+5 °С
Дождь
Бөтә яңылыҡтар
Махсус биттәр
30 Август , 09:22

Йондоҙнамә (30 август – 5 сентябрь)

Йондоҙҙар юл күрһәтә, әммә яҙмышың үҙ ҡулыңда тип киҫәтә...

Ылаҡ (22.12 – 20.01)

Ваҡ-төйәк мәшәҡәттәр күбәйер. Ҡайсаҡ баш күтәрергә лә форсатығыҙ булмаҫ. Был хәл һеҙҙе һис тә борсомай ҙа һымаҡ; барыһы ла ҡыҙыҡ, аралашыуҙар ҙа өмөтлө. Тик шаршамбыла ғына ашығыу арҡаһында хата ебәреүегеҙ бар.

һыуғояр (21.01 – 19.02)

Йондоҙҙар аҡса менән һаҡ эш итергә кәңәш итә. Уны кәрәкмәгән нәмәгә тотоноуығыҙ ихтимал. Шаршамбының буш һөйләшеүҙәр менән үтеүе бар, эргәгеҙҙә башығыҙҙы бутаусылар ҙа юҡ түгел. Йомала өмөтлө һөйләшеү көтөгөҙ.

Балыҡ (20.02 – 20.03)

Аҙна тыныс үтер. Артыҡ ҙур ваҡиғалар көтөлмәй. Мәл ҙур эштәрҙе башлап ебәреү өсөн уңайлы. Башта икеләнерһегеҙ, аҙаҡ улар юҡҡа сығыр. Бәғзеләр был арала элекке бәйләнештәрҙе яңыртыр. Өмөтлө тәҡдим дә ишетеүегеҙ мөмкин.

Ҡуҙы (21.03 – 20.04)

Һәйбәт осор. Бер ниндәй ҙә кире хәлдәр булмаҫҡа тейеш. Шаршамбыла ғына эштәрегеҙ бер аҙға туҡтағандай тойолор. Барыһы ла һәйбәт тамамланыр, ярҙам һорарға ла кәрәкмәҫ. Йомала ниндәйҙер бүләк алыуығыҙ ихтимал.

Буға (21.04 – 21.05)

Төп эшегеҙҙә ниндәйҙер етди үҙгәрештәр башланырға тора кеүек. Был һеҙҙең өсөн дә ҙур һынау буласаҡ. Шаршамбыла бик мөһим яңылыҡ ишетерһегеҙ, шикелле. Унан һуң киләсәккә ҡорған маҡсаттарығыҙҙы үҙгәртергә тура килер.Игеҙәктәр (22.05 – 21.06)Ҡәҙимге аҙна. Шишәмбелә көтөлмәгән ҡатмарлы хәл килеп сығыр. Эске тауышығыҙҙы тыңлағыҙ, ул дөрөҫ юлды күрһәтер, моғайын. Ошо арала ниндәйҙер кәрәк эште уңышлы ғына тамамларһығыҙ һымаҡ.

Ҡыҫала (22.06 – 23.07)

Дүшәмбелә үк ваҡиғаларҙың һеҙ уйлағанса бармауы ла мөмкин. Кеше хаталарын төҙәтергә, уларҙың эштәрен башҡарырға ла мәжбүр булырһығыҙ. Һәр хәлдә лә үҙегеҙҙе тыныс тотоғоҙ, был осраҡта барыһы ла һәйбәт тамамланырға тейеш.

Арыҫлан (24.07 – 23.08)

Осорҙо файҙалы үткәрерһегеҙ. Тик ҡайһы саҡта ярҙам һәм фекерҙәштәр эҙләрһегеҙ, моғайын. Был һеҙҙең өсөн һис ауыр булмаҫ. Кесе йомала көтөлмәгән сығымдар булыуы ихтимал. Быға үкенмәҫһегеҙ, сөнки улар файҙаға булыр.Ҡыҙ (24.08 – 23.09)Аралашыуҙа мотлаҡ уңырһығыҙ. Кешеләрҙең күңелен таба алырһығыҙ, элек бөтөнләй ҡатнашмағандар менән дә мөнәсәбәттәр булдырырһығыҙ. Был төрлө фекерҙәр, файҙалы яңылыҡтар ишетеү мөмкинлеге бирер. Әллә ни һиҙелерлек уңыштар булмаһа ла, аҙнаны файҙалы үтте, тип һанарға мөмкин.

Үлсәү (24.09 – 23.10)

Көндәр төрлө эш башҡарыу өсөн дә уңай килер. Күпселектә ыңғай хәбәрҙәр ишетерһегеҙ. Шишәмбелә үҙегеҙ өсөн етди мәсьәләне хәл итә алырһығыҙ. Йомала кеше йомоштары менән йөрөрһөгөҙ, был һеҙҙең өсөн файҙаға ғына булыр.Саян (24.10 – 22.11) Ғөмүмән, аҙна тыныс үтер. Шаршамбы ғына бер аҙ борсолорһоғоҙ, бәлки. Бәғзеләр юлға әҙерләнә башлар. Сәфәрегеҙ мәшәҡәтле булыр. Ләкин элек тамамланмаған ниндәйҙер эшкә тотонорға кәрәктер, моғайын.

Саян (24.10 – 22.11)

Ғөмүмән, аҙна тыныс үтер. Шаршамбы ғынабер аҙ борсолорһоғоҙ, бәлки. Бәғзеләр юлғаәҙерләнә башлар. Сәфәрегеҙ мәшәҡәтлебулыр. Ләкин элек тамамланмаған ниндәйҙерэшкә тотонорға кәрәктер, моғайын.

Уҡсы (23.11 – 21.12)

Был арала эшегеҙ ҡәҙимгенән күбәйәсәк. Уйламаған ҡыйынлыҡтар даими сығып торор. Ҡайсаҡ башҡалар менән уртаҡ тел табыу күпкә ауырлашыр. Тәнҡитләүселәр, дәғүә белдереүселәр ҙә артыр. Тәү сиратта, һеҙҙән түҙемлек талап ителә.

Авторҙар:Приемная КомиссияAdminQ Admin