+5 °С
Дождь
Бөтә яңылыҡтар
Махсус биттәр
10 Август , 05:46

Телеңде йоторлоҡ! (23.08.2021)

Алмалы күмәс, фаршлы ташҡабаҡ, тиҙ тоҙланған ҡыяр әҙерләү серҙәре:

Алмалы күмәс Эслек өсөн 4 – 5 алманы таҙартып, турарға ла 1 ҡалаҡ һыу, 3 ҡалаҡ шәкәр һалып бешерергә. Ул һыуынған арала ҡамыр әҙерләргә. Бының өсөн яртышар стакан йылымыс һөт менән һыуҙы бутап, 1 йомортҡа, 10 г ҡоро сүпрә, 2 ҡалаҡ шәкәр, 1 балғалаҡ тоҙ һалып туҡырға. Самалап он (1,5 – 2 стакан тирәһе) ҡушып, йомшаҡ ҡамыр баҫырға.Ҡамыр бер аҙ ҡабарғас, уны 8 – 9 өлөшкә бүлеп, артыҡ йоҡа итмәй генә йәйергә. Эслекте һалып, күмәс әүәләргә лә, табаға теҙеп һалырға. Ҡабарып сыҡҡас, 180 градус эҫелектәге мейестә ярты сәғәт бешерергә.

Фаршлы ташҡабаҡ 

Уртаса ҙурлыҡтағы ике ташҡабаҡты 5 – 7 см ҡалынлыҡта түңәрәкләп ҡырҡырға ла, ҡалаҡ менән уртаһын соҡоп алырға.400 г ит фаршына 100 г бешкән ҡарабой­ҙай, ваҡлап туралған 1 һуған, ҡырғыс аша үткәрелгән 1 кишер, тәменә ҡарап тоҙ, борос, иҙелгән һарымһаҡ ҡушып бутарға. Был эслекте ташҡабаҡ ҡуласаларына тултырып, майланған табаға теҙергә. Һәр береһенең өҫтөн түңәрәкләп ҡырҡылған помидор киҫәге менән ҡапларға.190 градуслы мейестә ярты сәғәт бешерергә. Әҙер булырға 10 минут ҡалғас, өҫтөнә ҡырылған ҡаты сыр менән ваҡланған йәшел тәмләткестәр һибергә мөмкин.

Тиҙ тоҙланған ҡыярӘле генә ашау өсөн бик тәмле ҡыяр рецебы. Уртаса ҙурлыҡтағы 5  – 7 ҡыярҙы йыуып, 4 өлөшкә бүлергә. Уны полиэтилен ҡапсыҡҡа һалғас, өҫтөнә 1-әр балғалаҡ тоҙ, укроп орлоғо, махсус тәмләткес (булмаһа, самалап имбирь онтағы менән хмели-сунели алырға) һибергә. Пакеттың ауыҙын бәйләгәс, уны һелкетеп бутарға.30 – 40 минутта бынамын тигән тоҙло ҡыяр әҙер була.

Автор:Айбулат Ишназаров