Бөтә яңылыҡтар
Махсус биттәр
11 Сентябрь 2021, 07:40

Вагон купеһында һөйләнгән тарих

Поезд тәгәрмәстәренең бер ритмда тыҡылдауына үҙем дә һиҙмәҫтән ойоп киткәнмен. Купе ишеге асылыуына тертләп уяндым. Йоҡом ҡул менән һыпырып алғандай юҡҡа сыҡты.

– Һаумыһығыҙ... – бәләкәй генә сумка тотҡан йәш ҡатын инеп, ҡаршылағы һәндерәгә ҡыйыуһыҙ ғына сүгәләне.

– Хәйерле кис...

Һүҙҙәр ялғанманы. Уҡый башлаған китабымды алып, яратҡан шөғөлөмдө дауам иттем. Күршем бөршәйеп кенә ултырған килеш тын ҡалды. Байтаҡ юл үткәс, миңә мөрәжәғәт итте:

– Урыным өҫкө һәндерәлә ине. Был урындың хужаһы килгәс, мине уятығыҙ әле, зинһар. Әлегә аҫта йоҡлап торам...

– Ә-ә-ә, һеҙ шуға ҡыйыуһыҙ ғына ултыраһығыҙмы ни? Ҡурҡмайынса ятығыҙ, ул урынға билет алған кеше был поезда танышын осратып, уның янына күсте. Поезд етәкселеге менән нисектер килешкәндәр. Шуға күрә борсолмағыҙ.

– Уй, ҡалай йәтеш булды! Дөйөм вагонға билет ҡалмағайны, ә купе хаҡтары бигерәк ҡиммәт бит. Шуға, бер аҙ арзан булһын тип, өҫкө урынды һайланым. Үҙем бер аҙ ҡурҡам... Үҙем өсөн түгел, буласаҡ сабыйым өсөн. Өс айлыҡ ауырым бар.

– Ҡотлайым. Оло шатлыҡ.

– Әлбиттә. Мин дә бәхетемә ышанып бөтә алмайым... Ниһайәт, тормошом яйға һалыныр, тип өмөт итәм. Миңә бит инде оҙаҡламай 40 йәш тула. Һуңғы вагонға һикерҙем, тигәндәй...

Артыҡ аралашҡы килмәһә лә, һөйләгәнен иғтибарһыҙ ҡалдырмаҫ өсөн генә:

– кейәүгә һуң сыҡтығыҙмы әллә? – тип һорап ҡуйҙым.

– Был ирем менән ҡауышҡанға өс кенә йыл. Миңә оҙаҡ ваҡыт психиатрия дауаханаһында ятырға тура килде. Саша унда завхоз булып эшләй ине. Шунда танышып, өйләнештек. Һеҙ борсолмағыҙ, хәҙер һау-сәләмәтмен ул, – юлдашым, асылып китеп, артығын ысҡындырғанын аңлап ҡалды. – Һеҙгә бер ниндәй ҙә мәшәҡәтем булмаҫ.

– Борсолмайым, барыһы ла һәйбәт, – ә үҙем бер аҙ шикләнеп ҡуйҙым. Психик ауырыуҙарҙың үҙенсәлектәрен белмәйем, шулай ҙа уның һөҙөмтәләре ҡапыл килеп сыға, тип әйткәндәрен ишеткән бар. Тәүлеккә яҡын бергә бараһы кешенең һау-сәләмәт булмауы күңелгә шом өҫтәне. Купелағы дүртенсе урынға тәғәйен пассажирҙың тиҙерәк килеүен теләй башланым.

– Рәхмәт. Юғиһә минең ауырығанымды белгән кешеләр һәр саҡ шикләнеп ҡарай. Ә бит мин ул дауаханаға юҡтан ғына барып эләкмәнем. Күтәрә алмаҫлыҡ ҡайғыларға бирештем. Иң яҡын кешеләремдең хыянатын күтәрә алманым. Етмәһә, унан алда ғына өс баламды бер көндә ерләнем.

– Йә, Хоҙай! – был хәбәрҙән шаңҡып, тороп уҡ ултырҙым. – Бигерәк ҙур ҡайғы... Тимәк, был һеҙҙең икенсе ирегеҙме?

– Эйе. Тәүгеһенә иҫәрлек менән 20 йәштә сыҡҡайным. Аптырағандың көнөнән тигәндәй. Атайым миңә 12 йәш булғанда  вафат булды. Әсәйем дүрт бала менән тол ҡалды, мин –  иң олоһо. Элек тә ҡунаҡ­тарҙан, күңел асыуҙан баш тартмай ине, ирен юғалтҡас, ҡайғыһынан бөтөнләй эскегә һалышты. Тәрбиә күрмәнек, үҙебеҙҙе үҙебеҙ ҡараныҡ. Эшкә өйрәткән кеше лә булманы. 9-сы кластан һуң район үҙәгендәге һөнәрселек училищеһына уҡырға барҙым. Шунда минең иң ғәмһеҙ мәлдәрем булғандыр. Етем бала булараҡ, бушлай ашаталар, ятаҡ бүлмәһендә йәшәйем. Пенсия аҡсаһына өҫтөмдө бөтәйтеп алдым. Тыуған йорт үҙенә бөтөнләй тартмай. Шулай ҙа айына бер ҡайтып, туғандарымдың хәлен беләм. Күстәнәс алып ҡайтҡан булам үҙемсә. Һуңғы йыл уҡый инем, әсәйем мәрхүм булды. Эскән килеш февраль буранында туңып үлде. Һеңлем менән ике ҡустыма мине опекун итеп ҡуйҙылар. Этеп-төртөп тигәндәй уҡыуымды тамамланым, тик ауыл ерендә ниндәй ашнаҡсы кәрәкһен инде – эшләргә тура килмәне. Беҙҙе былай ҙа ауылда, эскесе балалары, тип яратманылар. Етмәһә, минең өҫтә өс бала –  төҫкә арыу ғына булһам да, етди дуҫлыҡ тәҡдим иткән егет табылманы. Ә еңел-елпе мөнә­сәбәттәргә үҙем ҡаршы булдым. Ваҡыт та юҡ ине: бөтә хужалыҡ эше минең өҫтә, туғандарымды ҡарарға кәрәк. Таң менән күҙҙе ышҡып асам да, кис етеүгә арманһыҙ булып ҡолайым. Тәүге яҙҙа уҡ пенсия аҡсаһын йыйып, күп итеп ҡош-ҡорт һатып алдым, баҡса тултырып картуф, йәшелсә сәстем. Берәү үҙе әҙерләгән ризыҡты ашай, йәнәһе. Тәжрибә булмағас, тәүге йыл алға китеш булманы: ҡош-ҡорттоң яртыһы үлде, картуфты ҡорт юҡҡа сығарҙы. Күршелә сыуаш әбейе йәшәй ине. “Ир ҡулы кәрәк һеҙгә. Бисә кеше бер үҙе мал көтә алмай ул”, – тип һөйләнә башланы. Бушҡа булмаған икән: үҙенең алыҫ туғанына димләне. Ир-егеттәр яғынан иғтибар булмағас, зәңгәр күҙле, оҙон буйлы Вадимды күрҙем дә, ғашиҡ булдым. Етмәһә, танышҡан көндө үк емерелеп барған кәртәләрҙең яртыһын йүнәтеп тә ҡуйҙы. Шуға күрә оҙаҡ инәлтеп йөрөмәнем, кейәүгә сығырға ризалыҡ бирҙем. Хәйер, исеме генә ир инде. Яҙылышманыҡ, йортҡа инде лә, йәшәп киттек. “Паспортым ауылда ҡалды. Алып килгәс, ЗАГС-ҡа ғариза яҙырбыҙ”, – тине. Тик аҙаҡ был хаҡта онотто.

Оло ҡустым әрме хеҙмәтенә китте, кесеһен интернатҡа уҡырға бирҙек. Тик Олеся һеңлем генә юлдан яҙҙы: таңға тиклем клубта йөрөй, көнө буйы йоҡо туйҙыра. Етем бала булараҡ, институтҡа конкурсһыҙ ғына уҡырға индергәйнек тә, ҡыуылып ҡайтты. Өйҙә лә артыҡ ярҙам итеп барманы. Пенсия аҡсаһын үҙе тотона, тип мине судҡа ла биреп бөттө, ярай, уныһы туҡтап ҡуйҙы. Беҙҙең дүрт йылда өс балабыҙ тыуҙы. Тәүҙә Вадим ҡырға йөрөп эшләй ине, уртансы улыбыҙ Тимурға йөрәк ауырыуы менән инвалидлыҡ бирелгәс, ҡарауҙы уға яҙҙырҙым. Бәләкәй балалар менән йорт эштәренә лә өлгөрә алмайым. Ирем эшен ташлап, беҙҙең янға ҡайтты. Олесянан ярҙам юҡ ине. Шулай ҙа район үҙәгендәге дауаханаға барғанда, ашарға әҙерләгәндә балаларҙы ҡарашты, һүҙ юҡ.

Тимур менән оҙаҡ ҡына дауаханала ятырға тура килә ине. Береһендә өйгә ҡандала алып ҡайтҡанбыҙ. Иҫке йортта улар “һә” тигәнсе үрсене. Махсус хеҙмәт са­ҡыртып, уларҙы ағыуларға булдыҡ. Обой­ҙы аҡ­тарҙылар, түшәктәргә тиклем эш­кәрттеләр. Өйҙөң  аҫты өҫкә әйләнеп ятып ҡалды. Йыйыштырып өлгөрә алманым, икенсе көндө райондан социаль хеҙ­мәткәрҙәр тикшереү менән килде. Етем балалар опекуны һәм яңғыҙ әсә булараҡ, уларҙа иҫәптә торам бит инде, уларҙың гел килеп тороуына өйрәнеп тә бөттөм. Тик был юлы өйҙәге тәртипһеҙлекте күреп, улар акт төҙөнө, ауыл советы башлығын да, мәктәп директорын да саҡырҙылар. Хәлде аңлатып ҡарайым, тик һүҙемде ҡолаҡҡа элеүсе булманы.

Аҙна ваҡыт үтеүгә мине көн аша тиерлек районға саҡырта башланылар. Алынған аҡсаға отчет таптыралар, өйҙәге тәртипһеҙлеккә аңлатма яҙырға ҡушалар. Башым тамам әйләнде. Юл йөрөүе үҙе бер бәлә: ауылға автобус бөтөнләй йөрөмәй. Үткенсе машиналарҙы көтөп ваҡыт үтә. Бер шулай һеңлемә балаларҙы ҡалдырып, барлыҡ документты алдым да, мәғариф бүлегенә саҡыртҡайнылар, юлға сыҡтым. Вадим бер ғаиләгә мунса бураһы бурарға ялланғайны, шунда барам, тип ҡалды. Етәкселәр янына ингәндә телефон тауышын ябып ҡуйҙым. Байтаҡ ҡына ултырырға, хәлде аңлатырға тура килде. Сығып, телефонға күҙ һалһам, ирем, һеңлем, күршеләрҙән барлығы 20-нән ашыу шылтыратыу булған. Шунда уҡ ниндәйҙер бәлә булғанын һиҙҙем. “Тимурым!” – тип ҡуйҙым, әммә хәлдең ҡот осҡос булыуы башҡа ла килмәне. Вадим телефонын алманы. Уғаса булмай, күршенән шылтыратыу килде:

– Ҡайҙа йөрөйһөң ул?! Өйөң яна!

Шунда тәүге осраған такси янына барып, ауылға алып барырға үтендем. Артабанғы ваҡиғалар   ҡот осҡос төш кеүек: ҡайтыуыма янғын һүндерелгән. Тик өс бала төтөнгә тонсоғоп, йән биргән. Уларҙың мәйетен күреү менән иҫтән яҙып тәгәрәгәнмен. Дауаханала иҫемә килдем. Илап, ялбарып, ерләүгә ҡайттым. Ул саҡта ниҙәр кисер­гәнемде үҙем генә беләм. Дуҫыма түгел, дошманыма теләмәйем ул ҡайғыны. Дошман тигәндәй, ер йөҙөндә ни тиклем алама кеше йәшәгәнен шунда ғына белдем. Ул ваҡиғанан һуң ниндәй генә һүҙҙәр ишетергә тура килмәне миңә! Йөҙөмә бәреп тә әйттеләр, интернет селтәрендә лә яҙҙылар.

– Ярай, туғыҙ айҙан тағы табыр. Кем белә, тағы ауырлылыр әле!

– Балалары үлде, “әсәлек капиталы” ҡалды. Хәҙер ни, йәшәр рәхәтләнеп.

– Ямандан яҡшы тыуғанын кем күргән? Был да шул әсәһенең һыңары инде...

– Баланы хөкүмәт ҡарай, тип йәшәүселәр шулай инде...

– Туғандарын да аҡса өсөн ҡарағандыр...

– Ундай әсәйҙәрҙе атырға кәрәк!

– Балаларын ҡарауһыҙ ҡалдырып, район үҙәгендә эсеп йөрөгәндер. Ҡайтҡанында аяғында ла баҫып тора алмай, йығылған, тиҙәр бит. Дауаханаға алып барып, айыҡтырып алғандар, ти!

Ә бит мин бөтөнләй эсмәйем! Балаларымды, туғандарымды кеше итергә тырышып, 17 йәштән иңемә яуаплылыҡ алдым, булған аҡсаны уларға тыҡтым. Сит кешеләрҙең һүҙе, ҡылығы, ярай – бер. Ә мине алда тағы ла бер һынау көткән икән. Балаларҙы ҡарап ҡалған Олесянан янғын мәлендә ҡайҙа булыуын һорап, ныҡыша башланым. Бәләнең нисек сыҡҡанын белгем килә ине. Тәүҙә, бәҙрәфкә сыҡҡайным, тип яуапланы. Аҙаҡ янғынды урамдан үтеп барған ирҙең күреп, ярҙам саҡыртҡанын белдем. Ул ваҡытта ут өй ҡыйығына күскән булған. Тимәк, һеңлем бәҙрәфтә генә булмаған. Аҙаҡ, кешенән ишетеп белдем, янғын һүнеп барғанда ул ирем менән бергә ҡайтып ингән. Ярты ауыл уларҙың һөйәркәләр икәнен белгән, ә мин танау аҫтындағы хәлде күрмәй йәшәгәнмен. Был хәлде аҡылым күтәрә алманы шикелле, үҙ-үҙемә бикләндем, кеше менән аралашмаҫ булдым. Яртылаш янған өйөбөҙ янында көнө-төнө бер нөктәгә текәлеп ул­тырғанмын. Ә мин быны ниңәлер хәтерләмәйем. Әрменән ҡайтҡан ҡустым дауаханаға урынлаштырҙы. Районда бит хәлде беләләр, һаулыҡтың ниңә ҡаҡшағанын аңлап, баш ҡалаға ебәрҙеләр. Ә унан, үҙем һорап, сит тарафҡа – ошо төбәктәге пансионатҡа килеп урынлаштым. Сит ерҙә онотолормон тип уйланым.

Һигеҙ йылға яҡын яттым мин унда. Күңелемә бик оҙаҡ тынғы тапманым. Саша менән танышыу күңелемә һиллек бирҙе шикелле. Ә ауырға ҡалғанымды белгәс, үҙемде яңынан тыуғандай хис итә башланым. Беҙ өс йыл элек, дауахананан сыҡҡас та, яҙылышҡайныҡ. Хәҙер, ауырға ҡалғанымды белгәс, ирем сиркәүҙә йәрәшергә тәҡдим итте. Тимәк, динде алмаштырырға тура киләсәк. Шуға уйланым-уйланым да, тыуған яҡтарыма ҡайтып, атай-әсәйемдең, өс баламдың, башҡа мәрхүм туғандарымдың рухына аят уҡытып, хәйер биреп килергә булдым. Кемгә ҡайтырмын, кем нимә тип әйтер – бер аҙ ҡурҡыта ла. Унда минең ун бер йыл булғаным юҡ. Теге хәлдәрҙән һуң. Туғандарым  менән дә аралашманым. Олеся менән Вадимдың ни хәлдә икәнен дә белмәйем. Уҫал ауылдаштарымды ла, эскегә һалышҡан әсәйемде лә ғәфү иттем, әммә ул икәүҙе кисерә алмайым. Уларҙың вайым­һыҙлығы өс сабыйымдың ғүмерен өҙҙө. Бәхет күрмәһендәр, тип теләнем гел генә. Үҙемдең дә бәхет булманы. Быға тиклем... Ярай, йоҡлайыҡ. Һеҙҙең ваҡытығыҙҙы алып, тормошомдо бәйән итеп ултырам инде, ғәфү итегеҙ... Күңелемде бушатып алырға булдым.

Икебеҙ ике һәндерәлә, уйҙарға бирелеп, оҙаҡ яттыҡ. Шулай ҙа башҡаса һөйләш­мәнек. “Иртәгә телефон номерын алырға кәрәк булыр...” – тигән уйҙар менән йоҡоға талдым. Ә иртәнсәк уянғанымда ул купела юҡ ине инде.

– Таңғы сәғәт 6-ла үҙ станцияһында төшөп ҡалды, – тине вагон оҙатыусыһы.

Шулай итеп, телефон номерын ғына түгел, исемен дә белмәй ҡалдым юлдашымдың. Бары эсен бушатып һөйләгән ҡайғы-хәсрәттәре генә ҡалды күңелдә...

 

                           Гөлдәриә ВӘЛИТОВА.

Автор:Гульнур Куватова
Читайте нас: