+1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Махсус биттәр
24 Сентябрь , 07:51

Телеңде йоторлоҡ! Өй шарттарында әҙерләнгән сосиска. Баклажандан рулет. Корейса сөгөлдөр салаты

Өй шарттарында әҙерләнгән сосиска

Тауыҡтың 500 – 600 грамм аҡ ите, 100 мл һөт, 1 йо­мортҡа, 30 грамм аҡ май, 1 – 2 баш һуған, тәменсә тоҙ, борос, төрөргә аҙыҡ-түлек өсөн пленка (кибеттә һатылған яһалма тышлыҡтарҙы ла ҡулланырға мөмкин)  кәрәк була.

Тауыҡ итен һуған менән бергә ит турағыстан үткәрергә. Йомортҡа, һөт, аҡ май ҡушырға. Тоҙ, борос һәм башҡа үҙегеҙгә оҡшаған тәмләткестәр һалырға ла яҡшылап бутарға. Блендер ярҙамында иҙергә.

Аҙыҡ-түлек пленкаһын йәйеп ике ҡалаҡ итле ҡатнашманы һалырға. Артабан уны тығыҙлап, бер нисә ҡат ныҡлап урарға, пленканың ситтәрен бәйләргә.

Сосисканы ҡайнап торған һыуға һалып, 20 минут самаһы бешерергә. Ул һутлы, тәмле генә була. Теләгәндәр тағы ла табала ҡыҙҙырып, төҫ бирә ала.

 

Баклажандан рулет

Бер баклажан, 200 грамм эремсек, бер бүлкәт һарымһаҡ, 50 грамм сыр, бер бәй­ләм петрушка, үҫем­лек майы, тоҙ, борос кәрәк.

Тәүҙә баклажанды оҙонсалай ҡырҡып , тоҙ һибеп, ун минут ултыртып торорға. Шунан һәр киҫәген майлап, ҡоро, эҫе табала ҡыҙҙырырға. Артабан һарымһаҡты, петрушканы ваҡлап, эремсек һәм ҡырылған сырҙы тоҙлап, борослап бутарға. Ошо әҙер ҡатнашманы баклажан киҫәгенә һалып  урарға.

 

Корейса сөгөлдөр салаты

Был ризыҡты ярты сәғәттә әҙерләп ашарға була.

 Салат өсөн 500 грамм сөгөлдөр ,100 грамм көнбағыш майы , кишер өсөн тигән корей тәмләткесе, өс бүлкәт һарымһаҡ , аш һеркәһе кәрәк.

Сөгөлдөрҙө корей салаты эшләй торған ҡырғыста ҡырырға. Тәмләткестәр ҡушырға. Һарымһаҡты иҙеп һалырға. Көнбағыш майын йылытып, аш һеркәһе  менән бутарға. 3-4 сәғәткә һыуытҡысҡа ҡуйырға.

Автор:AdminQ Admin