+5 °С
Дождь
Бөтә яңылыҡтар
Махсус биттәр
20 Август , 10:53

Йоҡо бүлмәһендәге яҡтылыҡ

Был майҙандағы яҡтылыҡтың бер нисә талапҡа яуап биреүе мөһим: кәрәк саҡта бик яҡты булырға һәм шул уҡ ваҡытта тоноҡ яҡтылыҡ та һирпелергә тейеш.

Шуның өсөн, ҡағиҙә булараҡ, дөйөм майҙанды, шулай уҡ билдәле бер урынды ғына яҡтыртыусы лампалар ҡуйыла. Тулайым алғанда, бүлмә етерлек дәрәжәлә яҡты булһын өсөн, люстра һатып алып, уны түшәмдең уртаһына урынлаштыралар. Ул бер йәки гәлсәр аҫма биҙәктәре булған бер нисә яҡтыртҡыстан торорға мөмкин – йоҡо бүлмәһенең биҙәлешенә ҡарап һайлана. Һуңғы йылдарҙа пульт менән яҡтылыҡты яйларға, ҡабыҙып һүндерергә мөмкинлек биреүсе люстралар киң ҡулланыла. Ул бик уңайлы: карауаттан тормайынса ғына ут яҡтылығын үҙгәртеп була.

Йоҡо бүлмәһендә бер урынды ғына яҡтыртыу мөмкинлеге булырға тейеш. Шул маҡсатта карауат өҫтөнә шәмдәл элергә йә иһә иҙәнгә яҡтыртҡыс лампа ултыртырға кәңәш ителә. Лампаның аяғы бөгөлөүсән булһа, яҡтылыҡ нурын билдәле бер урынға йүнәлтеп буласаҡ. Йоҡларҙан алда уҡырға яратыусылар өсөн уңайлы. Әгәр йоҡо бүлмәһендә биҙәнеү өҫтәле бар икән, уға айырым яҡтыртҡыс ҡуйығыҙ.

Шулай уҡ бүлмәлә өҫтәлмә лампалар ҙа булыуы мөмкин. Мәҫәлән, кәрнизгә урынлаштырылған йәки “йондоҙло күк” рәүешендәге яҡтылыҡ сымдарынан әҙерләнгән шәмдәл ҡулланыу модала. Йоҡо бүлмәһенә үҙенсәлекле яҡтыртҡыстар сифатында “балауыҙлы” лампалар, шәмдәлле рәсемдәр, сәскәләр ҡуйырға була. Дауаланыу өсөн еҫле һәм тоҙло лампа ҡулланалар. Теләһә ҡайһы ваҡытта утты һүндерергә мөмкин булһын өсөн һүндереп ҡабыҙыу урыны карауат янында булһын.

Автор:Гульнур Куватова