+5 °С
Дождь
Бөтә яңылыҡтар
Махсус биттәр
24 Август , 12:57

"Йондоҙло табын" - Зиләрә ЮЛТАЕВА

Бөгөн Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры артисы Зиләрә ЮЛТАЕВА үҙенең аш-һыу серҙәре менән уртаҡлаша. Йәй ниғмәттәрен иҫәпкә алып, уларҙың ғаиләһе әлегә еңел һәм витаминлы ризыҡтар менән туҡланырға тырыша.

Ташҡабаҡтан запеканка

400 г ташҡабаҡты ҡырғыс аша үткәреп, бер аҙ һыуы сыҡҡансы ултыртып торорға.Ул арала ярты балғалаҡ соданы аш һеркәһе йәки лимон һуты менән һүндереп, 100 г ҡаймаҡ һалып бутарға. Уға 2 йомортҡа, самалап тоҙ менән борос, 150 г он өҫтәп, ҡамыр туғырға.Ҡамырға һыуы һарҡытылған ҡабаҡ, ҡырғыс аша үткәрелгән 100 г ҡаты сыр, ваҡлап туралған йәшел тәмләткестәр һалып бутарға. Табаны майлап, өҫтөнә килеп сыҡҡан массаны тигеҙләп һалырға. 10 минут тирәһе ултыртып торғас, 180 градус эҫелектәге мейестә 40 – 50 минут бешерергә.

Йәйге коктейль

1-әр алма менән грушаны йыуып, үҙәген алырға. Ҡатыраҡ булһа, әрсергә лә кәрәк буласаҡ. Уларҙы киҫәктәргә турап, блендер һауытына төшөрөргә. 1-әр стакан ҡурай еләге менән һөт өҫтәп, төйөрө ҡалмаҫлыҡ итеп блендерҙа иҙергә. Татлыраҡ булыуын теләгәндәр 1 – 2 ҡалаҡ бал өҫтәй ала.

Тормалы салат

400 г картуфты ҡабығы менән бешереп, әрсергә һәм ҡырғыста ҡырырға. Шулай уҡ 100-әр грамм торма менән кишерҙе, 250 г кәбеҫтәне лә ҡырғыста ҡырып, картуфҡа ҡушып, 100 г майонез һалып бутарға. Самалап тоҙ һибергә.

Гөлнур ЮЛДАШЕВА яҙып алды.

Автор:Гульнур Куватова