+5 °С
Дождь
Бөтә яңылыҡтар
Махсус биттәр
5 Сентябрь , 21:32

Йондоҙнамә (6 – 12 сентябрь)

Йондоҙҙар юл күрһәтә, әммә яҙмышың үҙ ҡулыңда тип киҫәтә...

Ылаҡ (22.12 – 20.01)

Еңел аҙнаға һис тә өмөт итмәгеҙ. Яҡшы таныш, ҡәҙимге эштәр ҙә ауырлыҡ менән барыр, моғайын. Уҡып йөрөгәндәр ҙә ҡыйынлыҡтарға осрар. Йондоҙҙар кеше һүҙҙәренә ҡарата иғтибар­лыраҡ булырға, уларҙан һабаҡ алырға кәңәш итә.

һыуғояр (21.01 – 19.02)

Эштәрегеҙ һәйбәт барыр. Элекке тәжри­бәгеҙ һәр саҡ ярҙам итер. Шишәмбелә дәғүә­ләргә инмәҫкә тырышығыҙ, ҡайсаҡ артыҡ үҙ һүҙле булып китәһегеҙ һымаҡ. Кесе йома бер аҙ ауырыраҡ үтер, унан һуң үҙегеҙгә ял бирергә онотмағыҙ.

Балыҡ (20.02 – 20.03)

Мәшәҡәттәрегеҙ ҡапыл күбәйеп китер. Шулай ҙа барыһын да булдыра алырһығыҙ һәм ваҡы­тығыҙ­ҙы файҙалы үткәрерһегеҙ. Көндәр бик тығыҙ бу­лыуға ҡарамаҫтан, хаталанмаҫһығыҙ кеүек. Яҡын­дарығыҙҙан кемдер һеҙгә ҡарата ҡыҙыҡһыныуын белдерер.

Ҡуҙы (21.03 – 20.04)

Әллә ни иҫтә ҡалырлыҡ ваҡиғалар көтөлмәй. Ҡәҙимге, ләкин таныш эш менән мәшғүл бу­лырһығыҙ. Барыһын да урынына еткереп башҡара алырһығыҙ. Тәжрибәгеҙ артҡанын үҙегеҙ ҙә, башҡалар ҙа асыҡ күрер. Шәмбелә ғаиләгеҙҙә ҡыуаныслы хәл булыр.

Буға (21.04 – 21.05)

Мәл тормошоғоҙға үҙгәрештәр индереү өсөн уңайлы. Тыныс, уйлап ҡына эш итегеҙ, ашы­ғыуҙың һис тә кәрәге юҡ. Эске тауышығыҙҙы тыңлағыҙ, икеләнгән саҡта ул дөрөҫ кәңәш бирер. Аҙна йомғаҡтары мотлаҡ ҡыуандырыр.Игеҙәктәр (22.05 – 21.06)Кеше араһында абруйығыҙ һәр саҡ юғары буласаҡ. Был арала һеҙҙән кәңәш һораусылар күбәйер. Бәғзеләр ысын күңелдән мөрәжәғәт итер, икенселәр – һеҙҙе һынар өсөн генә. Был йә­һәттән иғтибарлыраҡ булығыҙ, күпте һөйләмәгеҙ.

Ҡыҫала (22.06 – 23.07)

Көсөргәнешле аҙна көтөлә. Дәртләнеп, арыу-талыуҙы белмәй эшләрһегеҙ. Фекерҙәштәр ҙә табылып торор. Бәғзеләр уңышлы ҡыҫҡа сәфәргә барып ҡайтырға өлгөрөр. Элек әллә ни яҡын булмаған кешеләр менән дә уртаҡ тел таба алырһығыҙ.

Арыҫлан (24.07 – 23.08)

Башығыҙҙа яңы уй-фекерҙәр тыуып торор. Ҡайһы бер ваҡиғалар яҡын киләсәгегеҙҙе төҫмөрләү мөмкинлеге бирер һымаҡ. Ши­шәмбе һәм йома бигерәк тә уңышлы үтер. Кемдер һеҙгә һис ҡағылмаған эште йөкмәтергә маташыр.Ҡыҙ (24.08 – 23.09)Көндәр һәйбәт килер. Яҡындарығыҙ өсөн дә күп кенә файҙалы эш башҡарырһығыҙ, моғайын. Улар араһында хатта бөтөнләй таныш түгелдәре лә булыр. Шаршамбыла ниндәйҙер өмөтлө тәҡдим алыуығыҙ бар. Киләсәктә ул арыу ғына килем килтерер.

Үлсәү (24.09 – 23.10)

Аҙна араһында ҡәҙимгенән түҙемлерәк булыуығыҙ мөһим. Шишәмбе-шаршамбыла эс бошорғос ваҡиғалар көтөлә, үҙегеҙҙе тыныс тоторға тырышығыҙ. Был арала яҡшы таныш эштәр ҙә ниңәлер ҙур ҡыйынлыҡ менән барыр. Йомала элекке хатағыҙҙы төҙәтеү күп ваҡытығыҙҙы алыр.

Саян (24.10 – 22.11) 

Йондоҙҙар таныш булмаған кешеләрҙән арыраҡ йөрөргә ҡуша. Шишәмбелә һәм йомала кире ваҡиғалар булыуы мөмкин. Артыҡ ышаныусан да булмағыҙ, ябайлығығыҙ арҡаһында уңайһыҙ хәлгә ҡалыуығыҙ ихтимал. Йомалағы мәсьәлә тәү ҡарашҡа ғына ауыр күренәсәк.

Уҡсы (23.11 – 21.12)

Аҙна уңышлы ғына үтер. Ниндәйҙер ҙур эште дауам итерһегеҙ, уны тамамларға күп тә ҡалманы, буғай. Аралашыуҙар ҙа файҙалы буласаҡ. Элек һеҙгә ҡаршылыҡ күрһәткән кеше үҙенең ғәйебен таныр, моғайын. Уның менән яҡшы мөнәсәбәт ҡора алырһығыҙ.

Автор:Приемная Комиссия