Бөтә яңылыҡтар
Махсус биттәр
15 Сентябрь 2021, 11:52

Магазин билмәне: ниндәй серҙәре бар?

Тормош артынан ҡыуыу беҙҙең күп көстө һәм ваҡытты ала.

Эш, ғаилә, балалар мәшәҡәте менән булып, ҡайһы саҡта ашарға бешерергә лә ваҡыт ҡалмай. Был осраҡта хужабикәләргә ярымфабрикаттар ярҙамға килә. Ә тиҙ һәм йәтеш кенә әҙерләнә торған шундай аҙыҡ-түлек араһында иң популяры – билмән.

Меңәр йылдар элек, сауҙа барлыҡҡа килеү менән, кешелек ике төркөмгә – һатыусыларға һәм һатып алыусыларға бүленә. Ике яҡтың мәнфәғәттәре бер-береһенә тулыһынса ҡапма-ҡаршы­лыҡлы булып сыға. Ябай ғына итеп аңлатҡанда, һатып алыусы арзан ғына хаҡҡа затлы тауар алырға тырыша. Ә һатыусы насарыраҡ сифатлы тауарын да ҡиммәтерәк һатыу өсөн уны рәхәт­ләнеп маҡтаясаҡ. Ҡыҫҡаһы, һатҡан әйберенең сифатын ысынбарлыҡ­тағынан бер аҙ арттырып күрһәтеү һәр һатыусының ҡанына һеңгән. Был күренеш билмәнгә лә ҡағыла. Алданмаҫ өсөн нимәгә иғтибар итергә һуң?

Туңдырылған ярымфабрикаттарға һорау артыуын белгестәр тормош рәүеше үҙгәреү менән аңлата. Беренсенән, (күпме генә зарланһаҡ та, йәшәйешебеҙ, Аллаға шөкөр, насар түгел) ғаилә бюджетына керем артты. Икенсенән, аш бүлмәһендә булышыуға ҡарағанда күпселек был ваҡытты карьера яһау, ял итеү, күңел асыу өсөн файҙа­ланыуҙы хуп күрә. Шуға күрә бөгөн барлыҡ һатып алынған аҙыҡ-түлектең 70 процентын ярымфабрикаттар тәшкил итә. Уларҙы, XXI быуат ризығы, тип тә атайҙар.

Был өҫтөнлөктө ярымфабрикат етеш­тереүселәр ҙә, һатыусылар ҙа аңлап алды: магазин кәштәләрендә уларҙың ниндәй генә төрө юҡ! Ә һатып алыусы уның ҡайһыһын һайларға белмәй, баш вата. Тикшереүҙәр күрһәтеүенсә, күп осраҡта улар ризыҡты рекламаға ҡарап ала. Ә матур рекламаның йыш ҡына дөрөҫлөккә тап килмәүен белгәндәр башҡа юлды һайлай. Улар үҙенең күңеленә хуш килгән тауарҙы йөҙләгән төр араһынан әле береһен, әле икенсеһен, унан һуң өсөнсөһөн ҡулланып ҡарағас ҡына табасаҡ. Тик бының өсөн байтаҡ ваҡыт алданып йөрөргә тура килеүе бар.

 

Ваҡытында аша! Юҡһа әрәм булыр...

Билмәнде бер нисә тапҡыр иретеп туң­дырыу ҡәтғи тыйыла. Әүәләү цехында әҙер­ләнгәндән һуң ул билдәле бер һалҡын­лыҡтағы туңдырғыста һаҡлана. Ҡулланыу­сы ла һатып алғас, бер ни тиклем ваҡыт һаҡлай ала. Әммә иң яҡшыһы – алғас та бешереп ашау.

Етештереүселәр ярымфабрикаттарҙы әҙерләү һәм һаҡлау ҡағиҙәләрен теүәл үтәһә лә, магазинда быға күҙ йомоп ҡалыу­сылар булыуы мөмкин. Билмәндең иреп, ҡабат туңыуын уның тышҡы бил­дәләренә ҡарап асыҡларға була. Улар бер-береһенә йәбешеп бөтһә йәки ҡап эсендә ҡар, боҙ булһа, был ризыҡтың “үҙ ғүмерендә” бик күпте күрергә өлгөргәнлеген аңларға мөмкин.

