+5 °С
Дождь
Бөтә яңылыҡтар
Махсус биттәр
12 Сентябрь , 21:05

Йондоҙнамә (13 – 19 сентябрь)

Йондоҙҙар юл күрһәтә, әммә яҙмышың үҙ ҡулыңда тип киҫәтә...

Ылаҡ (22.12 – 20.01)

Аҙна яҡшы ғына башланыр. Тик тиҙ генә хәлдәр кирегә китер. Күптән онотолған, тамамланмай ҡалған эштәр үҙҙәре хаҡында һиҙҙертер, быға байтаҡ ҡына ваҡыт сарыф итерһегеҙ. Кесе йома өҫтәмә мәшәҡәттәр килтерер.

һыуғояр (21.01 – 19.02)

Шәхси һәм ғаиләләге ваҡиғалар ҡыуан­дырыр. Шишәмбелә иҫтә ҡалырлыҡ мәлде кисерерһегеҙ. Йәшерәктәр тулыһынса мө­хәббәт хыялдарына бирелер, эш-уҡыу ҡайғыһы ла булмаҫ хатта. Йомала күптән күрмәгән кешенән хәбәр алырһығыҙ кеүек.

Балыҡ (20.02 – 20.03)

Һеҙҙе бик яуаплы көндәр көтә. Бәғзеләр тап ошо ваҡытта ике юлдың береһен һайлар. Был аҙымдың һөҙөмтәләрен ваҡыт үткәс кенә белерһегеҙ. Ғөмүмән, йондоҙҙар һәр саҡ һеҙҙең яҡлы булыр һәм быны асыҡ белгертер.

Ҡуҙы (21.03 – 20.04)

Төрлө кеше менән аралашырға тура килер. Араһында һеҙҙе алдарға тырышыусылар ҙа табылыр. Эске тауышығыҙ ярҙамында ундайҙарҙы тоя алырһығыҙ. Ғөмүмән, аҙна мәшәҡәтле һәм көсөргәнешле көтөлә. Шулай ҙа уны хатаһыҙ һәм юғалтыуһыҙ үткәрерһегеҙ.

Буға (21.04 – 21.05)

Һуңғы ваҡытта артыҡ ваҡ мәсьәләләр менән булышҡанығыҙҙы асыҡ аңларһығыҙ. Төп көсө­гөҙҙө ҙур эштәргә йүнәлтеүегеҙ дөрөҫөрәк бу­лыр. Осор аралашыу, фекерҙәштәр эҙләү өсөн уңайлы. Элекке ҡаршылыҡтарҙы, үпкәләшеүҙәрҙе онотоғоҙ. Шишәмбе һәм йома бигерәк уңышлы үтер.Игеҙәктәр (22.05 – 21.06)Үткән көндәргә йомғаҡ яһарһығыҙ һымаҡ. Улар артыҡ ҡәнәғәтлек килтермәҫ. Борсол­мағыҙ, алда уңайлы мөмкинлектәр булыр әле, яңылыш ебәргән хаталарығыҙҙы ла төҙәтә алырһығыҙ. Йомала ниндәйҙер аҡса килер, бәлки.

Ҡыҫала (22.06 – 23.07)

Ҡайһы бер эшегеҙҙе туҡтатып торорға кәңәш ителә. Күберәк киләсәгегеҙ тураһында уйлағыҙ. Һеҙгә хас булған тырышлыҡты күрһәтә алһағыҙ, уңыштар мотлаҡ килер. Йондоҙҙар шәхси өлкәгә лә иғтибар бирергә ҡуша. Кәрәкмәгән мөнәсәбәттәрҙе йәлләмәйенсә өҙөгөҙ.

Арыҫлан (24.07 – 23.08)

Аҙна башында мөнәсәбәттәрҙә ҡаршылыҡ­тар килеп сығыуы ихтимал. Иң яҡын кешеләр менән дә һүҙгә килешеүегеҙ бар. Ҡайһы ваҡыт үҙегеҙ ҙә кеше эштәренә ҡыҫылырға мата­шырһығыҙ. Дөрөҫлөк кем яғында булғанын ваҡыт үҙе күрһәтер, моғайын.Ҡыҙ (24.08 – 23.09)Алдан төҙөгән маҡсаттарығыҙ боҙолор. Уйламаған эштәр менән булышырға тура килер, бәлки. Барыһы ла яҡшы булыр, артыҡ борсолмағыҙ. Шаршамбыла килем алыуығыҙ бар, уның мотлаҡ аҡсалата булмауы ла мөмкин. Шәмбе кемгәлер ярҙамығыҙ тейер.

Үлсәү (24.09 – 23.10)

Уңышлы аҙна. Бөтә эшегеҙҙе лә тейешенсә башҡара алырһығыҙ. Тырышлығығыҙ юҡҡа бул­маҫ, кәрәк кешеләр һеҙгә иғтибар итер. Кесе йомала мөһим осрашыу буласаҡ. Һуңғы ваҡиғалар һеҙгә уйланыу, элек күрмәгәнде күреү мөмкинлеге бирер.Саян (24.10 – 22.11) Шишәмбелә ниндәйҙер мөһим хәлдәр булыуы ихтимал. Яҡын киләсәккә ҡорған маҡсат­тарығыҙға үҙгәрештәр индерергә кәрәк булыр. Ғөмүмән, осор бик мәшәҡәтле көтөлә. Шулай ҙа тырышлығығыҙ арҡаһында юғалтыу­һыҙ эш итә алырһығыҙ.

Уҡсы (23.11 – 21.12)

Ҡайсаҡ бер аҙ төшөнкөлөккә бирелеүегеҙ ихтимал. Ғөмүмән, эштәрегеҙ бигүк хөрт тә бармай. Ҡайһы бер мәсьәлә тураһында артыҡ күп уйланаһығыҙ, шикелле. Йондоҙҙар юҡҡа борсолмаҫҡа ҡуша. Үҙегеҙ күрерһегеҙ, аҙнаны уңышлы ғына тамамларһығыҙ.

Автор:AdminQ Admin