырлы-ветчиналы көлсә

1 стакан кефир, тоҙ, сода, ветчина, ҡаты сыр, 2 стакан он кәрәк.

Башта кефирға тоҙ, сода ҡушып, һәйбәтләп болғатырға. Артабан бер стакан ҡырылған сыр, он ҡушып, ҡамыр баҫырға. Уны бер нисә өлөшкә бүлеп, йәйергә. Йәймәгә ветчина һалырға ла, ситтәрен бергә тоташтырырға. Көн­бағыш майында ҡыҙҙырырға.

 

Солянка

3 кг кәбеҫтә, 2 кг һуған, кишер һәм помидор, 3 – 4 лавр япрағы, 500 мл көнбағыш майы, 2 ҡалаҡ тоҙ, 1 ҡалаҡ шәкәр һәм  9 процентлы аш һеркәһе, 10 бөртөк ҡара борос.

Кәбеҫтәне туҡмаслап турарға. Кишерҙе эре ҡырғыстан үткәрергә, һуғанды ярым ҡулсаларға ҡырҡырға. Помидорҙы, өҫтөнә эҫе һыу ҡойоп, бешекләп, ҡабығын әрсеп, 4 өлөшкә турарға. Барыһын да кәстрүлгә һалып, тоҙ, шәкәр һәм май өҫтәп, яҡшылап бутап, 1 сәғәт тирәһе талғын утта бешерергә. Бешеп сығырға 10 минут тирәһе ҡалғас, лавр япрағы, борос һәм һеркә өҫтәргә. Стериль банкаларға эҫе көйө тултырырға һәм ҡапҡасын нығытып, һалҡын урынға ҡуйырға.

Автор:AdminQ Admin