+5 °С
Дождь
Бөтә яңылыҡтар
Махсус биттәр
19 Август , 11:21

Йондоҙнамә (16 - 22 август)

Йондоҙҙар юл күрһәтә, әммә яҙмышың үҙ ҡулыңда тип киҫәтә...

Ылаҡ (22.12 – 20.01)

Аҙна һәйбәт кенә башланыр. Кәйефегеҙҙе күтәрерлек ҡыуаныслы ваҡиғалар булыуы бар. Элек аралашмаған кешеләр менән бәғзеләр еңел уртаҡ тел табыр. Шаршамбынан һуң яңы, ҡатмарлы мәсьәләләр менән булышырға тура килер.

һыуғояр (21.01 – 19.02)

Был аралағы хәлдәр бик үҙгәреүсән була­саҡ. Һәр осраҡта ла ашыҡмай, уйлап эш ите­үегеҙ мөһим. Тырышлыҡ күрһәтһәгеҙ, бөтөн­ләй хәл итә алмаҫлыҡ мәсьәләләрҙе лә сисер­һегеҙ. Йомала ебәргән хатаны тиҙ генә төҙәтерһегеҙ.

Балыҡ (20.02 – 20.03)

Шишәмбелә мөһим мәсьәлә буйынса һөйлә­шеү көтөлә. Һәр хәлдә ул мотлаҡ файҙалы була­саҡ, үҙ фекерегеҙҙе башҡаларға еткерә алыр­һығыҙ. Ғөмүмән, аҙна йомғаҡтары кәйе­фегеҙҙе күтәрер. Уңайлы мәлдәр күбәйер.

Ҡуҙы (21.03 – 20.04)

Башығыҙҙа өмөтлө фекерҙәр даими тыуып торор. Ышаныслы кешеләр менән улар тураһында әңгәмә ҡороу файҙалы булыр. Аҙна араһында фекерҙәштәрҙе лә еңел генә таба алырһығыҙ. Йомала төп эшегеҙҙә нин­дәйҙер яңы мөмкинлектәр килеп сығыр.

Буға (21.04 – 21.05)

Был арала кәйефегеҙ бик үҙгәреүсән булыр, моғайын. Юҡ сәбәптән дә эсегеҙ бошоуы ихтимал. Башҡалар менән мөнәсәбәттәрҙе һаҡлап ҡалыу мөһим. Йомала ниндәйҙер яңылыҡты башҡаларҙан алда ишетерһегеҙ.Игеҙәктәр (22.05 – 21.06)Һеҙҙең өсөн бик яҡшы аҙна. Элек барып сыҡмаған эште лә еңел башҡарырһығыҙ. Шулай ҙа шаршамбыла һаҡ булығыҙ. Мөм­кинлектәрегеҙҙе дөрөҫ баһаламайынса етди хата ебәреүегеҙ мөмкин. Уны төҙәтеү еңел булмаҫ.

Ҡыҫала (22.06 – 23.07)

Күпкә ынтылмағыҙ, хәлегеҙҙән килгәнгә генә үрелегеҙ. Кешеләрҙе лә артыҡ өмөтлән­дермәгеҙ, аҙаҡ һүҙегеҙҙә тороуы ауыр булыр. Кесе йомала ниндәйҙер уңайлы мәл кисе­рерһегеҙ, бәлки. Унан һуң киләсәккә ҡорған маҡсат­тарығыҙға асыҡлыҡ индерә алырһығыҙ.

Арыҫлан (24.07 – 23.08)

Аҙна башында өмөтлө күренгән тәҡдим алыуығыҙ бар. Белгән кешеләр менән кәңәш­ләшкәндән һуң уға ризалашырға ла мөмкин. Был арала уңышҡа өлгәшеү өсөн ҡәҙимгенән күберәк эшләрһегеҙ. Шаршамбыла яҡындарығыҙ менән ҡаршылыҡтар килеп сығыуы ла ихтимал.

Ҡыҙ (24.08 – 23.09)

Мәл мөһим эштәр менән булышыу өсөн уңайлы. Тик йылдамыраҡ булығыҙ, шаршамбынан һуң ваҡ мәшәҡәттәр ҡапыл күбәйеп китер. Баш күтәрергә лә ваҡытығыҙ булмаҫ, ләкин эшегеҙҙең йомғаҡтары ла артыҡ күренмәҫ, моғайын.

Үлсәү (24.09 – 23.10)

Һәйбәт осор. Башығыҙҙа яңы фекер-маҡсаттар тыуып торор, көс-дәртегеҙ ҙә етерлек һымаҡ. Шулай ҙа кеше йомоштарын хәл итеү күпселек ваҡытығыҙҙы алыр, үҙ эшегеҙгә ул етмәҫ шикелле. Шуға ҡарамаҫтан, аҙнанан ҡәнәғәт ҡалырһығыҙ, тәжрибәгеҙ ҙә артыр.Саян (24.10 – 22.11) Аҙна мәшәҡәтле көтөлә. Шулай ҙа бер аҙ күңел асырға һәм шәхси тормош өсөн дә ваҡыт табылыр. Ҡайсаҡ иңегеҙгә яуаплылыҡ та алыр­ға тура килер. Борсолмағыҙ, барыһы ла ҡулы­ғыҙ­ҙан килер. Бәғзеләр яңы килем сығанағы табыр.

Уҡсы (23.11 – 21.12)

Алдығыҙҙа ҡайһы бер мөмкинлек асылырға тора һымаҡ. Бының өсөн һуңғы ваҡытта ысынлап та күп кенә көс һалдығыҙ, буғай. Башҡалар алдында яҡын киләсәккә уй-маҡсаттарығыҙ тураһында артығын һөйләмәгеҙ. Былай ҙа һеҙҙең турала уйҙырма таратыусылар табылып ҡына тора.

Авторҙар:Айбулат ИшназаровЭлектронное Издательство