

Башҡорт халҡы кеүек ғәзиз ерен, азатлығын даулап быуаттар буйы йән аямай көрәшкән, әммә бер ваҡытта ла баш эймәгән, шундай хәтәр шарттарҙа ла үҙ йөҙөн, булмышын, аһәңле йыр-моңдарын, мәҙәниәтен, рухиәтен бөгөнгәсә һаҡлап ҡала алған милләт бик һирәктер. Ана шул бай ҙа, шанлы ла, данлы ла тарихыбыҙ беҙҙең ҡабатланмаҫ йырҙарыбыҙҙа, бейеүҙәребеҙҙә, фольклорыбыҙҙа, ғөрөф-ғәҙәттәребеҙҙә сағылыш тапҡан.
Әбйәлил районының Ҡаҙмаш ауылынан халыҡ йырсыһы Мөхәммәт Ғәлимовты тыңлағанда милләтебеҙ мәҙәниәтенең һәм сәнғәтенең ни тиклем бай икәнлегенә тағы бер ҡат инанаһың. Мөхәммәт Хатип улын күптәр “ысын самородок” тип атай һәм бер ҙә яңылышмай. Ысынлап та, ул башҡорт йырҙарын нәҡ халыҡсан башҡарыуы, көслө, аһәңле тауышы менән хайран итте. Һуңғы аҙнала социаль селтәрҙәрҙә ул иң популяр кешегә әүерелде. Быға Мөхәммәт Хатип улы башҡарыуында “Уйыл” халыҡ йыры видеоһын һалыу ҙа сәбәпсе булғандыр.
Бер видеоның тарихы
Бынан аҙна-ун көн элек Әбйәлил районының Йәнгел ҡасабаһы мәктәбендә эшләүсе Айҙар ҡустым миңә видеояҙма “ташланы” ла аҫтына яҙып ҡуйҙы: “Бына ошо ябай ағайҙы тыңлап ҡара әле. Шәп йырлай бит!” Тыңлағас, йырсының тәбиғәттән бирелгән үҙенсәлекле моңона, талантына, халыҡсан башҡарыу оҫталығына таң ҡалдым. Ысын мәғәнәһендә хазина бит был! Кем икәнен белмәһәм дә, ошо видеояҙмаға бер аҙ комментарий яҙып, “Һаҡмар” гәзитенең “Бәйләнештә” төркөмөнә һалдым. Бер аҙҙан халыҡ йырсыһының исеме лә билдәле булды – Әбйәлил районының Ҡаҙмаш ауылынан Мөхәммәт Ғәлимов икән. Был хаҡта ауылдаштары хәбәр итте. Һанаулы ғына ваҡытта уның башҡарыуында “Уйыл” йыры иң популяр яҙма булып китте һәм шул көндән алып бөгөнгәсә Мөхәммәт Хатип улының йырҙары иң күп тауыш һәм комментарий йыйыуы менән айырылып тора.
Социаль селтәрҙәр аша йырсының күршеһе Рәшиҙә Фәттәхова менән танышып, бер аҙ мәғлүмәт алғандан һуң, ул беҙҙе Ҡаҙмашҡа ҡунаҡҡа саҡырҙы. Маҡсаты – моң оҫтаһын халыҡҡа танытыу, ҙур сәхнәгә сығарырға ярҙам күрһәтеү, ижади конкурстарға йәлеп итеү. Рәшиҙә Әхәт ҡыҙының был изге теләген беҙ ҡушҡуллап күтәреп алдыҡ һәм үткән йомала Баймаҡ телевидениеһы журналистары менән күршеләргә сәфәр ҡылып ҡайттыҡ.
Азамат МӨХӘМӘТШИН
Дауамын «Йәшлек» гәзитенең яңы һанында уҡығыҙ.