Бөтә яңылыҡтар
Махсус биттәр
10 Сентябрь 2021, 12:40

250 йәшлек камзул

Быуындан-быуынға тапшырылған милли кейем боронғолоғо, үҙенсәлекле тегелеше һәм биҙәлеше менән һоҡландыра

Бөгөн  Башҡортостан халҡы Милли кейем көнөн билдәләй. Был байрам, республикабыҙ етәксеһе Радий Хәби­ров ҡарарына ярашлы, йылына ике тапҡыр – сентябрҙең икенсе һәм апрелдең өсөнсө йомаһында билдә­ләнә. Бөгөн ул дүртенсе  тапҡыр үткәрелә.

Милли кейем көнө  уңайынан тарихыбыҙға, мәҙәниәтебеҙгә яңыса ҡараш булдырыу, әхлаҡи ҡиммәттәребеҙҙе йәш  быуынға таратыу маҡсатында   төрлө сара ойошторола, телерадио­тапшырыуҙар әҙерләнә. Башҡортостан юлдаш телевидениеһының күптән түгел  генә  тура  эфирҙа үткән  «Киске телеүҙәк» тапшырыуы ла төньяҡ-көнбайыш башҡорт­тарының милли кейеменә бағышланды.  Унда Асҡын районының Ҡаҙансы төбәге ағинәйҙәрен етәкләүсе  әүҙем һәм рухлы райондашыбыҙ  Мәмдүнә Ғаян ҡыҙы Зарипова  ҡатнашты. Ул бигерәк тә һуңғы йылдарҙа   нәҫел тамырҙарын барлап, шәжәрә төҙөү, тарихыбыҙҙы, мәҙәниә­тебеҙҙе, йолаларыбыҙҙы өйрәнеү, милли кейемебеҙҙе  тергеҙеү буйынса  әүҙем  эш алып бара. Тапшырыуҙа   Мәмдүнә апай   Ҡыр-Танып ырыуы ҡатын-ҡыҙҙарының милли кейеменең үҙенсәлеге һәм районыбыҙҙа ошо боронғо милли кейемде тергеҙеү, төрлө биҙәүестәр әҙерләү буйынса алып барылған эштәр, ошо йүнәлештә дәртләнеп ижад итеүсе оҫталар тураһында һөйләне.

Мәмдүнә Ғаян ҡыҙының изге ҡомартҡы итеп һаҡлаған кейеме  боронғолоғо, үҙенсәлекле тегелеше менән күптәрҙе ҡыҙыҡһындыра, биҙәлеше менән һоҡландыра. Һоҡланмаҫлыҡ та  түгел шул!  250 йыл элек тегелгән уҡалы камзул үҙе генә ни тора! Баҡтиһәң,  ул Мәмдүнә апайға бишенсе быуынға сыҡҡан ҡарт өләсәһе Хәжәр ағинәйҙән изге ҡомартҡы итеп тапшырылған. Күҙ алдына килтерәйек: Мәмдүнә апай,  уның әсәһе Кәримә, уның әсәһе Хәтимә, уның әсәһе Фатима, уның әсәһе Хәжәр.

– Бындай уҡалы камзул бик етеш йәшәгән, хәлле кешеләрҙә генә булған. Уны көндәлек тормошта түгел, ә ҙур тантаналарҙа, байрамдарҙа ғына кейгәндәр. Быуындан-быуынға тапшырылыусы  ҡомартҡылар араһында  200 йыллыҡ   күлдәк тә бар. Ул дүрткел балитәкләп 12 һыр менән тегелгән. Улар  йылдағы дүрт миҙгелде һәм 12 айҙы  аңлата. Еңдәрҙәге һәм күкрәгендәге һырҙарҙы ла һанаһаң, 24 була. Был тәүлектәге 24 сәғәтте аңлата. Күлдәк  миңә алыҫ туғаныбыҙ Ғәмилә әбейҙән ҡалды. Тағы ла кафтан (камзулдан оҙонораҡ кейем)  һәм ике камзул бар. Береһе   тәңкәле, икенсеһе   ябай. Икеһе лә  билләп тегелгән. Уларға йылға тулҡындары төшөрөлгән. Барыһы ла –  боронғо Ҡыр-Танып ырыуы  кейемдәре.  Ҡәҙерле ҡомартҡылар араһында кейәү егете таҫтамалы ла (суп­тарлы таҫтамал)  бар.  Ул миңә Зекриә олатайымдан ҡалды. Етендән һуғылған   таҫтамалда  егет һәм ҡыҙ яғынан шәжәрә  сигелгән, – тип һөйләне Мәмдүнә апай ҡәҙерләп һаҡлаған ҡомартҡылары  тураһында.

Милли кейемде тергеҙеү, төрлө биҙәүестәр (селтәр, күкрәксә, таҡыя, ҡалпаҡ, беләҙек, муйынса һәм башҡалар) эшләү, балалар өсөн кейем тегеү тураһында ла һөйләнеләр тапшырыуҙа.

– Һуңғы йылдарҙа үҙ ерлегебеҙгә хас милли кейемде тергеҙеү, биҙәүестәр әҙерләү буйынса ҙур эштәр башҡарыла. Бына, мәҫәлән,  үҙем шөғөлләнгән район мәҙәниәт йортондағы Ризида Ғәлимова етәкләгән «Аҡ ҡалпаҡ» халыҡ фольклор ансамбле ағзаһы, йыр-моңға ғына түгел, тегеү, сигеү, бәйләүгә лә маһир Фәниә Әхмәтова ансамбль ағзалары өсөн дә күлдәктәр тегеп, алъяпҡыстар, ҡалпаҡтар сигеп бирҙе. Уның ҡул эштәре менән райондаштарыбыҙ төрлө күргәҙмәлә танышып тора. Фәниә ҡурсаҡтар өсөн дә милли кейем тегә һәм бәйләй. 6-сы Бөтә донъя фольклориадаһы ҡунаҡтары районыбыҙға килгән саҡта ла Фәниә Әхмәтованың ошо ҡул эштәре күргәҙмәлә урын алғайны. Ғөмүмән,  районыбыҙҙа оҫталар күп. Хәҙер һәр ауылда тиерлек ошондай боронғо кейемде тергеҙеү,  биҙәүестәр әҙерләү, йәштәр, уҡыусылар араһында ошо йүнәлештә оҫталыҡ дәрестәре үткәреү буйынса әүҙем эш алып барыла. Йәштәрҙең дә был эшкә дәртләнеп тотоноуы һөйөндөрә, – ти Мәмдүнә Ғаян ҡыҙы.

 Бына шулай, һәр башланғысты күтәреп алып, тормошҡа ашырыусы  Мәмдүнә Зарипова  ошо боронғо камзул һәм күлдәк өлгөләре буйынса  үҙенә  Ҡыр-Танып ырыуы  ҡатын-ҡыҙы кейемен тергеҙеп кейҙе. Нәҡ ошо кейемде кейеп, ул «Киске телеүҙәк» тапшырыуында ла бик матур сығыш яһаны.

Наилә ИМАЕВА.

Асҡын районы.

Автор:AdminQ Admin
Читайте нас: