Бөтә яңылыҡтар
Махсус биттәр
3 Сентябрь 2021, 10:25

Танышыу

Октябрь байрамы алдынан Хәлит Хәмитов эсеүен ташланы.

Ташламаҫлыҡ та түгел ине – аҡсаһы бөттө, күрше ауылдағы знакумы алып килгән салоһы ла бөгөн-иртәгәлек кенә. Икмәк алырға ла рәте юҡ. “Етте! Булды! Әҙәмсә йәшәй башларға кәрәк! – Карауатынан үҙ алдына шулай һөйләнә-һөйләнә торҙо Хәлит. – Ҡырҡҡа еттем бит инде, һаман эт тормошонда йәшәйем. Бисә ташлап китте. Малай армиянан ҡайтҡаны бирле – үҙенсә, килеп хәлде лә белмәй. Етте! Әҙәмсә йәшәй башларға кәрәк!”

Байрам алдынан өйөн йыйыштырып алырға булды. Иҙән йыуҙы, шифоньер өҫтөндәге саңды һөрттө, өй мөйөшөндә һалынып торған үрмәксе ауҙарын һыпырып алды. Ишек алдына сығып, яңы ғына яуған ҡарҙы көрәне, ҡапҡаға юл асты. Ҡаты итеп сәй эсеп алғас, тәмләп тәмәке һурҙы, радио тың­ланы. Хатта китап уҡырға ла форсат тапты. Уҡыуын уҡыманы инде, ҡараштырып алды. Иртәгәһенә шешәләш дуҫы Кәбир килде. Ҡулында билдәле әйтемдәгесә – бер һауыт та бер тауыҡ.

– Һин нимә, ысынлап ҡы­ла­наһыңмы әллә? – тине теге ғәжәп­ләнеп, Хәлиттең, башҡа эсмәйем, тигән хәбәрен ишеткәс. – Юҡ менән булма, күптәр шулай ташлай ҙа яңынан башлай. Һин дә түҙмәҫһең.

– Түҙермен. Был юлы ысҡын­маясаҡмын, – тине Хәлит ҡәтғи генә.

– Ярай, ташлаһаң, ташларһың, әйҙә, байрам хөрмәтенә берәрҙе генә ебәрәйек тә, мин китәм. Байрам хөрмәтенә тотмаһаң, гонаһ була ул, – Кәбир ҙә үҙ һүҙен һүҙ итмәк була, һаман ныҡыша.

– Юҡ, Кәбир дуҫ! Ташланым, тигәс, ташланым. Булмай!

– Ә һин беләһеңме, эскене ҡапыл ташларға ярамай, ти. Йә башҡа, йә йөрәккә бәрә, ти. Был хаҡта районда ишетеп ҡайтҡайным, – Кәбир дуҫына икенсе яҡлап юл эҙләп маташты.

– Миңә бәрмәҫ. Ярай, бер үк хәбәрең менән ялҡытма әле, Кәбир. Ана Ишмырҙаны һыйла, ул да кисә табындаш эҙләп йөрөй ине.

– Ярай, Хәлит дуҫ, үҙең ҡара, – Кәбир китергә йыйынды. – Кеше һи­ңә ихластан килгән, ә һин ҡыуаһың... Бына йөҙ грамм ғына тип килерһең әле, тик мин йөҙ түгел, иллене лә һалмам... Белдеңме?

– Белдем, белдем, – тине лә Хәлит дуҫы артынан ишекте япты.

Бер-ике көн эсендә “Хәлит Хәмитов эсеүен ташлаған” тигән хәбәр бөтә ауылға таралғайны инде. Эштә булһынмы, урамға сыҡһынмы, магазинға инһенме, Хәлиткә бары бер һорауҙы ғына бирҙеләр:

– Ысынлапмы? Ташланыңмы?

– Ысынлап, – тип әйтә лә тиҙерәк был тирәнән һыпыртырға ашыға Хәлит.

Ҡыш үтеп, яҙ еткәс, Хәлит бар ваҡытын тиерлек баҡсаһында үткәрә башланы. Бәрәңге сәсте, кишер, һуған, кәбеҫтә ултыртты, ҡыярға һәйбәтләп теплица эшләп ҡуйҙы. Ә бер кис, эштән һуң сәй эсеп алғас, гәзит ҡараштырып алырға булды. Әлдә район гәзите бар әле. Республика гәзиттәрен хәҙер күреп тә булмай. Хаҡтары – әл-лә-лә! Иң башта яңылыҡтарҙы уҡып сыҡты. Ул яратҡан “Милиция көндәлеге” бөгөн юҡ икән... Шунан иғландар уҡый башланы. Бер ва­ҡыт, эсеп йөрөгәндә, өйөн һатам тип тә хыялланғайны ул. Уҡый торғас, “Һин ҡайҙа?” тип аталған танышыу иғландарына юлыҡты бит. “Мин бында”, – тип ҡуйҙы ул тыныс ҡына. Шул саҡ бер иғлан уның иғтибарын йәлеп итте: “30 йәшлек ҡатын, 10 йәшлек улым бар, иремдән айырылғанмын, ғаилә ҡороу өсөн эсмәгән, 35 – 45 йәш­тәрҙәге ир-ат менән таны­шыр­ға теләйем”. Аҫтараҡ ҡатындың исеме, фамилияһы, адресы яҙылған.

“Ә ниңә? – тип уйланы Хәлит. – Мин хәҙер эсмәйем, хужалығым бар, яңғыҙмын, ғаилә ҡороп йәшәргә лә хаҡлымын бит әле! Дөрөҫ, шау-шыуһыҙ, яңғыҙ ғына йәшәргә өйрәндем дә ул... Тәк-тәк... Малайы бар икән. Ә ниңә? Ҙурая килә эшкә ярай ул. Балыҡҡа, бәшмәккә йөрөргә эшкинәсәк”. Хәлит Хәлиҙә исемле был ҡатынға тиҙ генә хат яҙып ебәрергә булды. Үҙенең үткән тормошон тәсфирләп яҙып сыҡты ла баш сайҡап ҡуйҙы. “Булған бит, әй!” – йәнәһе. Ике-өс көндән яуап килергә тейеш, тип иҫәпләп тә ҡуйҙы ул. Бер көн үтте, ике көн үтте... Яуап хаты килмәне. Өсөнсө көндө, шәмбе ине ул, бәрәңге баҡсаһында мәж килеп йөрөгәндә, күрше Хәмдениса инәй­ҙең тауышы уны эшенән бүлде:

– Хәлит улым, һиңә ҡунаҡ килә, шундай матур, улын да эйәртеп алған. Һинең өйҙө һораны. Мин баҡса яҡлап һөйөнсөләргә йүгерҙем.

– Һөйөнсөгә уң ҡолағың үҙеңә!

– Атаҡ-атаҡ...

“Бына һиңә мә! – Хәлит ҡапыл баҙап ҡалды, нимә эшләргә лә белмәне. – Мин хат көтәм, ә ул үҙе килеп сыҡҡан! Бер уйлаһаң – маладис та! Ниңә һуҙып-һуҙмалап торорға? Мин егет, ул ҡыҙ түгел”.

Шулай уйларға ла өлгөрмәне, ҡапҡала малайын эйәрткән ҡатын күренде. Өҫтөнә зәңгәр күлдәк, күк борсаҡлы аҡ яулығын муйынына һалған, бер ҡулында – көрән плащ, икенсеһендә сумка. Иҫке генә костюм кейгән, яланбаш малай әсәһен етәкләгән... “Ҡырҙан ҡарағанда үҙе нисауа ғына былай”, – тип ҡуйҙы эстән генә Хәлит, ә йөрәге дөп-дөп тибә башланы.

– Хәлит Вәлитович һеҙ булаһығыҙмы? – тип һораны ҡатын нәҙек кенә тауыш менән.

– Мин булам. Ә һеҙ Хәлиҙәме?

– Эйе. Һеҙ минән хат көткәнһегеҙҙер ҙә инде. Мин үҙем килдем дә ҡуйҙым. Үтергә мөмкинме?

– Килеүен килгәс, үтегеҙ, әлбиттә. – Ултырғыс бирҙе лә Хәлит сәй әҙерләргә тотондо. – Сәй ҡайнағансы үҙегеҙ хаҡында һөйләй тороғоҙ. Мине беләһегеҙ инде, хатҡа яҙғайным.

– Һөйләрлеге лә юҡ инде ул тормоштоң, – тип башланы һүҙен Хәлиҙә. – Атайым мин бәләкәй саҡта уҡ вафат булды. Әсәйем менән икәүләп кенә йәшәнек. Башҡа туғандарым юҡ. Ауылға ситтән килгән берәүгә кейәүгә сыҡҡайным. Ике йыл әҙәмсә йә­шәп ҡалдыҡ, ҡайҙалыр китеп ғәйеп булды. Ике йыл буйы уны көтөп йәшәнем. Көтә торғас хаты килде, айырылырға ризалығымды һора­ған, алимент талап итмәүемде үтенгән, малайға аҡсаны үҙем ебәреп йә килтереп торормон, тигән.

– Ризалыҡ бирҙегеҙме инде?

– Бирҙем инде. Бирмәй ҙә сара юҡ. Алимент та талап итмәнем. Биш йыл инде үҙе лә юҡ, аҡсаһы ла...

– Яңынан кейәүгә сығырға уй­ламанығыҙмы һуң?

– Уйлау менән генә булмай шул. Әсәйем дә олоғайҙы, малайға ла атай кәрәк... Ә ауылдағы яңғыҙ ирҙәрҙең барыһы ла алкаштар. Тоттом да гәзиткә иғлан биреп ҡарарға булдым. Күптәр шулай үҙ ишен таба, тиҙәр бит...

 

– Аңлашылды, – тине Хәлит һу­ҙып ҡына. – Ярай, яҡындан таны­шырбыҙ. Ҡуна килдегеҙме? – “Белмәйем” тигәнде аңлатып Хәлиҙә яурындарын һелкетте. – Кискә тиклем ваҡыт күп әле, уй­лашырбыҙ, әлегә сәй эсеп ала­йыҡ, – тине хужа, шкафтан һыр­лы стакандар алып.

– Был һеҙҙең баҡсағыҙмы? – тип һораны Хәлиҙә сәй эсеп ултырғанда, тәҙрә аша күренгән баҡсаға ымлап.

– Хатҡа яҙғайным бит – шул инде. Хәҙер сәй эсеп алғас сығып ҡарап инербеҙ. Бәрәңге тәпкеләй башлағайным, аҙыраҡ эшләп тә алырбыҙ. Бәрәңге күмгәнегеҙ бармы?

– Ауыл ҡыҙы ла баһа, – Хәлиҙә йылмайып ҡуйҙы.

– Хәҙер ауылдыҡылар ҙа бик белеп, эшләп бармай... – Хәлит йылмайырға иткәйне лә, уныһы килеп сыҡманы ла ҡуйҙы. Ауыҙы ғына ыржайҙы.

– Рәхмәт, сәйегеҙ тәмле булды.

– Ярай, сәй эстек. Теләһәң, баҡсаны күреп инәйек, бына һиңә трико, бына футболка, бына итек...

– Ә Камил нимә эшләр? – Хәлиҙә улы менән дә яҡын­даныраҡ, яҡшылабыраҡ таныш­ты­рырға уйланы, ахырыһы.

– Ул беҙҙең арттан йөрөр, сүп үләндәрен йыйып, һуңынан кәр­тә аша урамға ырғытыр.

Хәлит бәрәңге баҡсаһына ал­дараҡ сыҡты. Күп тә үтмәй, улын эйәртеп, Хәлиҙә лә күренде. Трико, футболка менән ҡунаҡ ҡатын тағы ла матурайыбыраҡ киткәндәй. “Нисауа, нисауа... – Хәлит үҙ алдына ғына һөйләнеп ҡуйҙы. – Ҡалҡыу урындары ла, ятыу урындары ла матур, бик килешле икән...” Хужа Хәлиҙәгә тәпке тотторҙо, өс бураҙна бил­дәләне, Камилға сүп үлән­дәрен ҡайҙа ташларға күрһәтте лә эш гөрләп китте. Байтаҡ ҡына һүҙ­һеҙ йөрөнөләр. Шулай күпмелер эшләгәс, Хәлит ҡатындың бә­рәңге һабағын сабыуын шәйләне. Яңылыштыр тип, башта күр­мәмеш булды. әммә тегеһе тағы, тағы сапты. Улай ғына ла түгел, Хәлит ҡатындың өҙөлгән һабаҡ­тарҙы яңынан ергә төртөп маташыуын һиҙҙе.

– Туҡтап тороғоҙ әле, былай булһа, беҙ ярты баҡсаны бә­рәңгеһеҙ ҡалдырасаҡбыҙ бит! – Хәлиттең йөҙө бик етди һәм асыулы ине. “Эш белмәҫ бер ярты йән икән...” – тип уйлап ҡуйҙы үҙе.

– Тәпке тыңламай ҙа ҡуя шул, – тине ҡаушап ҡалған ҡатын. – Юлда бик арыттырған, ахы­ры­һы... Ғәфү итегеҙ инде...

– Ярай, арып та килгәс, бар, өйгә инегеҙ. Вермишель, тушенка шкафта – аш бешерә тороғоҙ.

“Аш-һыу яғына нисек икәнһең, ҡарап ҡарайыҡ”, – тип һөйләнде Хәлит эстән генә. Хәлиҙә бысра­нырға ла өлгөргән улын эйәртеп өйгә инеп китте. Күп тә үтмәне, торбала төтөн күренде. “Ашарға ғына бешерә алыр, моғайын”, – тип уйланы хужа. Шул мәл ҡапыл бер уй мейеһен телеп үтте. Шкаф эсендә студент йылдарынан һаҡланған яҙмалары ине улар. Нисек ер эшкәртергә, нисек сәсергә, үҫентеләрҙе тәрбиәләргә өйрәткән был яҙмалар быйыл баҡсаһы менән булышҡанда бик ярап ҡуйғайны... Шул дәфтәрҙе мейескә тығып ҡуймаһын. Булыр ул... Тәпкеһен бер яҡ ситкә ыр­ғытты ла өйгә йүгерҙе. Ишекте асып инеүе булды – ҡатты ла ҡалды. Хәлиҙә, ысынлап та, теге дәфтәр менән ут тоҡандырған икән. Һуңғы бер нисә битен Хәлиттең күҙ алдында мейескә ырғытты.

– Кем? Кем ҡушты һиңә, тфү, һеҙгә был яҙмаларҙы яғырға? – Хәлиттең күҙҙәре асыуҙан маң­лайға менгәйне.

– Мин гәзит менән тоҡан­дырайым тип уйлағайным да, һеҙгә уҡырға кәрәк булыр, тип тей­мәнем, – тип саҡ-саҡ әйтә алды ҡунаҡ ҡатын. – Был ҡа­ғыҙҙар һарғайып та бөткәс, кә­рәкмәйҙер тигәйнем. Иҫке ҡағыҙ тиҙ ҙә тоҡана бит инде, утты ла тиҙ яғырмын тип уйлағайным...

Хәлит асыуын бер аҙ баҫырға тырышып, тегеләй ҙә былай йөрөргә тотондо. Шунан ҡапыл өҫ­тәл янында туҡтаны ла, ашъяулыҡты күтәреп, бер нисә ҡағыҙ аҡса алды:

– Байлығым ташып бармай, әммә мин үҙемә үҙем дошман түгелмен. Бына аҡса, сәғәт дүрттә тимер юл станцияһына тиклем автобус китәсәк. Әле ваҡыт етерлек...

Ҡунаҡ ҡатын һүҙһеҙ ҡалды, йөҙө аҡ ҡағыҙ битенә оҡшағайны.

– Аҡса кәрәкмәй, – Хәлиҙә аҡсанан баш тартты. – Беҙҙең аҡсабыҙ бар. – Уның күҙҙәре йәшләнгәйне.

– Юҡ инде! Иң яратмаған нәмәм – бисәләрҙең күҙ йәше! Туҡтағыҙ!

– Кейемде алмаштырырға яраймы һуң?

– Барығыҙ!

Хәлиҙә кейенгәнсе, Хәлит бер нисә тәмәке тартырға өлгөрҙө. Кейенеп ишек алдына сыҡҡас, ҡатын: “Һау булығыҙ!” – тине лә ҡап­ҡаға йүнәлде. Хәлит өн­дәш­мәне. “Хуш!” – тигәнде аңлатып, башын ғына ҡаҡты.

Хәлит Хәлиҙәне тәҙрә аша ғына оҙатып ҡалды. Бер ҡулына плащ, сумка тотҡан, икенсеһе менән малайын етәкләгән ҡатын юл буйлап ауыл эргәһендәге ҡал­ҡыу­лыҡҡа күтәрелде. Ҡапыл туҡтап, улының салбарын ҡағып алды, кепкаһын рәтләп ҡуйҙы. Шунан ҡапыл артына, Хәлиттең йорто яғына боролоп ҡараны. Хужа саҡ-саҡ башын ситкә алып өлгөрҙө. Ҡунаҡтар күҙҙән юғал­ғас, тағы тәмәке тоҡандырырға булды. Әммә шырпыһы тың­ламай, һына ла ҡуя, һына ла ҡуя. Баҡһаң, ҡулы ҡалтырай икән. Асыуынан шырпыһын бер мө­йөшкә атып бәрҙе.

“Нимә эшләнем мин!? – Хәлит башын тотто ла карауатҡа ауҙы. – Ахмаҡ! Бүстәк нәмә өсөн кешене рәнйеттем. Берәү ер эшкәртә, баҡса үҫтерә, имеш!.. Бөткәнме ни инде китап, журналдар! Ах­маҡ мин, ахмаҡ! Хәлиҙә бик һәй­бәт ҡатынға оҡшаған, улы ла аҡыллы күренә. Юҡ, ебәрмәҫкә, ҡыуып етергә, ғәфү үтенергә кәрәк!”

Хәлит карауатынан ырғып тор­ҙо. “Ҡыуып етәм, ғәфү үтенәм, алып ҡайтам...” Ауыҙ эсенән тағы әллә нәмәләр мығырланы.

Бөтә көсөнә ишекте бәреп асты ла туҡталышҡа табан йүгерҙе.

– Хәлиҙә, туҡтап тороғоҙ... Туҡтап тор...Салауат КӘРИМ

Автор:Приемная Комиссия
Читайте нас: