Бөтә яңылыҡтар
Махсус биттәр
3 Сентябрь 2021, 10:36

Йәшелсә-емештәге яман шеш ауырыуы

Баҡса үҫемлектәрендә лә яман шеш ауырыуы барлығын белә инегеҙме? Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ул киң таралған сир һәм йылдар буйы түккән хеҙмәтте юҡҡа сығарып, уңышһыҙ ҡалдырыуы ла бар. Был ауырыуҙың хатта бер нисә төрө була.

Ҡара яман шеш

Алма менән груша ағасында киң таралған һәм ҡурҡыныс ауырыу. Уны бәшмәк барлыҡҡа килтерә. Ағастың олонон, ботағын, япрағын, сәскә һәм емешен зарарлай. Ауы­рыуҙың иң ҡурҡыныс төрө ботаҡта була. Һирәк осраҡта ул сейә, слива ағастарында ла осрай.

Ағас ҡайырындағы таптар батың­ҡырап тора, иңгә һәм буйға туҡ­тауһыҙ ҙурая бара, көрәнһыу төҫтә, ауыр әйбер менән һуҡҡанға оҡша­ған була. Ә уның янындағы ҡайыр ҡара төҫтә, ҡабарып тора, арҡы­рынан буйға табан ярылған эҙҙәр менән ҡаплана. Йәш ботаҡтарҙа иһә ҡабыҡ күпереп ҡуба, ярғылана, ҡайһы ваҡыт киҫәк-киҫәк булып аҫылынып төшә һәм улар утта янған кеүек күренә. Бер аҙҙан үлеп, ҡубып төшә, ә ҡара төҫкә ингән үҙәге асылып ҡала. Башта – зарарланған бо­таҡ, аҙаҡ тотош ағас һәләк була. Бының өсөн 3 – 4 йыл ваҡыт етә.

Япраҡтарҙа таптар башта ваҡ, ҡыҙғылт көрән төҫтә була. Ә һуңынан ҙурайып, киңлеге 4 – 6 миллиметрға етә. Улар бер төҫлө булмай, ҡара юлдар аралашып тора. Таптар ағас сәскә атҡан ваҡыттараҡ барлыҡҡа килә. Зарарланған сәскә­ләрҙең таждары көрән төҫкә инеп йомарлана, һеркәлеге һәм емешлеге көйгән кеүек ҡарайып күренә. Емеш­тә ауырыу билдәләре уңышты йыйғанда йәки һаҡлағанда беленә. Таптар тәүҙә бәләкәй генә, ҡара көрән төҫтә була, зарарланған урын батыңҡырап тора. Һуңынан ҙу­райып, бөтә емеште ҡаплап ала.

Дауалауға кер һабыны һелтеһе һәйбәт. Бының өсөн уны йә кер содаһы (5 л һыуға 50 г һабын һәм 6 ҡалаҡ сода алына), йә ағас көлө (5 л һыу, шул уҡ күләмдә көл һәм 50 г һабын) менән әҙерләйҙәр. Һелтене яҙлы-көҙлө бумала менән ағасҡа һөртәләр. Зарарланған өлөшөн генә түгел, ә тотош олондо, ботаҡтарҙы эшкәртергә кәрәк.

 

Ғәҙәти яман шеш

Ауырыуҙың был төрө лә алма, груша, шулай уҡ ҡара емеш ағасында була. Башлыса ботаҡтарҙы, һирәк­ләп емештәрҙе зарарлай. Тәүҙә ҡа­йырыла һары төҫлө батынҡы урындар барлыҡҡа килә, аҙаҡ түңә­рәкләнеп ҙурая һәм уның буйлап ағас ҡорой башлай. Ауырыу аҙһа,  олондарға күсә: ағас ҡабығы ҙур киҫәкләп ҡорой, оролар, хатта үҙәгенә етерлек ярыҡтар барлыҡҡа килә. Йыш ҡына ботаҡтағы яралар төҙәлә, уларҙан буй эҙҙәр генә ҡала.

Ауырыуҙың ике төрө була. Ябыҡ төрөндә оролар, төйөндәр тоташып, яраны ҡаплап тора. Зарарланған ботаҡтар, ғәҙәттә, һына йә ҡорой. Асыҡ төр булғанда тәрән яралар хасил була. Улар бигүк төҙәлмәй, урынында яман шеш барлыҡҡа килә. Уның ситтәре йыйырсыҡлы була. Зарарланған күҙәнәктәрҙә туҡ­лыҡлы матдәләр туплана, ә ул, үҙ сиратында, бәшмәк барлыҡҡа килеүгә сәбәп кенә. Ә бәшмәктең енесһеҙ үрсеү күҙәнәктәре ел һәм бөжәктәр ярҙамында тарала.

Ағастарҙы дауалау өсөн олоно менән ботаҡтарға тоҙло һыу һип­терергә кәрәк. Яра урынынан ағас­ты ҡырҡып, мотлаҡ яндырырға кәңәш ителә. Юҡһа  ауырыуҙың башҡа ағастарға ла күсеүе бар.

 

Альтернариоз

Кәбеҫтәлә яман шеш уның япраҡ­тарын зарарлай. Ул да бәшмәктән килеп сыға. Япраҡтарҙа ваҡ ҡына, ә төрлө өлөштә аҙмы-күпме үҙәк­ләшкән көрән таптар барлыҡҡа килә. Уларҙа ҡара ҡуныҡ хасил була. Бәшмәк үҫемлек ҡалдыҡтарында ҡышлай, шулай уҡ орлоҡта ла булыуы бар. Шуға күрә  баҡсаны көҙҙән ныҡлап таҙартырға кәрәк. Ә орлоҡто сәсер алдынан 2 – 3 минут тоҙло һыуҙа тотоп алалар.

Ә зарарланған үҫемлекте әсе ҡатыҡ һелтеһе (10 л һыуға 1 литр ҡатыҡ алына) менән дауаларға мөмкин. Бер нисә көндән ул шәбәйеп китмәһә, башҡаларына күсмәһен өсөн йолҡоп алырға кәрәк.

 

Картуфтағы яман шеш

Был ауырыуҙың да сығанағы – бәшмәк. Башлыса бүлбеләр, һирәк­ләп йәш һабаҡтар һәм һабаҡтың ер аҫтындағы өлөшө зарарлана. Зарар­ланған урындарҙа тулҡын һымаҡ төрлө ҙурлыҡтағы һәм рәүештәге оро барлыҡҡа килә, улар сәскәле кәбеҫтәне хәтерләтә.

Яман шеш яраһы бүлбе күҙенән башлана. Борсаҡ ҙурлығынан алып  бүлбенең сәләмәт өлөшөнән дә ҙурыраҡ булырға мөмкин. Шулай ҙа күп осраҡта улар әстерхан сәтләүеге кеүек була. Яңы шештәр асыҡ төҫтә, йәшел, ә өлгөрөү барышында ҡара­йып, көрән төҫкә инә. Унан һуң таралып, картуфтың сереүенә килтерә. Һөҙөмтәлә ул насар еҫле көрән лайлалы матдәгә әүерелә.

Шештең күҙәнәктәрендә ауырыу таратыусы бәшмәк туплана. Уңыш йыйған ваҡытта улар өлөшләтә йәки тулыһынса серей һәм бәшмәктең үрсеү күҙәнәктәре тупраҡҡа эләгә. Улар бик оҙаҡ ваҡыт үҫеү һәләтен юғалтмай. Әйткәндәй, үҫеү һәм таралыуында тупраҡтың дымлылығы төп шарт булып тора. Дымлылыҡ 30 проценттан түбән булғанда зарарланыу күҙәтелмәй. Ә юғары дымлы­лыҡ ауырыуҙың барлыҡҡа килеү хәүефен арттыра.

Сәләмәт бүлбеләр үҫкәндә зарарлана. Ә йәш һабаҡтар зыян күрһә, бүлбеләр төйөнләнмәй.

Ауырыу асыҡланһа, был урынд 3 – 4 йыл картуф сәсергә ярамай. Ә уны булдырмау өсөн орлоҡтарҙы сәсер алдынан бер процентлы фундазол шыйыҡсаһы менән эш­кәртергә кәрәк.

 

Микроблы яман шеш

Исеменән үк күренеүенсә, ауырыу­ҙы микроб барлыҡҡа килтерә. Ул помидорҙа була. Үҫемлектең һабағы ҡороуға ҡарап, ауырыуҙы билдә­ләргә була. Был – һыу йөрөү көпшә­лектәренең боҙолоу һөҙөмтәһе. Һулыу башлыса помидор төймәлән­гән ваҡытта күҙәтелә. Йыш ҡына ул бер яҡлы була һәм япраҡтар ҡороу менән үрелеп, оҙаҡ ваҡыт дауам итә. Үҫемлек һәләк булғансы бер ай, хатта унан да күберәк ваҡыт үтергә мөмкин.

Ауырыу үҫентенең һабаҡтарында ҡара юлдар, ярғыланған эҙҙәр барлыҡҡа килтерә. Һабаҡты ҡырҡып ҡарағанда, унда ҡулса йәки нөктә һымаҡ зарарланған һыу көпшәлек­тәре күренә. Шул көпшәлектәр буйлап микробтар емештәргә эләгә. Зарарланған помидорҙы ҡырҡып ҡарағанда, орлоҡ оялары тирәһендә һары таптар була. Иртә зарарланған осраҡта орлоҡ шытыу һәләтен юғалта. Ә һуңыраҡ зарарланғанда шытыусанлығы һаҡлана, әммә улар микроб таратыусы булып ҡала.

Помидорҙа ҡара үҙәкле асыҡ төҫтәге түңәрәк таптар барлыҡҡа килә.

Ауырыуҙы булдырмаҫ өсөн помидор үҫентеләрен 0,2 процентлы “Фитолавин – 300” шыйыҡсаһы менән эшкәртәләр. Тәүге тапҡыр – япраҡ­тар барлыҡҡа килеү менән, ә артабан – ике аҙна һайын. Ә ауырыу йоҡҡан помидорҙы ҡотҡарып булмай,  тамыры менән йолҡоп таш­ларға кәрәк.                                        

Автор:Гульнур Куватова
Читайте нас: