Бөтә яңылыҡтар
Махсус биттәр
29 Август 2021, 09:14

Стеналарҙы биҙәү

Тәжрибәле дизайнерҙарҙың түбәндәге биш кәңәше өйөгөҙгә йәм өҫтәргә һәм уңайлылыҡ булдырырға ярҙам итер.

1. Аҡһыл төҫтәр ҡайһы бер кәмселекте күрһәтмәҫкә ярҙам итә һәм бүлмәне ҙурайта. Түшәм һәм стеналар өсөн аҡ, аҡһыл һары, аҡһыл һоро, аҡһыл йәшел, аҡһыл зәңгәр, асыҡ көрән төҫтәрҙе һайлағыҙ.

2. Өҫкө яғы буяу менән буялып, аҫтына шул уҡ төҫтәр ҡулланылған биҙәкле обой йәбештерелгән (йә иһә тар таҡталар ме­нән ҡапланған) стеналар заманса кү­ренә. Стенаны шулай арҡырыға бүлеү бүл­мәне визуаль рәүеш­тә ҙурайта.

3. Асыҡ төҫтәр яра­таһығыҙмы? Бүлмә­не биҙәгәндә һары, алһыу, зәңгәр, ҡыҙғылт-һары төҫтәр ҡулла­нығыҙ. Әммә ул төҫтәргә тулыһынса буярға ярамай. Бары тик биҙәү әйберҙәре һәм туҡымалар асыҡ төҫтә булһын. Бүлмә байрам төҫө аласаҡ.

4. Төҫтәрҙе һайлағанда шулай уҡ бүлмә тәҙ­рәләренең ҡайһы яҡҡа ҡарауына иғтибар итегеҙ. Әгәр улар көньяҡҡа ҡарай икән, зәңгәр, көрән, һоро, аҡ кеүек һалҡын төҫтәрҙе һайлағыҙ. Тәҙрәләре төньяҡҡа ҡараған бүлмәләр өсөн йылы төҫтәр – һары, йәшел, һарғылт-ҡыҙыл яҡшы буласаҡ.

5. Бүлмәнең үҙенсәлекле булыуын теләһәгеҙ, ҡапма-ҡаршы төҫтәрҙе ҡулланырға мөмкин. Мәҫәлән, стенаның өҫкө яғы өсөн – аҡһыл, ә аҫты өсөн асыҡ йәки ҡараһыу төҫтәрҙе – ҡыҙғылт-һары, алһыу, көрән, ҡара йәки ҡыҙылды ҡулланығыҙ. Тик онотмағыҙ: оҙон стеналар һалҡынса аҡһыл төҫкә буялырға тейеш.

Автор:Гульнур Куватова
Читайте нас: