Бөтә яңылыҡтар
Махсус биттәр
22 Сентябрь 2021, 07:44

Бушлай ер кемдәргә һәм ҡайҙан бирелә?

Пай ерҙәре, бушлай ер участкалары алыу, милеккә документтар эшләтеү буйынса һорауҙар редакцияға күп килә. Был мөрәжәғәттәргә БР Ер һәм милек мөнәсәбәттәре министрлығынан яуап бирҙеләр.

«Ер мөнәсәбәттәрен көйләү ту­раһында»ғы БР законына былтыр үҙгәрештәр индерелде. Хәҙер бушлай ер алырға теләүселәргә аҡсалата түләүҙәр ҙә алырға мөмкин. Быйыл аҡсалата компенсацияға нисә сертификат биреләсәк? Киләсәктә уларҙың һанын арттырыу күҙалланамы?

Район-ҡалаларға сертификаттар күп балалы ғаиләләргә һәм инвалид бала тәрбиәләүселәргә пропорциональ кү­ләмдә, йыллыҡ финанс лимитына ҡарап бирелә. Быйыл ер участкаһы урынына аҡса алырға теләүселәргә республика буйынса 400 сертификат тапшырылды.

Әгәр ҙә бушлай ер алырға теләгән кешегә өй төҙөп булмаҫлыҡ һаҙлыҡлы ер участкаһы тура килгән икән, уны алмаштырып буламы?

Закон тарафынан билдәләнгәнсә, льготалы категорияға ҡараған граж­дандарға ер бер мәртәбә бушлай бирелә һәм шуға ла уны алмаштырыу мөмкин түгел.

Өфөлә йәшәүселәргә ҡайһы урын­дарҙан ер бирелә? Унда коммуникациялар үткәнме?

Шәхси торлаҡ төҙөлөшө өсөн ер участкаһы өфөләргә Благовещен, Иглин, Ҡырмыҫҡалы, Кушнаренко, Өфө, Шишмә райондары сиктәренән бирелә.

Күп балалы ғаилә булараҡ, 2013 йылда Өфө районында бушлай ер алыуға сиратҡа торҙоҡ. Һаман да участка алмағанбыҙ. Сират быйыл етергә тейеш. Ҡайҙан ер бирерҙәр икән?

Әлеге көндә Суровка ауылы янында биләмәне планлаштырыу һәм ыҙмалау (межевание) проекты әҙерләнгән. Уға ярашлы, шәхси торлаҡ төҙөлөшө өсөн 850 урын билдәләнгән. Документтар ресурстар менән тәьмин итеүсе ойошмалар тарафынан раҫлана.

Биш бала тәрбиәләйбеҙ. Быйыл өлкән улыма 18 йәш тула. Ер алыуға сиратта торабыҙ. Өлкән балам бәлиғ булғас, сираттан төшөп ҡалыр­быҙмы икән?

Борсолорға урын юҡ. Балаларҙың бәлиғ булыу йәшенә етеүе күп балалы ғаиләне сираттан төшөрөүгә сәбәп була алмай.

Сиратыбыҙ етеп, бушлай ер тәҡдим иттеләр. Әммә унда электр уты үтмәгән, юл юҡ. Хәҙер аҡсалата компенсация ғына алырға теләйбеҙ. Беҙгә яңынан сиратта торорғамы?

Закон тарафынан билдәләнгәнсә, льготалы категорияға ҡараған граж­дандарға торлаҡ төҙөү өсөн ер йәки аҡсалата компенсация алыу хоҡуғы бер мәртәбә генә бирелә. Сиратығыҙ етеп, ер тәҡдим иткәс, аҡса ала алмайһығыҙ.

Хәҙер ергә документтар әҙерләү уңайлы, төрлө урынға мөрәжәғәт итеп йөрөмәҫкә кәрәк, тиҙәр…

Эйе. Әле Дәүләт һәм муниципаль хеҙмәттәр порталында ер мөнә­сәбәт­тәре өлкәһендәге 17 дәүләт хеҙмәте буйынса электрон ғариза бирергә мөмкин. Хеҙмәттәр буйынса һанлы форматта эш итеүгә күсереү быйыл да дауам итәсәк. Был халыҡҡа документ алыу уңайлы һәм тиҙ булһын өсөн эшләнә.

Колхоздар бөлгөнлөк сигенә етеп, бөтөрөлгәс, уларҙың ерҙәре милек хоҡуғында пай ерҙәре тип шәхси ҡулдарға бирелде. Ул участка мираҫ буйынса хужаның яҡындарына тапшырыла аламы? Әгәр ҙә был баҫыу эшкәртелмәһә, сүп үләне үҫкән, ҡаралмаған урынға әүерелһә, хужа ниндәй яуаплылыҡ тота?

Аграр биләмәлә бүленгән ер шәхси милек булып һанала һәм ер пайы тип атала. «Ауыл хужалығы ерҙәре әйлә­неше тураһында»ғы федераль закон буйынса ер милексеһе ерҙе бүләк итә йәки һата, мираҫ итеп ҡалдыра, ҡуртымға  бирә йәки уны үҙе эшкәртә ала. Милексе вафат булған осраҡта әлеге ерҙән файҙаланыу хоҡуғы ярты йылдан һуң уның вариҫына күсә. Пай ерҙәрен арендаға айырым ер милексеһе, милекселәр төркөмө пайсы­ларының ышаныслы кешеһе бирә ала. Аренда  өсөн түләү    аҡсалата, бесән, ашлыҡ, һалам менән натуралата булыуы мөмкин. Пай милексеһе менән ҡуртымға алыусы араһында оҙаҡ ваҡытҡа (49, 25, 10 йыл) йәки ҡыҫҡа ваҡытҡа (11 айҙан 5 йылға тиклем) килешеү төҙөлә. Пай ерен күпме ваҡытҡа ҡуртымға биреүҙе милексе үҙе хәл итә. Был документ, ғәҙәттә, йыл башында йыйылыш ваҡытында төҙөлә. Аренда өсөн түләү мәсьәләһе лә шул ваҡытта хәл ителә.

Ауыл хужалығы тәғәйенләнешендәге ер участкаһы дәүләт ер күҙәтеүе сиктәрендә   милек хужаһы маҡсатлы рәүештә ерҙе өс йылдан ашыу   фай­ҙаланмаһа йәки уны  ҡануниәттәрҙе тупаҫ боҙоп ҡулланыуы асыҡланһа,  мәжбүри рәүештә тартып алына.

 

З. ЙӘҺҮҘИНА әҙерләне.

Автор:Зухра Ягудина
Читайте нас: