+5 °С
Дождь
Бөтә яңылыҡтар
Махсус биттәр
1 Август , 21:25

Йондоҙнамә ( 2 – 8 август)

ЙОНДОҘҘАР БЕҘГӘ ЮЛ КҮРҺӘТӘ, ӘММӘ ЯҘМЫШЫҢ ҮҘ ҠУЛЫҢДА, ТИП КИҪӘТӘ...

Ылаҡ ( 22.12 – 20.01)

Аҙна һеҙ уйламағанса башланып китер. Бөтөнләй икенсе эш менән булышырға тура килер, моғайын. Был ваҡиғалар һеҙҙән, әлбиттә, түҙемлек талап итер. Хәлдәр тиҙ үргәрер, шаршамбынан һуң барыһы ла ҡәҙимгесә барыр.

Һыуғояр ( 21.01 – 19.02)

Был арала фекерҙәштәр табыуы һис тә ауыр булмаҫ. Бәғзеләр ниндәйҙер ҙур эшкә тотонорға баҙнат итер. Ҡайһы бер ваҡиғаларҙың һеҙ уйлағанса бармауы ла ихтимал. Бындай саҡта тыныс ҡына көтөргә генә ҡала.

Балыҡ ( 20.02 – 20.03)

Күптәрҙә аҡса туҙҙырыу, кейем һатып алыу теләге тыуыр. Йондоҙҙар сығымдарығыҙға ҡарата иғтибарлыраҡ булыу тураһында иҫкәртә. Шаршамбыла борсоулы хәбәр алырһығыҙ. Бәғзеләр юлға әҙерләнә башлар.

Ҡуҙы ( 21.03 – 20.04)

Үҙегеҙҙе бик ышаныслы тойорһоғоҙ. Ҡайһы ваҡыт кешеләр алдында артыҡ асылып китәһегеҙ һымаҡ. Ғөмүмән, аҙнаны әүҙем генә үткәрерһегеҙ. Тик был кемгәлер оҡшамауы ла бар. Таныш, ҡәҙимге эштәргә төп иғтибарығыҙҙы йүнәлтегеҙ.

Буға ( 21.04 – 21.05)

Яңы һәләттәрегеҙ асылыр. Ваҡиғалар барышын алданыраҡ аңлай башларһығыҙ. Дөйөм эштәрҙә әүҙем ҡатнашырһығыҙ. Абруйығыҙ ҙа артыр. Икенсе яҡтан, яуаплы эштәрҙе лә күберәк йөкмәтерҙәр.

Игеҙәктәр ( 22.05 – 21.06)

Был арала күберәк килем алырһығыҙ. Ул элегерәк көс һалған өлөшөгөҙ менән туранан-тура бәйле булыр. Яҡындарығыҙ менән арағыҙ үтә яҡшы булырға оҡшай. Шишәмбелә иңегеҙгә яуаплылыҡ алырға ҡурҡмағыҙ, барыһы ла һәйбәт тамамланыр.

Ҡыҫала ( 22.06 – 23.07)

Мәл үҙегеҙҙе күрһәтеү өсөн уңайлы. Һәр хәлдә тәжрибәгеҙ етерлек. Тыныс эш итегеҙ, һеҙгә бер кем дә ҡаршылыҡ күрһәтмәҫ. Хаталар ҙа булыр, ләкин һеҙ уларҙы тиҙ генә төҙәтә алырһығыҙ, моғайын.

Арыҫлан ( 24.07 – 23.08)

Килеп торған хәбәрҙәргә ҡарата иғтибарлыраҡ булығыҙ. Иң кәрәкле яңылыҡты һуңлап ҡына ишетерһегеҙ кеүек. Килеп тыуған мәсьәләрҙе үҙ аҡылығыҙ менән хәл итергә тырышыу бәғзеләргә оҡшамаҫ. Ерле юҡтан кәрәкмәгән һүҙ сығыуы ла бар.

Ҡыҙ ( 24.08 – 23.09)

Эштәрегеҙ яҡшы бара. Яҡындарығыҙға һуңғы ваҡытта ысын терәк була башланығыҙ. Һаулығығыҙға ҡарата иғтибарлыраҡ булығыҙ. Иң һәйбәт көндәрегеҙ – шишәмбе һәм шәмбе.

Үлсәү ( 24.09–23.10)

Тырышлығығыҙ менән башҡаларҙы аптыратырһығыҙ. Йыйған аҡыл-тәжрибәгеҙ ҙә һиҙелә башлағандыр, моғайын. Тап был арала ниндәйҙер бик ҡатмарлы мәсьәләне сисерһегеҙ. Бер генә кәңәш – кешеләр алдында артыҡ асылмағыҙ.

Саян ( 24.10 – 22.11)

Аҙна тыныс ҡына үтергә оҡшай. Ҙур уңыштарға өлгәшмәһәгеҙ ҙә, ыңғай ваҡиғалар осрап торор. Шаршамбыла бүләктәр алыуығыҙ ихтимал. Бер аҙ һағынған кешеләр менән дә осрашыу мөмкинлеге булыр.

Уҡсы ( 23.11 – 21.12)

Мәл уҡып йөрөгән һәм белемен арттырғандар өсөн уңайлы. Башығыҙҙа яңы уй-фекерҙәр әленән-әле тыуып торор. Бының өсөн бәләкәй генә сәбәп тә етер. Ғаиләгеҙ өсөн мөһим мәсьәләне тап ошо көндәрҙә хәл итә алырһығыҙ һымаҡ.

ӨМӨТБАЙ.

Автор:Айбулат Ишназаров