Бөтә яңылыҡтар
Махсус биттәр
19 Сентябрь 2021, 07:30

Көйҙөрмәй торған табалар

Тефлон (политетрафторэтилен) ҡатламлы таба – хужабикәнең иң ҙур “әхирәте”. Майһыҙ ризыҡ ҡыҙҙырыу, кетерләп торған ит йәки картуф, сохарый һәм башҡаларҙы әҙерләү өсөн, оҫталыҡтан ҡала, шәп әйбер ҙә кәрәк шул. Ә бындай таба һәр саҡ ярҙам итергә әҙер. Һатып алған саҡта нимәгә иғтибар итергә кәрәк һуң?

 

Ҡапланыу ысулы

Табаны көйҙөрмәй торған ҡатлам менән ҡаплауҙың ике ысулы бар: махсус ҡатнашманы сәнәғәт һиптергесе менән бөркөү йәки тәгәрмәс менән тәгәрәтеп буяу. Һуңғыһы йышыраҡ ҡулланыла, бындай таба арзаныраҡ та була. Әммә бөрккәнгә ҡарағанда ҡатлам йоҡараҡ килеп сыға һәм ҡулланыу ваҡыты ла әҙерәк була – тиҙ сатнай. Шунлыҡтан һатыусынан табаның махсус состав менән нисек ҡапланыу ысулын ентекле һорашығыҙ.

 

Ниндәй сеймалдан етештерелгән?

Алюмин табалар етештереү ысулы буйынса ҡойолған һәм ҡалып менән әҙерләнгән төрҙәргә бүленә. Тәүгеһендә иретелгән алюминды таба формаһына ҡоялар – был таба төбөн ҡалыныраҡ итеү мөмкинлеге бирә. Һө­ҙөмтәлә уның ҡулланыу ваҡыты 5 – 7 йылға оҙая. Ә ҡалып менән етеш­терелгәндә, алюмин йәй­мәнән түңәрәк ҡырҡып алына һәм сәнәғәт станогы ярҙамында билдәле бер формаға килтерелә. Таба төбө төрлө ҡа­лынлыҡта килеп сыға. Ә ул 2,5 см йәки унан да йоҡараҡ икән, 1 – 2 йылдан файҙаланыуға яраҡ­һыҙға әйләнәсәк. Бынан тыш, таба төбө йоҡа булғанда тефлон ҡат­ламға ла тиҙ генә зыян килә.

Ҡорос табаның ҡулланыу ваҡыты сикләнмәгән. Иң яҡшыһы – 18/10 тамғаһы булғанын (хром менән никелдең процентлы нисбәтен күрһәтә) алыу. Уларҙың хаҡы ҡиммәт. Тефлон ҡатламға зыян килһә, был табаларҙы башҡаса ҡулланып булмай: көйөүҙән һаҡланмаған табаға бөтә әҙерләнгән ризыҡ йәбешәсәк. Шуға ҡиммәт хаҡҡа ҡорос таба һатып алһағыҙ, бик һаҡ тотоноғоҙ.

Суйын һауыт-һаба менән бер рәттән, һатыуҙа титан табалар ҙа була. Ул суйын кеүек ныҡ, шул уҡ ваҡытта күгәрмәй ҙә. Уларҙың хаҡы былай ҙа арзан түгел, ә тефлон ҡатлам менән тағы ла ҡиммәтерәк буласаҡ.

Керамика ҡатламы

Тефлонға ҡарағанда керамика ҡатламы сәләмәтлек өсөн күпкә зыянһыҙ булып һанала. Йылытҡанда унан бер ниндәй ҙә ағыу бүленмәй. Бындай табалар йышыраҡ йоҡа алюминдан әҙерләнә, ә керамика менән уның тышы һәм эсе генә ҡаплана. Керамик табаның өҫтөнлөгө – сыҙамлылыҡ. Ҡаты губка менән ышҡып йыуғанда ҡырылған урын ҡалмай. Уны эҫе мейескә ҡурҡмайынса ҡуйырға мөмкин, унда ризыҡ та тиҙ һәм тигеҙ әҙерләнәсәк. Әммә ул йылылыҡтың ҡапыл үҙгәреүенә һиҙгер, шул сәбәпле өҫлөктә сатнаған эҙҙәр барлыҡҡа килә. Күпмелер ваҡыттан һуң улар ҡатламдың ҡубыуына килтерә.

 

Дөрөҫ файҙаланығыҙ!

Табаның ҡайһыһын ғына һайлаған осраҡта ла, шуны онотмау мөһим: ундай ҡатламдар ризыҡты көйөүҙән һаҡламай, ә көйгән ризыҡҡа табаға йәбешеү мөмкинлеге генә бирмәй. Һауыт-һабаны махсус магазиндан ғына һатып алығыҙ һәм аңлатма яҙыуындағы ҡулланыу ҡағиҙәләрен теүәл үтәгеҙ. Табала ризыҡ әҙерләгән ваҡытта тимер сәнске, ҡалаҡ ҡулланмағыҙ, шымартыу үҙенсәлеге булған таҙартыу шыйыҡсаларын, губкаларҙы файҙаланмағыҙ. Һәм табаның ҡулланыу ваҡыты теүәл яҙылған икән, етештереүсе күрһәткән мәлгә тиклем генә тотоноғоҙ!

Автор:Гульнур Куватова
Читайте нас: