+10 °С
Дождь
Бөтә яңылыҡтар
Махсус биттәр
14 Октябрь , 06:04

Таныш булығыҙ: «Юлдаш»тар - Бәйтулла Фәтҡуллин

Тыуған көнөм: РФ Конститу­ция­һы – минең игеҙ һыңарым. 12 декабрь.

Тыуған ерем: Ғәбдөк, ауылым ма­турлығына көн­ләшкәндәр Сыс­ҡан тип үсекләй. Тарихсылар, борон­ғо атамаһы шулай булған, тип һөйләй.

Белемем буйынса мин: икмәк­те журналист һөнәре ашата.

Радиола нисек эш башланым: яңылыҡтарҙа эш башланым,  райондар, ҡалалар буйынса командировкалар – иң иҫтә ҡалғаны. Интернет юҡ, барлыҡ мәғлүмәтте урынға барып табаһың, күрәһең, яҙаһың.

Эшемдә иң оҡшағаны: эшем дә, коллектив та оҡшай, оҡшамаһа, бында булмаҫ та инем.

Бер мәл эфирҙа: урыҫтарҙың мәҡәлен тәржемәләгәндә, “Һүҙ –турғай түгел, сығып осһа – тота алмайһың. Тотһалар – үҙең сығып осаһың”. Тура эфирҙа эшләгәс, уның мәғәнәһен тағы ла нығыраҡ аңлайһың. Ябай ғына итеп әйткән­дә, һәр эфир – ҡабатланмаҫ мәл.

Хәтерҙә ҡалған ваҡиға, герой: улар бик күп, мейе компьютер түгел, кәрзингә ташлап йәки  юйҙырып булмай.

Рәхмәтлемен: коллегаларыма, мине өйрәткән остаздарыма, ышаныс күрһәткән етәкселәремә.

Эшкә бәйле ҡурҡыныс төш: радиоға тиклем, 90-сы йылдар аҙағында, “Сәләм”де алып бара инем. Иртәнге эфирға һуңлап ҡал­ған­мын, имеш, тигән төш байтаҡ йылдар ҡабатланды. Владимир Путиндан башҡортса интервью алыу, минеңсә, ҡурҡыныс түгел, күңелгә рәхәт төш ине.

Иң иҫтә ҡалған тыңлаусы:  рәсми статистика буйынса, баш­ҡорт­тар 1 миллион 600 мең, татар ҡәрҙәштәр араһында ла “Юлдаш”­ты тыңлаусылар миллионлап. Ба­ры­һын да иҫләп бөтә алмайым шул.

Яратҡан йырым: тыңлаған бар йырҙарҙы ла яратам, яратмаған­дарын ҡуйһалар, һүндерәм.  “Устарыма һал һин йөрәгеңде” йырын ике-өс тапҡыр әйләндереп тың­лайым.

Китабым: ҡулға эләккәндәрен уҡыйым. Китап яҙыу – ауыр ижад. Һәр ижад, һәр ижади шәхес  хөрмәткә лайыҡ. Шуға “яратҡан-яратмаған” бүленеше урынһыҙ, тип уйлайым.

Фильм: эштән диванын һағы­нып ҡайтҡан ирҙәрҙең береһе булараҡ, ҡулға пульт тотоп ятыу менән программалар буйлап “йүгерәм”.

Эфирҙан тыш яратҡан шөғөлөм: балыҡсы тиер инем, алабуғанан да ҙурырағы ҡапмай. Ауылда баҡсала соҡоноу, еләк йыйыу, утын ярыу, мунса яғыу – улар яратҡан шөғөлгә инәме?

Журналист булмаған мин: кәләше Айгөлгә аш-һыу әҙерлә­шергә ярҙам иткән, ҡыҙы Наҙгөлгә машинаһын йыуышҡан, улы Батырхан менән туп типкән атай – “просто Бәйтулла”.

Ғорурланған һуңғы ҡаҙаны­шым: һуңғы ҡаҙаныштарым алдалыр, тигән өмөттәмен.

Автор:Электронное Издательство