Билмәндең төргәге лә күп һорау тыуҙыра. Иң мөһиме – ни өсөн етештереүселәр сы­ғарыу ваҡытын ҡаптың йәбештерелгән урынына ваҡ ҡына хәрефтәр менән яҙа? Ҡулланыусылар араһында насар күреүселәр ҙә бар бит. Ә был эш нәҡ шуны күҙ уңында тотоп эшләнә лә. Туңдырылған ярымфабрикат ҡабында шулай уҡ тауарҙы етештереү ысулы, һаҡлау ваҡыты менән шарттары, составы, эшкәртеү алымы күрһәтелергә тейеш. Был мәғлүмәттәр ҙә күпселек осраҡта ваҡ ҡына хәрефтәр менән яҙыла һәм уларҙы аңлап та булмай.

Ә ысынында иһә билмәнде туңдырғыста 3 – 6 ай ғына һаҡларға ярай. Туңдырылған ярымфабрикаттарҙың ҡулланыу ваҡыты бер ҡасан да сыҡмай, тип уйлағандар ныҡ яңылыша. Ә был ваҡыты үтһә, билмән хәтәр ҡурҡыныс тыуҙыра. Сөнки етеш­тереүселәр уларҙы химик матдәләр менән байыта. Күптәр “Е” кодын күрһәтмәйенсә генә иткә тәм көсәйткес өҫтәй. Ул бер ни тиклем ваҡыттан һуң ризыҡта зарарлы матдәләр барлыҡҡа килтерә.

Шулай уҡ билмәнгә һыу ҡушылғанын да күрһәтмәүселәр бар.

 

Соянан “ит”

Әммә ҡулланыусыларҙы ҡыҙыҡһын­дыр­ған һорау башҡала. Аҙыҡ-түлек донъяһын йыйын алмаштырғыстар (заменитель), буяу, тәм көсәйткес һәм башҡа шундай “химия” баҫып барыуын иҫәпкә алғанда, магазин билмәненең эслеге нимәнән эш­ләнә икән? Төҫөнә һәм тәменә ҡарағанда, иттән, һуғандан һәм тәмләткес­тәр­ҙән торған ке­үек. Уның ниндәй иттән яһалғаны һәм күп­ме өлөшө соянан торғанын белеү мөм­кин түгел. Был мәғлүмәтте, әлбит­тә, ҡапта табырға була, әммә уның нин­дәй күләмдә дөрөҫ булыуы бары тик етештереү­се­нең намыҫына бәй­ле. Сөнки, тикше­реүҙәр күрһә­теүен­сә, иттең күләме ту­раһындағы белеш­мә күп осраҡта ялған булып сыға. Ит үткәргес аша үткән фарш менән хәйләләү еңел – халыҡ уның нимәнән яһалыуын барыбер аңламаясаҡ. Миҫал өсөн, “Контрольная закупка” тапшырыуындағы хәлде иҫкә төшөрәйек. Журналист билдәле бер фирманың тауыҡ итенән яһалған бил­мәнен экспертиза өсөн лабораторияға алып килә. Эслектең 70 проценты – соянан, 24 проценты эре мал кимерсәктәренән тороуы асыҡланған. Ә ысын ит менән май тик 6 процент ҡына тәшкил иткән. Әйткәндәй, бындай үҙенсәлек тауыҡ итенән әҙерләнгән күп кенә билмәнгә хас. Алдайҙар, хәйлә­ләшәләр – халыҡ барыбер экспертиза өсөн аҡса түкмәйәсәк. Етештереүселәр быны яҡшы белә. Бәйән иткән экспертиза шулай уҡ тағы ла бер етешһеҙлекте тапҡан: тикшерелгән билмәндең ите менән ҡамыры 30-ға 70 нисбәтендә булған. Ә ысын билмәндә улар 50-гә 50 була.

Белә-күрә алданырға ашыҡмағыҙ, йәмәғәт! Үҙ аҡсағыҙға сифатһыҙ ризыҡ ала күрмәгеҙ!

Автор:Гульнур Куватова
Читайте нас: