+5 °С
Дождь
Бөтә яңылыҡтар
Махсус биттәр
22 Август , 22:45

Йондоҙнамә (23 – 29 август)

Йондоҙҙар юл күрһәтә, әммә яҙмышың үҙ ҡулыңда тип киҫәтә...

Ылаҡ (22.12 – 20.01)

Был арала уңайлы мөмкинлектәр йыш осрап торор. Йондоҙҙар бөтөн көсөгөҙҙө башлаған эштәрегеҙҙе тамамлауға йүнәлтергә ҡуша. Артабан бының өсөн ваҡытығыҙ булмаҫ. Шаршамбыла бик яуаплы эш менән булышырһығыҙ һымаҡ.

һыуғояр (21.01 – 19.02)

Дүшәмбелә эске тауышығыҙға ышанығыҙ, барасаҡ юлдарҙы ул теүәл күрһәтер. Кесе йомала килем алыуығыҙ бик мөмкин. Бәғзеләр ниндәйҙер буласаҡ ҙур ваҡиғаға әҙерләнә башлар. Был эш тәжрибәле кешеләр менән кәңәшләшеүҙе талап итер, моғайын.

Балыҡ (20.02 – 20.03)

Әллә ни мөһим ваҡиғалар көтөлмәй ҙә кеүек. Күпселек ваҡытығыҙҙы ҡәҙимге, яҡшы таныш булған эштәргә сарыф итерһегеҙ. Шаршамбыла йорт-хужалыҡ мәшәҡәттәре лә өҫтәлер. Был хәл уйламаған сығымдарға килтерер.

Ҡуҙы (21.03 – 20.04)

Үткән шаулы ваҡиғаларҙан һуң үҙегеҙгә бер аҙ ял бирергә мөмкинлек табығыҙ. Һыу һәм урман янында булырға кәңәш ителә. Яҡындарығыҙ менән аралашыу ҙа күңелегеҙҙе күтәрер. Йома бигерәк тә өмөтлө булырға оҡшай.

Буға (21.04 – 21.05)

Төп эшегеҙҙә үҙгәрештәр төҫмөрләнә башлар, моғайын. Яҡын арала ниндәйҙер тәҡдим ишетеүегеҙ ҙә ихтимал. Яуаплылыҡ та артыр, элек булышмаған эш йүнәлештәрен өйрәнергә тура килер.Игеҙәктәр (22.05 – 21.06)Аҙна барышында һиҙгер булығыҙ һәм уңайлы мәлде күрергә тырышығыҙ. Шаршамбыла башҡаларҙан алда бик кәрәкле яңылыҡты ишетерһегеҙ. Унан үҙегеҙгә файҙа сығара алырһығыҙ, бәлки. Кесе йома үтә уңышлы үтер.

Ҡыҫала (22.06 – 23.07)

Был арала буш һөйләшеүҙәр күбәйер. Йыш ҡына үҙ хыял-уйланыуҙарығыҙ ҙа ҡамасаулап торор. Шишәмбелә уйламаған ваҡиға килеп сығыр. Унан ҙур зыян булмаҫ та һымаҡ, шулай ҙа кәйефегеҙҙе бер аҙ төшөрөр.

Арыҫлан (24.07 – 23.08)

Аҡса мәсьәләләрендә мотлаҡ уңырһығыҙ. Шаршамбыла өмөтлө тәҡдим ишетерһегеҙ кеүек. Ул бер аҙ мәшәҡәтле лә күренер, бәлки, шулай ҙа аҙаҡ килем килтерер. Эш араһында ниндәйҙер йорт мәсьәләһен дә хәл итә алырһығыҙ.Ҡыҙ (24.08 – 23.09)Аҙналағы ваҡиғалар ҡыуандырып торор. Ыңғай үҙгәрештәр асыҡ күренер. Ниһайәт, тәжрибә һәм һәләттәрегеҙҙе ҡулланыу өсөн уңайлы мәлдәр сығыр. Был арала эшлекле мөнәсәбәттәрҙе тағы ла нығытырһығыҙ.

Үлсәү (24.09 – 23.10)

Ҡапыл төрлө эш күбәйеп китер. Күпселегенә үҙ көсөгөҙ ҙә етер, ҡайсаҡ ярҙам эҙләргә лә тура килер. Шулай ҙа фекерҙәштәр табыуы әллә ни ҡыйынлыҡ тыуҙырмаҫ. Йомала электән туҡтап торған эште ҡуҙғатыу мөмкинлеге булыр.Саян (24.10 – 22.11) Мәл киләсәккә маҡсат билдәләү өсөн уңайлы. Элек булдырған танышлыҡтарҙы барлап сығыу ҙа файҙалы булыр. Ғөмүмән, әлегә борсоп торған мәсьәләләр ҙә юҡ һымаҡ. Булғанын хәл итеп бөткәнһегеҙ, буғай. Шаршамбыла элекке хатағыҙҙы төҙәтеү мөмкинлеге сығыр.

Уҡсы (23.11 – 21.12)

Аҙна яңы мәшәҡәттәр килтерер. Улар әллә ни ҙур ҙа түгел кеүек, шулай ҙа көсөгөҙҙө алыр. Күңелегеҙгә ятмаған эштәр ҙә булыр. Үкенескә күрә, уларҙы башҡаларға тапшырыу мөмкин түгел. Аҡса килеп торор, ләкин һеҙ көткәндән әҙерәк булыр.

Автор:Приемная Комиссия