+5 °С
Дождь
Бөтә яңылыҡтар
Махсус биттәр
18 Июль , 21:20

Йондоҙнамә (19 – 25 июль)

ЙОНДОҘҘАР БЕҘГӘ ЮЛ КҮРҺӘТӘ, ӘММӘ ЯҘМЫШЫҢ ҮҘ ҠУЛЫҢДА, ТИП КИҪӘТӘ...

Ылаҡ (22.12 – 20.01)

Был арала аралашыуҙар, һөйләшеүҙәр күбәйер. Бәғзеләргә үҙ фекерегеҙҙе ныҡлап еткерергә кәрәгер. Шикләнеүселәр ҙә табылыр. Ҡулығыҙға бер аҙ аҡса ла килер. Һәр саҡтағыса дөрөҫ ҡулланырһығыҙ.

һыуғояр (21.01 – 19.02)

Эштәрегеҙ һәйбәт кенә барған кеүек. Һуңғы уңыштарығыҙҙы башҡалар ҙа күрәлер, моғайын. Быны оҡшатмаған, көнләшкән кешеләр ҙә табылыр. Яҡын киләсәккә ҡорған уй-маҡсаттарығыҙҙы сер итеп һаҡлағыҙ. Кесе йомала һәйбәт хәбәр ишетерһегеҙ.

Балыҡ (20.02 – 20.03)

Төп эшегеҙҙә хәлдәрегеҙ маҡтанырлыҡ булыр. Был арала ниндәйҙер бик яуаплы эш йөкмәтерҙәр һымаҡ. Уны уңышлы башҡар­ғандан һуң (быға шик юҡ), абруйығыҙ тағы ла артыр. Кесе йомала уйламаған сығымдар булыуы ихтимал.

Ҡуҙы (21.03 – 20.04)

Аҙна барышында өй-хужалыҡ хәлдәре иғтибар үҙәгендә булыр. Яҡындарығыҙ ҙа ярҙамға мохтаж кеүек. Сығымдарығыҙ ҙә күҙгә күренеп артыр. Шулай ҙа булған аҡсағыҙ етергә тейеш.

Буға (21.04 – 21.05)

Бик файҙалы көндәр. Һуңғы ваҡытта эштәрегеҙ йыйылып киткән һымаҡ, эшләргә лә теләгегеҙ булыр. Бәғзеләрҙе хатта һемәйтеп  ҡалдырырһығыҙ, бәлки. Йома һәм шәмбелә ыңғай ваҡиғалар, бүләктәр булыуы ихтимал.

Игеҙәктәр (22.05 – 21.06)

Өйрәнгән көн-эш тәртибен боҙмаҫҡа тырышығыҙ. Дөрөҫ юлдан ситкә әйҙәүселәр табылып торор. Шаршамбыла һеҙҙе яҡындарығыҙ дөрөҫ аңламаҫ кеүек. Уларға тыныс ҡына үҙ фекерегеҙҙе еткереү өсөн түҙемлегегеҙ етергә тейеш.

Ҡыҫала (22.06 – 23.07)

Тормошоғоҙҙа етди үҙгәрештәр төҫмөрләнә башлар, моғайын. Ниһайәт, уларға килеп тә еттегеҙ кеүек. Кемдер мөһим яңы эш менән шөғөлләнер. Бәғзеләр абруйлы кешеләр менән танышыр. Ғөмүмән, барыһы ла һеҙҙең өсөн мотлаҡ яҡшыға булыр.

Арыҫлан (24.07 – 23.08)

Был арала үҙегеҙҙе күпкә ышаныслыраҡ тойорһоғоҙ. Элек йыш борсоған ике­ләнеүегеҙ ҙә юҡҡа сығыр. Аҙна араһында өмөтлө тәҡдим ишетеүегеҙ ҙә бар. Уға ризалыҡ бирергә кәрәктер, тик үҙ мөмкинлек­тәрегеҙҙе дөрөҫ баһаларға тырышығыҙ.Ҡыҙ (24.08 – 23.09)Һеҙҙе көсөргәнешле аҙна көтә. Теләгәнгә етешер өсөн ныҡ ҡына тырышырға кәрәк. Ҡулығыҙға үҙенән-үҙе бер нәмә лә төшмәҫ. Шаршамбыла төп эшегеҙҙәге  ығы-зығынан ситтәрәк булыуығыҙ хәйерле.

Үлсәү (24.09 – 23.10)

Ниндәйҙер ҙур эште тамамларға күп ваҡыт ҡалманы ла һымаҡ. Һуңғы аҙымды ғына яһарға кәрәк. Үҙегеҙҙе һәр саҡ ышаныслы тоторһоғоҙ. Яҡындағыларға ҡарата иғтибарлыраҡ булыу мөһим. Кемдер ярҙам-терәккә мохтаж, ахыры.Саян (24.10 – 22.11) Һеҙгә кәңәш биреү файҙаһыҙ, сөнки был арала һәр саҡ үҙегеҙсә эш итерһегеҙ. Шулай ҙа әллә ни ҙур хаталар ебәрмәҫһегеҙ кеүек. Шаршамбыла хатта уңыштарға өлгәшә алырһығыҙ, моғайын. Ниндәйҙер мөһим мәсьәләләргә ҡарата башығыҙҙа өмөтлө фекер тыуыр.

Уҡсы (23.11 – 21.12)

Һәйбәт аҙна. Һәр башланған эште аҙа­ғынаса еткерерһегеҙ. Үҙегеҙҙең тәжрибәгеҙ ҙә етерлек һымаҡ, урынлы кәңәштәргә лә ҡолаҡ һалырһығыҙ. Шишәмбелә ниндәйҙер бик кәрәкле хәбәр ишетерһегеҙ, бәлки. Шикләнеүҙәр, икеләнеүҙәрегеҙ артта ҡалыр.

Автор:Айбулат Ишназаров