Бөтә яңылыҡтар
Махсус биттәр
19 Август 2021, 15:43

Ҡышҡа салаттар, тоҙламалар

Ҡыяр салаты

5 кг ҡыяр, 2 кг помидор, 500 г татлы борос, 1 стакан шәкәр, 1 стакан еҫһеҙ үҫемлек майы, 2 ҡалаҡ тоҙ, 2 балғалаҡ 70 процентлы һеркә эссенцияһы, 3 баш һарымһаҡ.Ҡыярҙы үҙегеҙ теләгәнсә турарға. Помидор менән боросто, һарымһаҡты ит үткәргестән үткәрергә. Шәкәр, тоҙ, үҫемлек майы һалып,  йәшелсәне утҡа ҡуйырға һәм ҡайнап сыҡҡандан һуң        5 минут бешерергә, һарымһаҡ, һеркә өҫтәп, 2 минут утта тоторға.Салатты стерилләнгән банкаларға һалып, ҡапҡастарын ябып, юрғанға урап тоторға.

Маринадланған ҡыяр

2 литр һыуға 2 ҡалаҡ өймәләм тоҙ, 5 ҡалаҡ шәкәр, 5 – 7 бөртөк хуш еҫле борос, 5 – 7 лавр япрағы һалып,          3 ми­нут ҡайнатырға. Һыуытып,          2 ҡа­лаҡ 70 процентлы һеркә эссен­цияһы ҡушырға.Ҡыярҙы алдан йылытылған банка­ларға тултырырға, маринад ҡойоп,           5 минут стерилләргә. Ҡапҡастарын ябып, һалҡын урынға ҡуйырға.Ошо уҡ маринад менән помидор, ташҡабаҡ тоҙларға мөмкин.

Томат һутындағы ҡыяр

2 кг помидорҙы ит үткәргестән үткәреп, 1 ҡалаҡ өймәләм тоҙ, 1 стакан үҫемлек майы, 1 стакан шәкәр һалып, 30 минут ҡайнатырға.Ошо ваҡыт үткәс, уға балдаҡлап туралған 4,5 кг ҡыяр, 3 баш һарым­һаҡты иҙеп һалып, 1 ҡалаҡ 70 процентлы һеркә эссенцияһы өҫтәп, 15 минут бешерергә.Стерилләнгән банкаларға һалып, ҡапҡастарын ябырға.

Тәмле салат

3 кг ҡыяр, 300 г башлы һуған,        200 мл үҫемлек майы, 2 ҡалаҡ тоҙ,        2 ҡалаҡ шәкәр, 3 ҡалаҡ 9 процентлы аш һеркәһе кәрәк.Ҡыярҙы түңәрәкләп, һуғанды балдаҡлап турағас,  тоҙ, шәкәр, үҫемлек майы, һеркә ҡушып, бутарға. 40 ми­нутҡа ситкә ҡуйып торорға. Ошо ваҡыт үткәс, 5 минут  бешерергә.Стерилләнгән банкаларға һалып, ҡапҡастарын ябырға.Баштүбән әйләндереп, юрғанға тө­рөп тоторға. Аҙаҡ һалҡынса урында һаҡларға.

Тәмле помидор

Стерилләнгән 3 литрлыҡ банкаға  помидор тултырып, ҡайнар һыу ҡойорға. 1,5 л һыуға 1 ҡалаҡ тоҙ,      100 г шәкәр һалып ҡайнатырға.Помидорҙың һыуын түгеп, өҫтөнә      1 ҡалаҡ өймәләм ҡырылған һарым­һаҡты һалғас, эҫе маринадты ҡойорға, 1 балғалаҡ 9 процентлы һеркә өҫтәп, ҡапҡастарын ябырға һәм юрғанға төрөргә.

Чехтарса әҙерләнгән помидор

3 кг помидор, 1 кг башлы һуған,       1 кг татлы борос, 5 баш һарымһаҡ,  5 бөртөк хуш еҫле борос кәрәк. Маринад: 2 л һыуға 3 ҡалаҡ тоҙ,               6 ҡалаҡ шәкәр, 1 ҡалаҡ 70 процентлы һеркә эссенцияһы, 2 ҡалаҡ үҫемлек майы.Ҡаты ҡыҙыл помидорҙарҙы 4 өлөшкә бүлергә, һуған менән  боросто балдаҡ­лап турарға. Һарымһаҡты иҙергә.Стерилләнгән банкаларға тәүҙә – помидорҙы, шунан – һуғанды, иң аҙаҡ һарымһаҡты һалып, эҫе маринад  ҡойорға.0,5 литрлыҡ банкаларҙы – 10, 1 литр­лыҡтарын 15 минут стерилләргә.Ҡапҡастарын япҡас, баштүбән әй­ләндереп, һыуытырға. Һарымһаҡ арҡаһында тоҙлоҡ болғансыҡ һымаҡ күренһә лә, помидор бик тәмле килеп сыға.

«Ҡәйнә теле» салаты

3 кг таҙартылған ташҡабаҡ, 1,5 кг помидор, 100 г һарымһаҡ, 5 татлы борос, 2 әсе борос кәрәк.Ташҡабаҡтарҙың ҡабығын, орлоғон таҙартып, 7 – 8 см ҡалынлығындағы түңәрәктәргә, уларҙы 4 – 5 өлөшкә тел кеүек нәҙек пластиналар рәүешендә ҡырҡырға.Помидорҙы, борос менән һарым­һаҡты, 1 ҡалаҡ шәкәр, 2 ҡалаҡ тоҙ,          1 стакан үҫемлек майы һалып,                    10 минут ҡайнатырға. Ташҡабаҡты өҫтәп, 35 – 40 минут болғата-болғата беше­рергә. Уттан алыр алдынан                  1 ҡалаҡ 70 процентлы һеркә эс­сенцияһы өҫтәргә.Стерилләнгән банкаларға тултырып, ҡапҡастарын япҡас, юрғанға төрөп ҡуйырға.

Ташҡабаҡтан икра

3 кг ташҡабаҡ, 2 кг помидор, 1 кг кишер, 1 кг башлы һуған, 2 ҡалаҡ тоҙ, 4 ҡалаҡ шәкәр, 2 ҡалаҡ 9 процентлы аш һеркәһе алына.Йәшелсәнең һәр береһен турап, айырым-айырым үҫемлек майында ҡыҙ­ҙырырға. Аҙаҡ ит үткәргестән үткәреп,  шәкәр, тоҙ, һеркә ҡушып, 1 – 1,5 сәғәт бешереп, стерилләнгән банка­ларға һалып ябырға.

Салат

3 кг таҙартылған ташҡабаҡ, 3 кг помидор, 5 татлы борос, 4 баш һарымһаҡ, 250 мл үҫемлек майы, 100 мл 9 процентлы аш һеркәһе,          1 әсе борос, тоҙ, шәкәр – тәменсә.Ташҡабаҡтарҙы таҙартып турарға. Помидорҙы, татлы һәм әсе боросто ит үткәргестән үткәреп, ташҡабаҡты ҡушып, шәкәр, тоҙ, май һалып,               30 минут бешерергә. Ошо ваҡыт үткәс, иҙелгән һарымһаҡты, һеркә өҫтәп,            5 минут ҡайнатырға. Эҫе көйөнсә стерилләнгән банкаларға һалып, ҡапҡастарын ябырға.

Татлы боростан лечо (I)

3,5 кг татлы борос, 2 кг помидор, 1 стакан шәкәр, 1 стакан үҫемлек майы, 0,5 стакан 9 процентлы аш һеркәһе, 2 ҡалаҡ тоҙ.Боросто таҙартып, дүрткелләп турарға. Помидорҙы ит үткәргестән үткәреп, боросҡа ҡушырға. Шәкәр, тоҙ, май, һеркә өҫтәп, 10 минут бешерергә.Стерилләнгән банкаларға һалып, ҡапҡастарын ябырға. Һалҡын урында һаҡларға.

Лечо (II)

2 кг помидорҙы ит үткәргестән үткәреп, 5 ҡалаҡ шәкәр, 5 ҡалаҡ үҫемлек майы, 1 ҡалаҡ тоҙ һалып, 40 минут бешерергә.Уға 1 кг татлы борос, һаламлап туралған 1 кг кишер ҡушып, 20 минутҡа утҡа ҡуйырға. Стерилләнгән банкаларға һалып ябырға.

Лечо (III)

3 кг помидор, 1 кг башлы һуған,       1 кг кишер, 1,5 кг татлы борос, 1 стакан шәкәр, 1,5 стакан үҫемлек майы, 2 ҡалаҡ тоҙ.Йәшелсәне  турап, бутарға һәм 30 минут һуты сыҡҡансы тоторға. Шәкәр, тоҙ, май өҫтәп, 40 минут бешерергә. Уттан алыр алдынан 1 ҡалаҡ 70 процентлы һеркә эссенцияһы өҫтәгәс, сте­рил­ләнгән банкаларға һалып, ҡапҡас­тарын ябырға һәм юрғанға урарға.

Маринадланған борос

3 кг татлы боросто 4 өлөшкә турарға.1 литр һыуға 0,5 стакан шәкәр, 1,5 ҡалаҡ 70 процентлы һеркә эссенцияһы, 0,5 стакан үҫемлек майы, 2 ҡалаҡ тоҙ һалып, ҡайнатырға. Уға боросто һалып, 15 минут бешергәс, стерилләнгән банкаларға тултырып, ҡапҡастарын ябырға.

Аджика (I)

2,5 кг помидорҙы, 1 кг кишерҙе, 1 кг татлы боросто ит үткәргестән үткәреп, 1 стакан үҫемлек майы, 1 стакан шәкәр, 0,25 стакан тоҙ һалып, болғата-болғата 1 сәғәт бешерергә. Стерилләнгән банкаларға тултырып ябырға.

Аджика (II)

1 кг помидорҙы, 1 кг әсе ҡыҙыл борос­то, 3 баш һарымһаҡты ит үт­кәргестән үткәреп, тәменсә тоҙ өҫтәп, 15 минут ҡайнатырға. Стерилләнгән банкаларға һалып ябырға.

Макаронға соус

3 кг помидор, 1 кг башлы һуған,         2 стакан үҫемлек майы, 0,5 стакан шәкәр, 4 ҡалаҡ тоҙ, 0,5 балғалаҡ төйөлгән әсе ҡыҙыл борос.Помидорҙы – киҫәктәргә, һуғанды һаламлап турарға. Һуғанды үҫемлек майында ярты сәғәт ҡыҙҙырырға. Уға помидор, шәкәр, тоҙ, борос һалып, 15 минут бешерергә.Эҫе көйө стерилләнгән банкаларға һалып ябырға.Макаронға, билмәнгә бына тигән соус килеп сыға.

Ә. ХЫЗЫРОВА әҙерләне.

Автор:Айбулат Ишназаров
Читайте нас: