Бөтә яңылыҡтар
Махсус биттәр
2 Август 2021, 13:47

Хоҡуғыңды бел!

Нисек ҡыҫҡа ваҡытлы хеҙмәт килешеүе төҙөргә?

Документта эш, эшләү шарттары, вазифа, хеҙмәт өсөн түләү,  мотлаҡ тамамланыу ваҡыты күрһәтелә. Килешеү ике данала төҙөлә. Икеһендә лә килешеү төҙөүсе яҡтарҙың имзаһы, ойошманың мисәте торорға тейеш. Ҡыҫҡа ваҡытлы килешеүҙе  оҙайтып булмай. Уның ғәмәлдә булыу ваҡыты сыҡһа, яңыһы эшләнә. Әммә ауырлы ҡатындарға ғаризалары буйынса  йөк­лөлөк осорона оҙайтылырға мөмкин.

Никахта булғанда ир менән ҡатын уртаҡ милкен бүлә аламы?

Никах тарҡатылмағанда ла  уртаҡ милекте бүлергә мөмкин. Был РФ Ғаилә кодексының 38-се статьяһында әйтелгән. Ир менән ҡатындың өлөштәре суд тәртибендә билдәләнә. Милекте бүлешеү тура­һындағы нотариаль рәүештә раҫланған килешеүгә ярашлы, әйберҙәр ғаилә ағзаларының һәр береһенә айырым бүленә, ул уртаҡ милек статусын юғалта.Ниндәй осраҡта әсәгә алимент түләнә?

Балама 1 йәш. Үҙем декрет ялында ултырам. Ирем икенсе ҡатын менән йәшәргә сығып китте. Мин балаға ғына түгел, үҙемә лә алимент тү­ләттерә аламмы?З. Б. районы.

Законда ҡаралғанса,  ғаиләһенән айы­рылған ир балаһына ғына түгел, ҡатынына ла түбәндәге осраҡта алимент түләй.– Ҡатын ауырлы булғанда йәки 3 йәшкә тиклем бала ҡарау буйынса ялда булғанда.– 18 йәшкә тиклемге инвалид баланы ҡарап, эшләмәгәндә.– Эшкә яраҡлы булмағанда.

Пациент һәр саҡ хаҡлы

Һауығып та бөтмәйенсә, дауаханала урындар етмәй  тип, мине дауалау учреждениеһынан иртә сығарҙылар. Өйҙә тағы ла хәлем насарланды. Участка табибын саҡыртып, өҫтәмә дауаланырға тура килде. Дауахананың эшенә дәғүә белдереп, ҡайҙа мөрәжәғәт итергә була?

Гөлфиә.

Пациент табиптарҙың дауалауынан ҡәнәғәт түгел икән,  страховкалау ойошмаһы ярҙамға килә. Сөнки ул дауаланыуға аҡса бүлә, сығымды дөрөҫ ҡулланыуҙы контролдә тота. Пациент медицина ойошмаһына ҡарата дәғүә белдерһә, тикшереү үткәрергә лә мөмкин. Табиптарҙың ғәйебен таба икән, судта һеҙҙе яҡлап сыға.  Ә бына страховка ойошмаһына беркетелмәгән шәхси клиникаларҙа үҙеңдең дөрөҫ­лөгөңдө иҫбатлау ҡыйыныраҡ.

Эш хаҡы булмаһа, стаж иҫәпләнмәй 3 йәшкә тиклемге бала ҡарау буйынса  ялым тамамлана. Әле мәшғүллек үҙә­гендә уҡып йөрөйөм. Эштән эш хаҡы һаҡланмаған ял алһам,  хеҙмәт стажы барамы икән?

Эш биреүсегә эш хаҡы һаҡланмаған отпуск биреүҙе һорап мөрәжәғәт итергә хоҡуғығыҙ бар. Әммә  уның ыңғай хәл ителеүен ойошма етәксеһе ҡарай. Эшсегә түләнмәгән ял бирелгәндә стаж бармай.

Суд приставтары документты «Дәүләт хеҙмәте» порталы аша ебәрә аламы?

Суд приставтары хоҡуғын киңәйтте. Хәҙер улар  граждандарға документ­тарҙы СМС йәки дәүләт хеҙмәттәре порталы аша тапшырырға хоҡуҡлы.Приставтар башҡарыу эшендә ҡатнашҡан кешеләргә уларҙың ри­залығы менән ошондай эш ҡуҙғатыу, уның ваҡыты, урыны, мәжбүри сара­ларҙы файҙаланыу тураһында күсмә радиотелефон элемтәһе селтәре аша ҡыҫҡа хәбәр ебәрә ала. Законда бил­дәләнгәнсә, суд приставы тарафынан сығарылған ҡарар электрон ҡултамғалы электрон документ рәүешендә булырға тейеш.

Минималь килем һаҡлана

Банкка бурысым күп. Шуға ла пенсиямдың яртыһын тоталар. Аҙыраҡ түләп барыу өсөн нимә эшләргә икән?Т.РФ Дәүләт Думаһы бу­рыс­лыларҙың минималь килемен һаҡлау тура­һында закон ҡабул итте. Яңы ҡануниәт ҙур булмаған пенсия һәм эш хаҡы алыусыларҙы яҡлауға йүнәлтелгән.  Кешенең  йәшәү минимумынан – 12702 һумдан кәм булған килемен бурыс өсөн  тотоп ҡалыу (элек яртыһы тотолдо) тыйыла. Тик яңы сикләүҙәр алиментты, һаулыҡҡа килтерелгән,  енәйәт һөҙөмтәһендә ҡараусыны юғалтыуға бәйле килтерелгән зыянды ҡаплауға ҡағылмай.

Һалым ҡайтармаһын нисек алырға?

Торлаҡ һатып алыуға бәйле сығым­дың 13 процентын ҡайтарып алыу өсөн һалым хеҙмәтенә документтар тапшырырға йыйынам. Әлегә мин төҙөгән йорттоң документтары ту­лыһынса тупланып бөтмәгән. Инженер коммуникациялары үткәреүселәрҙән алған чектар һәм төҙөлөш фирмаһына түләү тураһындағы документтар менән генә ташлама юллай аламмы? Сығымдар сметаһына мунса һалыуҙы, ҡойма тотоуҙы һәм башҡа йорт ҡаралтылары төҙөүҙе индереп буламы? Әгәр киләһе йылда тағы берәй фатир һатып алһам, ике объект буйынса бер юлы документтар тапшыра аламмы?

Г. Булатова.Рәсәй Һалым кодексының 220-се статьяһындағы беренсе пункттың икенсе ярҙамсы пунктына ярашлы, һеҙ, һалым түләүсе булараҡ, йорт төҙөүгә һәм ер участкаһы һатып алыуға сығымығыҙҙың 13 процентын ҡай­тарып алыуға хоҡуҡлыһығыҙ. Һалым түләүсе бындай осраҡта бер нисә күсемһеҙ милеккә сығымын ҡушып күрһәтә алмай. Әммә, әгәр  бер ихатала ике йорт һалған булһағыҙ йәки бер нисә өйлө участка һатып алһағыҙ, барыһын бергә һанарға мөмкин.Һалым ташламаһы биргәндә сы­ғымдың бөтәһе лә иҫәпкә алынмай. Рөхсәт ителгәндәре:1. Проект-смета документтары эш­ләтеү өсөн түләүҙәр.2. Төҙөлөш һәм биҙәкләү материалдары һатып алыуға сығым.3. Торлаҡ йорт, шул иҫәптән төҙөлөп бөтмәгән өй һатып алыуға тотонолған аҡса.4. Төҙөү һәм биҙәкләү эштәренә бәйле сығым (һалынып бөтмәгән йортто сафҡа индереүгә сарыф ителгән аҡса).5. Электр, һыу, газ һәм канализация селтәрҙәренә тоташтырыу йәки айырым сығанаҡтар булдырыу (ҡоҙоҡ ҡаҙыу, генератор ултыртыу) өсөн сығым.Һалым түләүсе бындай ташламаны ғүмерендә бер тапҡыр ғына алырға хоҡуҡлы. Ҡойма тотоуға, мунса йәки һарай һалыуға киткән сығым­ы­ғыҙҙың һалым өлөшөн ҡайтар­мая­саҡтар.Сығым 2 миллион һумдан артҡан хәлдә лә, һалым ташламаһын иҫәплә­гәндә, ошо һан сигенән сыҡмайҙар.

Зөһрә Йәһүҙина әҙерләне.

Автор:Айбулат Ишназаров
Читайте нас: