Бөтә яңылыҡтар
Махсус биттәр
4 Сентябрь 2023, 11:25

Ҡышҡылыҡҡа баҡса ризыҡтары

Маринадтағы ташҡабаҡ

1 л банка иҫәбенә 700 грамм ташҡабаҡ, 6 – 7 ҡәнәфер, 2 лавр япрағы, ярты ҡуҙаҡ әсе борос, самалап дәрсен алына.Ташҡабаҡты әрсеп, орлоғонан таҙартырға ла 3Х3 см ҙурлыҡта шаҡмаҡтарға турарға. Уны ҡайнап торған һыуҙа 5 минут бешергәс, һарҡытырға. Банкалар төбөнә тәүҙә тәмләткестәр һалына, өҫтөнә – ташҡабаҡ. Ҡайнар маринадты ҡойоп, тимер ҡапҡастар менән ҡапларға һәм, һыуынғас, баҙға төшөрөргә.Маринад өсөн 1 л һыуға 50 г тоҙ, 300 г шәкәр, 1 стакан 9 процентлы аш һеркәһе алына. Аш һеркәһен маринад ҡайнап сыҡҡас һалырға ла утты һүндерергә.

Сөгөлдөр япрағын маринадлау

Йәш сөгөлдөр япраҡтарын йыйғас, матурлап йыуырға. Һыуын һарҡытып, киптерергә лә, артыҡ ваҡ итмәй генә турарға. Банкаларға тығыҙлап тултырғас, өҫтөнә ҡайнар маринад ҡойорға. Уны 5 минут тирәһе тотҡас, һарҡытырға һәм ҡайнатып, ҡабат япраҡ өҫтөнә ҡойорға. Тимер ҡапҡас менән ябып, һалҡын урында һаҡларға.Маринад өсөн 1 л һыуға 100 мл 9 процентлы алмалы аш һеркәһе, 70 г шәкәр, 25 г тоҙ, 1 лавр япрағы, самалап борсаҡлы борос менән ҡәнәфер һалырға.Маринадланған сөгөлдөр япрағынан ҡышҡыһын аш бешерергә мөмкин. Борщ, ши әҙерләгәндә өҫтәп ебәрһәгеҙ, бик үҙенсәлекле буласаҡ.

Сөгөлдөр маринадлау

1 кг сөгөлдөрҙө йыуып, аш һеркәһе һалынған һыуҙа 1 сәғәт бешерергә. Уны һыуытҡас, һәр сөгөлдөрҙө 4 – 5 киҫәккә телергә. Уны банкаларға һалып, бөртөклө ҡара борос, ҡәнәфер өҫтәргә. Өҫтөнә маринад ҡойоп, тимер ҡапҡас ябырға. Банкаларҙы ҡалын юрған менән томалап, яй ғына һыуытырға кәрәк. Маринадланған сөгөлдөрҙө һыуытҡыста йәки һалҡын баҙҙа һаҡларға.Маринад өсөн 1 л һыуға 2 ҡалаҡ шәкәр, 1,5 ҡалаҡ тоҙ, 2 лавр япрағы һалып ҡайнатырға. Утын һүндергәс, 75 мл аш һеркәһе ҡушып бутарға.

Сөгөлдөр һабағын маринадлау

Сөгөлдөр япрағын маринадлағанда уның һабағын да эшкәртергә була. Уны оҙонлай көйө йыуырға, зарарланған урындарын ҡырҡып ташларға. Һабаҡтарҙы бөтәүләй килеш банкаға оҙонсалай тултырырға. Өҫтөнә эҫе маринад ҡойорға ла банкаларҙы 15 минутҡа ҡайнап торған һыулы кәстрүлгә ултыртырға. Ул ярылмаһын өсөн кәстрүл төбөнә туҡыма киҫәге йәйергә кәрәк. Ундағы һыу банканың яртыһынан аҙ ғына өҫтәрәк булырға тейеш, юғиһә ҡайнағанда эсенә төшөүе бар. Банкаларҙы тимер ҡапҡас менән ябып, баҙға ҡуйырға.Маринад өсөн 1 л һыуға 100 мл алма йәки виноград һеркәһе, 100 г шәкәр, 25 г тоҙ, 8 борсаҡлы борос, 1 лавр япрағы һалып ҡайнатырға.

Баклажан тоҙлау

5 кг баклажанды йыуырға ла түңәрәкләп турарға. Уға тоҙ һибеп, 3 сәғәт ултыртып торорға. Һәм алтынһыу төҫкә ингәнсе майҙа ҡыҙҙырырға.1-әр кг помидор менән болгар боросон, 200 г һарымһаҡты, 5 ҡуҙаҡ әсе боросто ит турағыс аша үткәрергә. Мул ғына итеп йәшел тәмләткестәр турап һалырға, 2 ҡалаҡ тоҙ, 100 мл үҫемлек майы, 3 ҡалаҡ шәкәр һалып бутап, утҡа ҡуйырға. Ҡайнап сыҡҡас, баклажанды һалып, 20 минут бешерергә. Утты һүндергәс, 100 мл 9 процентлы аш һеркәһе һалып бутарға ла банкаларға тултырырға. Тимер ҡапҡас менән ябырға.

Фасолдән ҡышҡылыҡҡа салат

500 г фасолде төнгөлөккә һалҡын һыуҙа ебетергә. Һыуын түгеп, яңынан таҙа һыу ҡойоп, яртылаш әҙер булғансы бешерергә.4 кг болгар боросон, 1 кг помидорҙы, 1 кг һуғанды ярым түңәрәкләп турарға. 1 кг кишерҙе ҡырырға. Уларҙы фасоль менән бергә бутарға ла, тоҙ өҫтәп 6 – 8 сәғәткә һыуытҡысҡа ҡуйып торорға. Бүленеп сыҡҡан һутын түгеп, 500 мл үҫемлек майы, лавр, борсаҡлы борос һалып, 40 минут томалап бешерергә. Аҙыраҡ тойолһа, тоҙ өҫтәргә мөмкин. Әҙер булғас, 150 мл аш һеркәһе һалып бутарға. Банкаларға тултырып, тимер ҡапҡас менән ябырға.

Маринадланған һарымһаҡ

Һарымһаҡты таҙартҡас, тишекле сүмескә һалып, өҫтөнә ҡайнар тоҙло һыу (500 мл һыуға 50 г тоҙ алына) ҡойорға. Был уны зарар­һыҙландыра. Артынса уҡ һалҡын һыу ҡойоп, һарҡытырға. Банкаларға һарымһаҡты тултырғас, өҫтөнә маринад ҡойоп, тимер ҡапҡас ябырға.Маринад өсөн 200 мл һыуға шул уҡ күләмдә 9 процентлы аш һеркәһе, 20 г тоҙ, 50 г шәкәр, 4 борсаҡлы ҡара борос, 3 лавр, 2 балғалаҡ хмели-сунели тәмләткесе һалып, ҡайнатырға. Маринад бер аҙ һыуынғас, һарымһаҡ өҫтөнә ҡойорға. Юғиһә ул тәмен юғалтасаҡ.

2-се ысул1 кг һарымһаҡты йыуырға, әммә ҡабығын әрсемәҫкә һәм бүл­кәттәрен бер-береһенән айыр­маҫҡа. Уларҙы банкаға тултырғас, һалҡын тоҙло һыу ҡойоп (1 л һыуға 2 ҡалаҡ тоҙ алына), 5 – 6 тәүлек ултыртып торорға.Артабан уларҙы стерилләнгән банкаға күсереп һалырға. 10 борсаҡлы борос, 4 лавр, 2,5 тоҙ һәм 5 ҡәнәфер өҫтәргә. 2 сей сөгөлдөрҙө әрсеп, эре киҫәктәргә бүлергә һәм һут һыҡҡыс аша сығарырға. Был һутҡа 150 г шарап һеркәһе (винный уксус) ҡойоп бутарға ла һарымһаҡ өҫтөнә ҡойорға. Өҫтөн ҡаплап, һыуытҡыста һаҡларға. Былай әҙерләнгән һарымһаҡ 1 – 1,5 ай тирәһе һаҡлана.

Сәскәле кәбеҫтә менән борос маринадлау

300 г төрлө төҫтәге болгар боросон туҡмаслап турарға. 150 г петрушка тамыры менән 4 бүлкәт һарымһаҡты ваҡларға.  1 кг сәскәле кәбеҫтәне тәлгәштәргә бүлеп, 3 – 4 минутҡа ҡайнап торған тоҙло һыуға һалып алығыҙ. Йәшелсәләрҙе банкаларға ҡат­лам-ҡатлам итеп һалып сығығыҙ һәм ҡул менән баҫып, тығыҙлап ҡуйығыҙ. Өҫтөнә маринад ҡойоп, 12 сәғәт ултыртып тороғоҙ. Аҙаҡ уны кире бушатып, ҡайнатып, ҡабат йәшелсәләр өҫтөнә ҡойорға. Ҡайнар һыулы кәстрүлгә банка­ларҙы ултыртып, 15 минут ҡайна­тырға һәм тимер ҡапҡас ябырға.Маринад өсөн 1 л һыуға 2 лавр, 1 ҡалаҡ тоҙ, 2 ҡалаҡ шәкәр һалып ҡайнатырға. 500 мл 6 процентлы аш һеркәһе ҡойоп, бутарға ла уттан алырға.

Маринадланған кишер

Бының өсөн кишерҙең ваҡ ҡыналарын (5 – 8 см) алығыҙ. Был осраҡта уны таҙартыуы мәшә­ҡәтле булһа ла, табынға ҡуйыуы йәмле буласаҡ. Ә эре кишерҙе турарға кәрәк.1 кг кишерҙе таҙартып, 90 градус эҫелектәге һыуға 2 минутҡа һалып торорға. Унан һуң һалҡын һыу менән сай­ҡатып, банкаларға тултырырға. Араһына 200 г һарымһаҡ, эре итеп туралған йәшел тәмләт­кестәр һалырға, 200 мл үҫемлек майы ҡойорға. Ҡайнар маринад ҡойғас, өҫтөн тимер ҡапҡас менән ҡапларға. Әгәр оҙайлы ваҡыт һаҡларға кәрәк булһа, ҡапҡас менән япмаҫ борон банкаларҙы ҡайнар һыулы кәстрүлгә ултыртып, 20 минут ҡайнатып алырға.Маринад өсөн 1 л һыуға 30 г тоҙ, 60 г шәкәр һалып ҡайнатырға. Утын һүндергәс, 50 мл аш һеркәһе өҫтәргә.

Авторҙар:AdminQ AdminГульнур Куватова
Читайте нас: