Бөтә яңылыҡтар
Махсус биттәр
19 Октябрь 2021, 15:40

БЕР ВАҠЫТ... һәм БЕР ВАҠЫТ... һәм ишшеү БЕР ВАҠЫТ (Ленинса)

Аллаға шөкөр, яҙмышыма үпкәләмәйем: насарын да,яҡшыһын да етерлек күрелде инде...Уларҙың араһында һис онотолмаҫлыҡ мәрәкәләре лә күп булды.

БЕР ВАҠЫТ...

1982 йыл. Һамар мәктәбендә ихлас ҡына уҡытып йөрөгәндә, райкомға саҡыртып алып, редакцияға йәштәр бүлегенә корреспондент итеп күсерҙеләр, һорап та торманылар,

Ярай, ҡыҙыҡтарға күсәйек әле.

Киров колхозынан бер ашнаҡсы һәм механизатор тураһында һүрәтләмә (зарисовка) яҙғайным: Механизатор Фәләнбай туңға һөрөүҙә беренселекте бирмәй; ашнаҡсы Фәләнбикә сәсеү станында механизаторҙарға телеңде йоторлоҡ итеп аш бешерә....

Ә гәзиттә фотоларҙың урындары буталған: штурвал артында ултырған тракторист ашты шәп бешерә, ә ҡаҙанды болғап торған апайка ерҙе шәп һөрә килеп сыҡты. Ул ваҡыттарҙа кеше үпкәсел булманы, минең мәҡәләм бер мәрәкә булып ҡалды. Аҙаҡ уның геройҙары һөйләүенсә, кәшеүәргә ауылдаштары еремде һөрөп бир әле, тип ыҙалаталар икән. Ә теге тракторист эштән ҡайтып инһә, ҡатыны, ҡаҙан янында йөрөп туйғанһыңдыр инде, ашатмаһам да була инде, тип шаярта икән.

БЕР ВАҠЫТ...

Бер техник-осеменатор тураһында яҙғайным.,,......ведёт свою работу в тесном взаимодействии с коллективом, что позволяет ему не допустить яловости коров в дойном гурте." Ә хәреф йыйыусы шаяртып, " с коллективом" һүҙен " с доярками" менән алмаштырған. Шунан "техник-осеменатор Фәлән свою работу ведёт в тесном взаимодействии с доярками..." тип киткән. Аҙаҡ мәҡәләмдең геройы:" Нимә,ҡустым,мин дояркаларҙы еппәреп йөрөйөммө ни?" - тип ғауғалай. Үҙемдең яҙмамды күрһәткәйнем, тынысланды.

БЕР ВАҠЫТ....

9 май алдынан бер ветеран-танкист-механизатор тураһында яҙыу ниәте менән ХХII партсъезд исемендәге колхозға (Дәүләт ауылы) килдем. "Танкист"ы баҫыуҙа, ер һөрөп йөрөгәнендә туҡтаттыҡ парторг менән. Тегенебеҙ тракторҙан тәкмәсләп килеп төштө, ләх иҫерек. Тегене ыҙалап бөттөк, улай ҙа, былай ҙа ултыртып төшөрөп ҡарайбыҙ - оҡшатып булмай. Ахырыһы, ҡайтып киттек. Ҡурҡыуым бушҡа булған. Гәзит битендә шундай матур сыҡҡан," Яугир Еңеү байрамын баҫыуҙа ҡаршылай.." Аҙаҡ ишетеүемсә, теге ағайым (урыҫ ине) :" Никак не пойму, когда он меня фотографировал?"- тип иҫе киткән.

БЕР ВАҠЫТ....(ундай хәл 100 йылда бер тапҡыр ғына була )

Сәғәт иртәнге 9.30. Мин командировкаға йыйынам. Бер ваҡыт ауыл хужалығы бүлегенең мөдире яу һалып, корректорҙы әрләгәне ишетелә. Тегенеһе ҡысҡырып илай. Шунан хәреф йыйыусыларҙың тауыштары ишетелә башланы. Ут сыҡҡанмы ни? Шунан мөдирҙең: " Инәгеҙҙе!!!!"- тип шашына башлағанына ҡыҙыҡһынып, мин дә сыҡтым. Коридорҙа райкомдыҡыларҙы тап иттем. Тар ғына кабинетта күмәк булып киттек. Тәбиғәте менән тыныс, ауыр һүҙ әйтә белмәгән мөдир аҡырынып, ҡулындағы гәзитен бер наборщицаның ауыҙына тыға яҙып һелтәнә. "Бының өсөн үҙем иртәгә машинаға ултыртып алып барып, баҫыуҙың башына ыштаныңды систереп, теге йөнтәҫ нәмәңде Киров колхозы механизаторҙарына күрһәттереп ҡуям мин һине, ысвулыч !!!" - тип әрләй.

"Нимә аптырап тораң, Ансарыч!? Мә,уҡы!!!" - тип ҡулындағы гәзитте миңә тотторҙо. Тәүге биттә алдынғы Киров исемендәге колхозда сәсеү эштәренең барышы тураһында ҙур мәҡәлә бар ине. Мин ҡыҙыл менән һыҙылған юлдарҙы уҡыным. "Быйыл колхоз механизаторҙары алдында ҙур бу..ыстар тора. ".Р" хәрефе урынына "ҡ" яҙылған ине. Ул "ЧП всесоюзного масштаба” нисек бөткәндер инде. Мин отпускыға киттем. Шулай итеп, бик абруйлы колхоз рәйесе булған (ундайҙарҙы әлегә осратҡаным булманы, бик шәп етәксе ) Заманов Марс Зиннәт улын бөтә республикаға оятҡа ҡалдырҙыҡ. Оҙаҡ онотолманы был хәл. Сәбәбе ней шул наборщицаларҙың шаяртыуы инде. Килешмәгән хәрефте һүҙгә ҡыҫтыралар ҙа, көтәләр "читканан" үтерме икәнен. Әгәр корректор күрмәй үткәреп ебәрһә, үҙҙәре төҙәттерәләр.

БЕР ВАҠЫТ........

Мин "читкала" ултырам. Уныһы: яуаплы хеҙмәткәр гәзитте уҡып, хаталарын төҙәтеп сыға ла, баҫтырырға рөхсәт бирә. Бер нисә тапҡыр иғтибар менән уҡырға кәрәк. Күҙ ҙә ҡайһы саҡ алдаша ул.

Мин бер һөйләмгә иғтибар иттем. " Ошо арала кисектермәй саралар күрергә кәрәк". Бер уҡығанда бер ни юҡ кеүек, тик һүҙҙең "ки" өлөшө бер юлда, ә ҡалған өлөшө икенсе юлға күскән. Аҫҡы этажға, типографияға төшөп "борҡолдаттым" ҡыҙҙарҙы. "Кисектермәй" һүҙен бер юлға һыйҙырттым.

БЕР ВАҠЫТ......

"Һауынсылар үҙҙәре ғәйепле. Эш күрһәткестәре түбән булғас, эш хаҡы ла шулай инде" . Ошонда шаян ҡыҙҙар "эш" һүҙен юрамал төшөрөп ҡалдырғандар.

Мин гәзитте тотоп төштөм. " Кемегеҙ йыйҙы ошо мәҡәләне?" Берәүһе:" Ми -и- ин... Ни булған, Ансарыч ?' " - тигән була. Мин янына килеп, ипләп кенә тегенең ҡолағына :"Әйҙә, минең кабинетҡа, күрһәткесеңде ҡарайым әле, түбән микән, әллә өҫтәме икән? " - тип шыбырлайым. Тегенем: " Кит, оятһыҙ... Ярай,үпкәләмә, төҙәтермен!" - тип ҡотолдо.

Мансур БАГАУВ.

Авторҙар:Айбулат ИшназаровAdminQ Admin
Читайте нас: