Бөтә яңылыҡтар
Махсус биттәр
10 Сентябрь 2021, 12:45

Боронғо кейем ниндәй булған?

Халҡыбыҙҙың рухи мираҫы менән матди хазиналары бөгөнгө көнгәсә һаҡланған. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, һәр этностың айырылғыһыҙ өлөшө – милли кейемде мәҙәни сараларҙа, байрамдарҙа, тарихи әйберҙәр һаҡланған урындарҙа ғына күрәбеҙ.

Дәүләкән тарих-тыуған яҡты өйрәнеү музейында Дим буйы ҡатын-ҡыҙҙарының боронғо күлдәге, камзулы, еләне, алъяпҡыстары һаҡлана.

Күлдәктәр ҡулдан һуғылған, 30 сантиметрҙан киңерәк туҡыманан, муйын өлөшө ултырма яға менән ҡапланып, тегелгән. Ҡатын-ҡыҙҙың күкрәк өлөшөн  махсус биҙәүес – ҡыҙыл туҡымаға металл тәңкәләр һалынған һаҡал ҡаплай.

Артҡы өлөшө арҡаға һылашып ҡына төшөп, бил тирәһендә киңәйә барған камзул, мамыҡ һалмай, еңле итеп, кер күтәрмәле тауарҙан тегелгән. Ул күлдәк тышынан ҡаптырма менән эләктереп кейелә.

Һәр ырыу, төбәк башҡорттарының кейемде биҙәү, кейеү үҙенсәлектәрендә, материал төрҙәрендә айырмалыҡтар бар.

Милли кейем  – ул халыҡтың милли һыҙаттарын,  йәшәү рәүешен, көнкүрешен сағылдырыусы, этник сығышын айырып  тороусы әйбер.

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ҡасандыр өләсәйҙәр һандығында ғына  һаҡланған был ҡомартҡылар – күлдәктәр, алъяпҡыстар, һаҡалдар юғалып бөтөп бара. Әгәр ҙә һеҙҙә ата-бабаларығыҙҙан ҡалған милли күлдәк өлгөләре, аяҡ кейемдәре бар икән, музейҙарға, этнограф-тарихсыларға тапшырығыҙ. Уларҙың милли кейем өлгөләрен өйрәнеүселәргә һәм тергеҙеүселәргә ҡиммәтле мәғлүмәт сығанағы булыуы ихтимал.

                                                                                                

Автор:Зухра Ягудина
Читайте нас: