

Бушлай сырҙың ҡайҙалығын әйтеп-аңлатып тороу кәрәкмәй, был барыһына ла яҡшы билдәле. Ләкин, шуға ҡарамаҫтан, һаман да еңел генә аҡса эшләү уйы менән янған кешеләр табылып, муттарҙың тоҙағына эләгеп, харап була. Ярай ҙа бәләкәй генә сумманы юғалтһалар, ҡайһы берәүҙәр миллионлап һум аҡсаларынан яҙа бит. Үтә байҙар булһаларсы. Юҡ шул, беҙҙең кеүек ябай кешеләр. Муттарҙан зыян күреүселәрҙең тарихы башҡаларға фәһем булһын ине.
Ғәлимә* апай, хаҡлы ялдағы уҡытыусы, ире вафат булғас, дачаһын бик уңышлы ғына һатып ебәрә. Ейәнемә фатир алырға тәүге иғәнә булыр, тип ҡыуанып, аҡсаны өйөндә йәшерә – күҙ алдында ятһалар, ышаныслыраҡ кеүек тойола. Ейәнем хеҙмәтен тултырып, армиянан ҡайтҡас та, аҡсаны бүләк итермен, тип ҡыуанып хыялланған Ғәлимә апайға бер көндө күрше подъезда йәшәгән Асия исемле танышы урамда осрай. “Һөйләшәһе һүҙ бар, кискә инеп сығырмын”, – тип серле генә йылмая ул.
– Миндә ниндәй йомошо бар икән, тип аптыраным, – тип һөйләй Ғәлимә апай. – Кисен ул ире менән бергә ҡояш кеүек йылмайып-көлөп килеп ингәс, сәй ҡуйҙым, кескәй генә табын әҙерләнем. Төп йомоштарын әйтмәй, теләһә нимә һөйләп, ашап-эсеп оҙаҡ ултырҙылар. Шунан ғына йомоштарына күстеләр. Кредит-фәләнең бармы, тиҙәр. Юҡ, тим. Саҡ ҡына юғалып ҡалғандай булдылар ҙа, яңынан күкрәк киреп тын алып, мине эшкәртергә тотондолар. Минең ише пенсионерҙарға ниндәйҙер фонд аша өҫтәмә аҡса эшләү форсаты бар икән: аҡса индерәһең дә, һинең шул аҡсаңды тиҙ арала арттырып, кире ҡайтаралар. Бөтә сумманы тулайым кире ҡайтарғың килмәһә, аҡсаңды фондта ҡалдырып, иҫәбеңә тамған проценттарға рәхәтләнеп йәшәйһең. Хет сит илдәр буйлап йөрөп донъя күр, хет шәп автомобиль ал, хет ҙурыраҡ фатир... Ҡыҫҡаһы, фондҡа инәһең дә, шунан һуң ғүмерҙә лә аҡсаға ҡытлыҡ кисермәйәсәкһең, йәнең ни теләй – шуны һатып аласаҡһың, ашаясаҡһың, фәлән-фәсмәтән. Ейәнемә фатирға аҡса йыйышам әле, тип әллә ҡайҙан әйтеүем булды, шуны эләктереп алды бит Асия: “Тәүге иғәнәгә генә түгел, тотош сумманы йыйып бирә аласаҡһың, әйҙә, ин!” Теге мөгөҙлө-ҡойроҡло ҡотортҡандыр мине, шуларға ышанып, күпме аҡсам бар, шуны тоттор ҙа сығар әле! Әҙ аҡса түгел, расписка яҙып бирмәйһеңме, тигәс, беҙ күршеләр ҙә инде, бер ҡайҙа ла ҡасырға йыйынмайбыҙ, иртәгә нотариусҡа барып, рәсмиләштереп ҡуйырбыҙ, тип көлгән булды Асия. Һәм ысынлап ҡасты! Мине бер туҡтауһыҙ “иртәгә” менән алдаштырып тайҙы. Ҡайһы ике арала фатирҙарын һатып өлгөргәндәрҙер... Минең генә түгел, байтаҡ кешенең аҡсаһын шулай йыйып алғандар икән. Ә фонд шартлаған! Полицияға ғариза яҙған булғайным, исмаһам, расписка ла юҡ. Полиция Асияны эҙләп тапҡас, ул, Ғәлимә апай аҡылдан яҙып, яңылышып барамы әллә, ниндәй аҡса, мин унан бер тин дә алғаным юҡ, тип аңлатма яҙған. Ул илауым... Шунда ныҡ көйөүҙән һуҡырайып ҡалдым. Бер йыл самаһы ваҡыт үткәс, Асия менән осраҡлы ғына юлдар киҫеште. Мине күрмәмешкә һалышып, үтеп китергә уйлағайны, юлына арҡыры сыҡтым. Ауыҙымдан үҙенән-үҙе, тамырҙарығыҙ ҡороһон, тигән һүҙҙәр ысҡынды. Рәнйешем көслө ине. Кешене рәнйетергә ярамай–берҙән-бер улдары аварияға осрап, һәләк булған. Минең һымаҡ ололарҙы алдап йыйған аҡсаға һатып алынған яңы фатирҙарында нисек йәшәп яталар икән хәҙер?!
Ғәлимә апай һаманғаса күҙҙәре менән ҡаңғыра. Ә 62 йәшлек Валентинаның ярты кәүҙәһе эшләмәй – инсульттан һуң фалиж һуҡҡан. Үҙенең был хәлгә нисек төшөүен көс-хәлгә телен әйләндереп, илай-илай һөйләй:
–Бер ҙә аҡсаға етешеп булмай. Пенсиям бигерәк бәләкәй. Ә етеш тормошта йәшәге килә! Бер ваҡыт социаль селтәрҙә өҫтәмә аҡса эшләү буйынса рекламалар күреп ҡалдым: “Бында һәм хәҙер... Беләм, күптәр икеләнә: теләйем дә бит, ҡурҡам шул... Тап һеҙгә өндәшәм – үтеп китеп барған поездың һуңғы вагонына һикереп менергә бөгөн һеҙҙең һуңғы форсат. Башҡаса ундай мөмкинлек булмаясаҡ. Ашығығыҙ! Ҡайҙа ҡурҡыу – шунда үҫеш һәм аҡса. Нимәнелер үҙгәртергә, уңышҡа өлгәшеү өсөн, һуңынан артҡа әйләнеп ҡарап, ниңә генә беренсе хәл иткес аҙымды эшләмәнем, тип үкенмәҫ өсөн, хыялдағы тормошҡа ишекте асыр өсөн өйрәнелгән уңайлы мөхитте, яратҡан диваныңды, сериалдарыңды ҡалдырып торорға кәрәк. Балаларың һинең менән ғорурланһын өсөн! Эйе, яңы эш башлар алдынан барыһына ла ҡурҡыныс, ауыр була, ләкин һуңынан... Һуңынан, әлдә ҡурҡыуымды еңгәнмен, тип үҙеңде маҡтаясаҡһың. Шуға ла ҡурҡыуыңды тамырынан өҙөп ырғытып, үҙеңә ышанырға ла, тәүге аҙымды яһарға кәрәк. Һеҙҙең һаман да һорауҙарығыҙ ҡалһа, миңә шәхсән яҙығыҙ, кинәнеп яуап биреп, аңлатасаҡмын. Хатта бушлай онлайн презентация үткәрәсәкмен! Хыялланығыҙ! Тормошто яратығыҙ, ҡыйыу булығыҙ, ошо мәлдә, хәҙер йәшәгеҙ!” Ошоно уҡып, күңел үҫеп китмәһенме!
Икенсе реклама аҫтында “отзыв”тар ҙа бар. Мәҫәлән, бер ҡатын, мин ғаиләбеҙ өсөн мөһим аҙымды яһаным – шул-шул клубҡа индем, тип яҙған: “Тәүҙә ҡайҙа ингәнемде лә йүнләп аңламаным: бер туҡтауһыҙ аҡса артҡан электрон янсыҡты күрһәттеләр ҙә, мин шуға һоҡланып, теркәлеү үттем, ниндәйҙер криптовалюталар һатып алдым. Был турала бер кемгә лә әйтмәйәсәкмен, өндәшмәйем, тиһәм дә, шымып ҡалып булмай: иҫәптәге аҡса күҙ алдында арта! Мин ул электрон аҡсаның бер өлөшөн ысын аҡсаға күсереп ҡарағайным, килеп сыҡты! Клубта команда тиҙ үҫә! Аҡсаны криптовалютала һаҡлау миңә ҙур табыш килтерә. Клуб минең тормошомдо үҙгәрттеме? Әлбиттә! 100 процентҡа! Клубта һәр кем һиңә ярҙамға килергә әҙер тора. Бер нәмәгә ҡарамаҫтан, мин хәҙер ғаиләмдең киләсәге өсөн тынысмын!”
Ошо яҙыуҙарға ышанып, ҡанатланып, уларҙың алдаҡ булыуын белмәй, бер сайтҡа теркәлдем, үҙем тураһындағы мәғлүмәттәрҙе яҙып, ғариза тултырҙым. Шул уҡ көндө яғымлы тауышлы ир шылтыратып, мин –финанс эксперты, тип, инвестициялар өлкәһендә аҡса эшләү тураһында ҡыҫҡаса һөйләне. Ул тәҡдим иткән шарттар миңә оҡшаны. Бер аҙҙан икенсе кеше, йәнәһе лә, финанс өлкәһендә инвестициялар буйынса тиҫтә йыл эшләгән “инвестор”, шылтыратты. Мин ҙур финанс компанияһында ун йыл эшләйем, командала туҡһан кеше, тине: “Һеҙ, бер ни аңламайым, тиһегеҙ, ә аңларға кәрәкмәй ҙә. Һеҙ ни бары аҡса һалаһығыҙ ҙа, ҡалғанын үҙебеҙ эшләйбеҙ, һеҙҙең аҡсағыҙ ҙур процент менән кире әйләнеп ҡайтасаҡ”. Артыҡ аҡсам юҡ бит әле, тигәйнем, банктан кредит алығыҙ, тип кәңәш итте: “Бер айҙан кредитты ла ҡаплаясаҡһығыҙ, өҫтәмә аҡса ла эшләйәсәкһегеҙ”. Мин уға ышанып, 100 мең һум кредит алып, шуға тағы ла 50 мең һум өҫтәп, күрһәтелгән банк иҫәбенә күсерҙем. Аҙаҡ туғандарҙан бурысҡа өс йөҙ мең аҡса йыйып алып, ҡабаттан кредиттар алып, инвестицион иҫәпкә һалдым. Ә финанс компанияһы хеҙмәткәрҙәре һаман ҙур табыш менән әүрәтеп, аҡса талап итте. Бурысҡа бер килендәштән 100 мең һум алғайным бит, бер көн шул аҡсаһын һорап килде. Нишләп кәңәш-төңәш итмәйенсә аҡсаны биреп ебәргәнһең, тип ирем туҙына, кире ҡайтар инде, ти. Мин, иреңде тынысландырыу өсөн 120 мең итеп арттырып бирәм, тип аҡсаны инвестицион иҫәптән алайым, тигәйнем, алып булманы. “Инвестор”ға шылтыраттым. Ул аҡсаны кире алырға теләгәнемде ишеткәс, бының өсөн яңы иҫәп асырға кәрәк, ти: “Һеҙҙең сумма бик ҙур, мутлыҡтарға юл ҡуймаҫ өсөн яңы иҫәп асырға, унда кәмендә йөҙ мең һум аҡсағыҙ ятырға тейеш”. Тағы ла кешеләрҙән үтескә аҡса алып, “инвестор” өйрәткәнсә яңы иҫәп астым. Шул уҡ көндө “инвестор” менән бәйләнеш өҙөлдө, бер аҙҙан сайт та эшләүҙән туҡтаны. Был турала барыһы ла ишетте, белде. Кемдәрҙән аҡса алғанмын, шул туғандар, таныштар миңә ябырылды, етмәһә, кредит өҫтөнә кредит... Полицияға барып, мине алдаған муттар өҫтөнән ғариза яҙып ҡайтып килгәнемдә иҫемде юғалтып йығылғанмын... Оҙаҡ дауаханала яттым. Кеше булмам инде бынан ары. Мине ошо хәлгә ҡалдырғандарҙы көнө-төнө ҡарғайым. Үҙемде лә, асыҡ ауыҙ, тип әрләйем. Ләкин әрләү менән генә хәлдәрҙе рәтләп булһасы... Үлергә лә ҡуйырға ине...
Был ҡатындар кеүек төрлө мут әҙәмдәрҙең тоҙағына ҡабыусылар, “Антарес”, “Финико”, “Френдекс”, “Феникс”, “Текра” һәм башҡа финанс пирамидаларына эләгеүселәр һис ҡасан кәмемәҫтер ул. Еңел аҡса артынан ҡыуған, нисек тә булһа финанс хәлен яҡшыртырға ынтылған кешеләр, күҙҙәре тоноп, аңдары томаланып, һәр ваҡыт аферистарға юлығып тора. Гел дә: “Теге финанс пирамидаһы ине, ә был бөтөнләй икенсе”, – тип тәҡрарлайҙар, бәләгә тарыуҙарын уйламайҙар. Түбәндәге кәңәштәр тәү сиратта улар өсөн:
– Муттар йыш ҡына финанс компаниялары, хоҡуҡ һаҡлау органдарының телефон номерҙарын имитациялаған программаларҙы ҡуллана. Шуны иҫегеҙҙә тотоп, теләһә кемгә ышанмағыҙ.
– Конфиденциаль мәғлүмәттәрҙе: банк картаһының реквизиттарын, пароль, логинды, ПИН-кодтарҙы, код һүҙен бер кемгә лә, бер ваҡытта ла әйтмәгеҙ.
– Өҫтәмә аҡса эшләү менән ҡыҙыҡһындырып шылтыратҡан кешенең ниндәй ойошмала эшләүен, вазифаһын, исем-шәрифен яҙып алығыҙ. Шунан һөйләшеүҙе өҙөп, ул әйткән компанияға шылтыратып, шул кешенең уларҙа эшләйме-юҡмы икәнен, телефон аша әйтелгән тәҡдимдәрҙең актуаллеген белешегеҙ.
– РФ Үҙәк банкы сайтында “Финанс баҙарҙа ҡатнашыусыны тикшерергә” тигән бүлектә компанияның хоҡуҡи статусын тикшерегеҙ (компанияның исеме буйынса түгел, ә ИНН йәки ОГРН буйынса).
– Иҫәп асыр өсөн инвестицион компанияның сайтында теркәлергә ҡушһалар, мотлаҡ адресына иғтибар итегеҙ – ысынлап шул сайтмы-түгелме икәнен тикшерегеҙ.
– Шунда логин, паролде индерер алдынан тоташыуҙың һаҡланғанмы-юҡмы икәнен дә тикшерегеҙ. Сайт адресы алдында “https” тигән яҙыу торорға тейеш.
– Инвестицион килешеү төҙөмәйенсә аҡса күсермәгеҙ. Килешеү ҡағыҙҙа булһа, күпкә ышаныслыраҡ (бер-бер хәл булһа, документтарҙың оригиналы менән судҡа йәки дәүләт органдарына яҡлау эҙләп мөрәжәғәт итеүе күпкә еңел).
– Килешеүҙе яҡшылап уҡығыҙ. Унда күрһәтелгән шарттар компания хеҙмәткәре әйткән шарттарҙан айырыла икән, килешеү төҙөүҙән, аҡса күсереүҙән баш тартығыҙ.
Ғөмүмән, аҡсағыҙ менән һаҡ булығыҙ. Үҙегеҙ яңылыштан финанс пирамидаһына, “инвестфондҡа” эләкһәгеҙ, башҡаларҙы өгөтләп индерә күрмәгеҙ – әллә ҡайҙа ултырған ойоштороусыларҙан түгел, аҡсаһын һеҙҙән таптырасаҡтар, рәнйеш-ҡарғыштар, янауҙар һеҙҙең өҫкә яуасаҡ. Ә был һеҙгә кәрәкме?
Баныу ҠАҺАРМАНОВА.
* - Исемдәр үҙгәртеп алынды.