Бөтә яңылыҡтар
Махсус биттәр
18 Июль 2021, 07:38

Шри Ланка

йәки Нисек белем тауҙарына артылырға?

Хәҙерге заманда белем алыуҙың ниндәй генә төрө юҡ. Бюджет иҫәбенә, түләүлеһе, көндөҙгөһө, ситтән тороп, интернет аша, өйҙән сыҡмай ғына (дистанцион), экстерн, тағы мин белмә­гәндәре лә бихисаптыр әле. Быйыл ейәнем туғыҙынсыны тамамлағас, алдына артабан тулы урта белем алғансы уҡырғамы әллә колледжға барырғамы тигән һайлау килеп тыуғас, үҙемдең замандағы хәлдәр  иҫкә төштө......Мәктәптә эшләй башлауыма бер нисә йыл ғына. Ситтән тороп юғары уҡыу йортонда ла уҡып йөрөйөм. Минең һымаҡ уҡытыусылар мәктәптә тағы ла бер нисәү.  Уҡыу процесына зыян килтермәй генә каникул осорҙарында сессияла йөрөп ҡайтабыҙ. Коллектив татыу, бер-беребеҙгә ярҙам итеү, тәжрибә өйрәнеү кеүек күренештәр тәбиғи. Ниндәй генә кәңәш һораһаң да, барыһы ла ихлас ярҙам итергә генә тора.Бөгөн уҡытыусылар бүлмәһендә ҡыҙыҡ ҡына һөйләшеү булды. Арала быйыл ғына  Стәрлетамаҡ педагогия институтын тамамлап килгән йәш математика уҡытыусыһы, коллективта үҙенең көндөҙгө бүлектә уҡығанына маһайыуы булдымы әллә шаярыуымы инде, быйыл Өфө педагогия институтын тамамларға тейешле коллегаһына:– Беҙ Стәрлелә ситтән тороп уҡыусыларҙы “уҡыуға ситтән тороп ҡараусылар” тип йөрөтә торғайныҡ, – тип һүҙ ҡушты. Уныһы һүҙ артынан кеҫәгә инә торғандарҙан түгел, яуапһыҙ ҡалманы:– Ә беҙ  ни, Стәрлетамаҡ пединститутын уҡытыусылар өсөн СПТУ*  тип йөрөтәбеҙ ҙә ул, – тип тиҙ генә “һөжүм”де кире ҡаҡты. Был икәү гел генә шулай бер-береһен “сәнскеләп” алмаһа, күңелдәре булмай... Рус теле уҡытыусыһы яңы өйләнгән, әрме хеҙмәтен тамамлағас, баш ҡалала рус филологияһы факультетында ситтән тороп уҡый, уҡыуын быйыл тамамларға ла тейеш. Мәктәптең урта белем биреү йортона әйләнеүенә инде ун йыллап үткән, кадрҙар мәсьәләһен элекке директор ауылдан сыҡҡандар иҫәбенә хәл итә-итә, был өлкәлә булған ҡытлыҡты бөтөрөүгә ныҡ көс һала ине. Шулай уҡ институт тамамлап килгән йәш ҡыҙҙарҙы ла ауыл егеттәре тиҙ генә ҡармаҡлап, кадрҙарға ҡытлыҡты бөтөрөүгә ярҙам итә. Был ҡыҙҙың артынан   да бая  бик әсе генә яуап тапҡан Сәлимдең дуҫы бер аҙым да ҡалмай, башҡа егеттәрҙе лә яҡын ебәрмәй. Шуға ла йыш ҡына бер-береһе менән төртмәле тонда һөйләшеп алалар....Рахман Ғәлиевич инде оло йәштә, дилбегәне йәшерәк коллегаһына тоттороп, үҙе һаман да йәш етәксенең уҡытыу-тәрбиә эштәре буйынса ярҙамсыһы  бурысын атҡара. Сер түгел, директорҙың ярҙамсыһы ниндәй кимәлдә булыуынан күп нәмә тора. Директор ни, тимер юлы үтмәгән саҡта РОНО-ға, башҡа ергә командировкаға сығып китһә, аҙнаға яҡын йөрөп ҡайта, ә ул саҡта бар эш завуч елкәһендә ҡала. Хәҙер тимер юлы үткәс, командировкалар ҙа күбәйҙе, ҡайһы саҡ аҙнаһына бер нисә булып китә. Әле лә ҡарт педагог был икәүҙең эләкләшкәнен күҙәтә биреп торҙо ла яйлап ҡына һүҙ башланы:– Стәрле институтын баш ҡалала­ғыһында эшләүсе  ҡайһы бер уҡытыу­сылар шулай тигән була шул. Был конкуренция күренеше  генә тиер инем. Ике институт та белем бирә, ә ниндәй белемгә эйә булыу һәр кемдең үҙенән тора ла инде. Бына һеҙҙең, коллега, “уҡыуға ситтән тороп ҡараусылар” тиеүегеҙ бындағы күбебеҙгә барып төртөлдө бит әле. Ауыл ерендә шул ысул менән генә кадрҙар мәсьәләһен тулыһынса хәл итеп була бит. Әле һеҙ “отработка” срогын тултырғас, ҡалырһығыҙмы икән беҙҙә, шуныһы бар бит әле уның...– Ҡалыр, ҡалдырабыҙ беҙ уны, әлегә береһен дә кире ебәргәнебеҙ юҡ бит, – тиеште башҡалар ҙа, йәнләнеп китеп.– Эйе, ҡалды тиерҙәр, ҡалмай ни ошо айыуҙар төйәгендә, – тигән булһа ла, үҙе ҡып-ҡыҙыл булды “математичка”.– Сафия, ҡарале, алда ғүмер бар әле, – тип йыр һүҙҙәре менән булһа ла эләкләүҙән туҡтамай Сәлим. Завуч ағай ҙа һаман тыныслана алмай:– Ул “уҡыуға ситтән тороп ҡараусылар” тигәнегеҙ менән  төптө килешмәйем, коллега. Быны үҙемдән генә алып әйтәм, атайһыҙ ҡалған һуғыш осоро ауыл балаларына бигерәк тә ҡыйын ине. Тик беҙҙә уҡыуға ынтылыш шул тиклем көслө булды  барыбер. Инәйҙән ярҙам юҡ, уның үҙен ҡарарға кәрәк, йәш тә үтеп бара, өйләнергә лә ваҡыт еткән. Минең һымаҡ уҡырға барымы булған урта белемгә эйә ир-егеттәрҙе мәктәпкә эшкә алып, ситтән тороп уҡыуға индереп, милли кадрҙар әҙерләү мәсьәләһен хәл итеү юлын тапты ул заманда Ғүмәр Әҡсән улы –Ҡамайылғалағы тәжрибәле директор. Бында эшкә ебәргәс, уның тәжри­бәһен мин дә файҙаландым. Күрше-тирә мәктәптәргә ҡарағанда, хәҙер беҙҙә юғары белемле уҡытыусылар коллек­тивыбыҙҙа һикһән проценттан ашты. Бына был егеттәр ҙә уҡыуын бер нисә йылдан тамамлаясаҡ, ул саҡта инде туҡһан проценттан ашыу юғары белемле уҡытыусылар коллективы тупланасаҡ, урта махсус белемлеләр булып башлан­ғыс синыф уҡытыусылары ғына тороп ҡаласаҡ. Уҡытыусыларҙың барыһының да тамырҙары ошонда, мәктәпте ташлап китергә килмәгән улар. Уҡыуҙың ҡәҙерен дә беләләр. Бына һеҙ, көндөҙгө бүлектә белем алыусылар, сессиянан сессияға кәйеф-сафа ҡороп, күңел асып ваҡыт үткәрәһегеҙ ҙә, сессия ваҡыты яҡын­лашҡас ҡына китап иҫегеҙгә төшә – уҡырға тотонаһығыҙ.– От сессии до сессии живут студенты весело! – кемдер ҡеүәтләй өлкән коллегаһын. Ағай башын ҡырынайтып, тауыш ишетелгән яҡҡа хуплауын белдергәндәй ҡарап алды ла,  беҙгә күрһәтеп, һүҙен дауам итте:– Ә был егеттәрҙең һәр береһе ошо ваҡытта көн һайын тырышып-тырмашып дәрескә әҙерләнә, өҫтәмә материалдар аҡтара, коллегаларының дәресенә инеп ултырып тәжрибә туплай. Өй эштәрен дә алып бара, барыһына ла өлгөрә. Ә сессияға барһа, унда инде бер лекцияны ла ҡалдырмай, көндөҙ уҡы­ғандар ярты йыл арлы-бирле үҙләш­тергән материалды ул ошо сессия осоронда һеңдерә. Бына һеҙ, йәшерен-батырын түгел быныһы, әле ысын уҡытыусы булып китһен өсөн беҙгә, коллективҡа, байтаҡ көс һалырға тура киләсәк! Ә былар инде уҡытыусы булып етешкән, оҙаҡ­ламай шул турала тейешле документ та кеҫәләренә инеп ятасаҡ.– Ә унда ул белемде ситтән тороп алған  тип яҙылмаясаҡ, Сафия һылыу! – һаман да төртмә телен ҡыҫтыра Сәлим.Башҡалар ҙа Рахман Ғәлиевичтың һүҙҙәрен йөпләп, геүләшеп алдыҡ. Һөйләшеүҙе дәрескә ҡыңғырау өҙөп торҙо...– Ситтән тороп уҡыусыларҙың араһында бар инде ул биш йыллыҡ уҡыуҙы унар йылға һуҙыусылары ла... Уҡытыусылар араһында ла осрай, күрше мәктәптә, ана... – тип  бөтәбеҙгә лә таныш булған коллеганы иҫенә төшөрҙө директорыбыҙ Арыҫлан Мырҙағолович,  ир-ат оҙон тәнәфестә Рахман Ғәлиевич заманында уҡ тәмәке тартҡан ирҙәр өсөн мәктәптең йыйыштырыусылар өсөн бүлгән төкәтмәһенең бер мөйөшөнә йыйылғас. Ирҙәр, тартһа-тартмаһа ла, хәбәр һөйләргә, яңылыҡ, анекдот, ауыл мәрәкәләрен  тыңларға шунда йыйыла­. Әле уҡытыусылар бүлмәһендә башланған һүҙ бында ла дауам итә......Электр уты тимер юлы эргәнән үткәс кенә килгән, оло донъя менән ныҡлы бәйләнеш тә саҡ барлыҡҡа килгән. Ауылыбыҙ  шарттарын белмәгән йәш уҡытыусының быларҙы  белмәй һөйләүен әллә ҡасан ғәфү иткәнбеҙ ҙә инде, шулай ҙа бөгөн һөйләшеү темаһы тик ошо юҫыҡта дауам итә. Ауылдың үткәнен, үҙҙәренең нисек итеп урта белемгә эйә булыу өсөн ҡырҡ саҡрым йәйәү Ҡамайылғаға йөрөп уҡыуҙарын  да иҫләнеләр. Мин дә, унда йөрөп уҡығандарҙың һуңғыһы булараҡ, мажараларыбыҙҙы һөйләп алдым. ...Туғыҙынсыға уҡырға барғас, тәүге ярты йылда икенсе сменала уҡыуға эләктек. Шулай булһа ла октябрҙең һуңғы бер аҙнаһының шәмбеһендә сәғәт биштәр тирәһендә ҡайтырға сыҡтыҡ, сентябрҙә бер нисә тапҡыр ҡайтып  килгәйнек, әммә ауылдан сығып өйрәнмәгән бала-сағабыҙ бит, үлтереп ҡайтҡы килә лә тора. Аранан һунарсы малайы Закир – башлыҡ. Һеҙҙе туранан Елмерҙәк аша Береш башына сығып, Һилеғорғо буйына төшөрөп алып ҡайтам, яҡты күҙҙә ҡайтып та етербеҙ, тигәс, ундан ашыу туғыҙынсы синыф балаһы уның артынан эйәрҙек. Өшөрә ауылының йәйләүендә туҡтап,  тамаҡ ялғап алдыҡ: Клава апайҙан төшкө аш ваҡытында бер-ике икмәк һорап алғайныҡ, шуны һыулап ашаныҡ. Ҡыҙҙарҙың сеткаларында кәнфит-печеньелары ла бар, тик йыуаса итеп алып ҡайталар бит уларҙы, беҙгә бирмәйҙәр. Береш башына етеп, Өсҡайынға килеп төшкәндә әрә-һәрә була башлағайны. Үҙәккә төшөп етәрәк ут күренде. Зиннәт ағайҙарҙың ҡыуышлап ағас ҡырҡып ятҡанын белә инек. Ағайҙар күмәкләп: “Әйҙәгеҙ, сәй булһа ла эсегеҙ, йоҡлап, иртән ҡайтырһығыҙ”, – тип өгөтләһә лә, уларҙы тыңламаныҡ. Шунан  диләнкәләге ҡайын ағас­тарынан туҙ һыҙырып, һәр беребеҙгә тотторҙолар, бер юлы тоҡандырмағыҙ, тип өйрәтеп тороп ҡалдылар. Һилеғорғо үҙәне буйлап ҡайҙа һаҙлыҡлы, ҡайҙа ташлы юлдан туҙҙарҙы таяҡҡа урап, факелдар эшләп алып, юлды яҡтыртып ҡайттыҡ. Хәл тамам бөттө тигәндә, батҡаҡҡа батып, ташҡа һөрөнөп йығыла-йығыла, аяҡ-ҡулдарҙы ауырттырып, Инйәр буйына саҡ килеп сыҡтыҡ. Алыҫта ауылдың тоноҡ ҡына кәрәсин шәмдәре уттарын күргәс, ҡыҙҙар ергә ятып тәгәрәй-тәгәрәй иланы. Дүшәмбелә таң менән тағы сығып китеп, уҡыуға барып өлгөрҙөк. Әле, шул ятаҡта ғына ятһаҡ ни булған, тип аптырап ҡуйыла, ул саҡта ни, һағыныуыбыҙ шул тиклем көслө булғандыр инде...Ундай мажаралар күп булды инде ул, ҡыуғынсыларҙың кәмәләрен сәлдереп, май байрамына ярҙан-ярға ятҡан ажғыр Инйәрҙән йөҙөп ҡайтыуҙар, ҡышҡыһын саңғы секцияһына яҙылып, саңғы алып  – шуның менән, тағы һирәк-мирәк осраған лесовоздарға ултырып ҡайтыуҙар, ултырыр ере лә булмаған прицебынан осоп ҡалыуҙар, һанап бөткөһөҙ мажаралар иҫләнде. Беҙ, синыфташтар, үҙ-ара осрашҡанда ла ошо ваҡиғаларҙы гел иҫләйбеҙ, теге ваҡыттағы һымаҡ ҡатын-ҡыҙҙар балауыҙ ҙа һығып ала. Туғыҙынсыны Ҡамайылғала бөтөп, унынсыға барыр йылда ауылда урта мәктәптең туғыҙынсы синыфы асылғас, әллә бармайыҡмы, яңынан туғыҙға ултырайыҡмы, тип тә маташҡайныҡ, тик ата-әсәләр сыбыҡлап тиерлек оҙатты... Уҡыған саҡтағы мажараларҙы һөйләһәң, хәҙерге балалар әкиәт тип ҡабул итәсәк, әлбиттә.“Курилка”лағы ир-егеттәрҙең һәр береһе үҙенең ваҡиғаһын ҡыҫтыра, “заочник” мажараларын да иҫтәренә төшөрә. Рахман Ғәлиевич та, Арыҫлан Мырҙағоловичтың һүҙҙәренә яуап итеп, бая уҡытыусылар бүлмәһендә әйткән­дәрен бында тамамлап ҡуйғандай:– Бар, әлбиттә, уҡырға барымы булмағандары ла, килешәм. Тик мин һай­лап  эшкә  алғандар араһында ундайҙар юҡ! – тине лә сығырға ыңғайланы. – Ярай, минең дәрескә инәһем бар! Завуч дәрестәргә күп инә, төплө анализ бирә. Һәр кем уның дәрескә инеп ултырыуын көтөп тиерлек ала. Ул сығып киткәс, артынан эйәргән,  иллене уҙып уҡырға ингән Ғәлләм Исмәғи­ловичтың артынан ҡарап, шаян йылмайып, тиктормаҫ Сәлим xәбәр сурыта:– Әй, Ғәлиевич  Ғәлләм ағайҙың дәресенә инәлер инде. Иҫләйһегеҙме,   Ғәлләм ағай менән  теге саҡ ҡышҡы сессиянан ҡайтып, иртәгәһенә эшкә килгәс, ҡатыны мәктәпкә килеп мине туҙҙырғанын? 

Ринат ШӘЙБӘКОВ.Белорет районы,Йөйәк ауылы.(Дауамы бар).Иҫләмәй булабыҙмы инде, иҫләйбеҙ. Курилкаға енләнеп килеп кереп  әрләп-әрләп сығып китте шул икәүһен дә апай:– Уйнаш, инте ағайыңты ла артыңтан эйәртәңме? Уҡымай гуләйтләп яттығыҙ инте, ғейберәтләр. Тағы шулай әллә күпме туҙынды-туҙынды ла сығышлай иренә боролоп:– Тағы барам тип ҡара шул уҡыуыңа.  Тфу, ыстырам... – тип ҡайтып китте. Олоғайған ағайҙың  сессия буйына арыуы еткәнен көнләшеп ялҡытҡан апайыбыҙ аңламағас-аңламаған инде, ни xәл итәһең... Был xәбәрҙең артыҡ сурытылмауын теләп, Раxман Ғәлиевич алдында әйтергә ҡыймағанды  ҡалғандарға һөйләргә булдым:– Владимир Михайловичҡа Петр Алексеевич нимә тигән әле, шуны беләгеҙме? Бөтәһе лә тәмләп-тәмләп һөйләргә йыйынған Сәлимдән иғтибарын миңә йүнәлтте.Йәш директор быйыл уҡыуымды бөтмәһәм дә, мине икенсе завуч итеп тәғәйенләне,  уҡыу-консультация пунктын етәкләүҙе лә йөкмәтте. Ул белем усағы тимер юлы үткәндән һуң асылған, сөнки төрлө яҡтан байтаҡ халыҡ күсеп килде. Төрлө милләт кешеләре, белем кимәлдәре лә төрлөсә. Ҡасандыр һигеҙ класс белеме менән эшләп йөрөгәндәр ҙә ул, ә хәҙер уларҙан кәмендә урта белем талап итәләр. Ә механик булыр өсөн – урта махсус, етәкселәргә юғары белем кәрәк. Шуның өсөн дә күбеһе урта мәктәп янындағы ошо белем биреү усағына йөрөй. Аҙнаның бер көнөндә төштән һуң эштән бушатып, етәкселәр эшселәрен мәктәпкә йөрөргә мәжбүр итә. Электр селтәрҙәре етәксеһе булып киткән Владимир Михайлович та тәүҙә ошонда урта белемгә эйә булды, хәҙер институтта ситтән тороп уҡый, әллә ҡасан бөтөргә тейеш тә, тик ни эшләптер уҡыуы бармай һымаҡ...Шуның һымаҡтарҙы иҫтә тотоп та һүҙ ҡыҫтырыуым...    Начальнигы өлкән механигын да урта белем алырға мәжбүр итә. Аҙаҡтан минең янға уҡырға барырһың, ти икән. Уныһы ҡаршылашып-ҡаршылашып булһа ла йөрөргә мәжбүр:– Ну, нимәгә инде миңә был атестат, эшемде былай ҙа биш бармағым һымаҡ беләм! Ярай, ҡатырға талап иткәстәре йөрөйөм инде, ни хәл итәһең...  – Шулай, хәҙер белемһеҙ бер ерҙә лә эшкә ҡабул итеп  бармайҙар бит.– Беләһеңме ситтән тороп уҡыу тураһындағы анекдотты. Владимир Михайловичтан да шул турала һорап үсектерҙем әле үҙен, һаман турһайып йөрөй.– Нисек-нисек, һөйлә әле, һөйлә! – тип тегенән һорайым. Беҙ уның менән дуҫлашып киттек, ҡайсаҡ эргәгә инә, хәбәр һөйләшеп ултырабыҙ.– Тегенән анекдоттағыса тоттом да һораным бит. Владимир Михайлович, Кампучияның баш ҡалаһы менән ситтән тороп уҡыусы араһында ниндәй айырма бар? – тип. Илдең баш ҡалаһы нисек аталғанын да белмәй,  үҙе институтта уҡый.  “Белмәйем, үҙең әйт”, –тигәс, тоттом да һалдырҙым:– Столица Кампучии – Пномпень, а студент-заочник – пень пнем! Вот какая разница? – тигәйнем, үсекте лә ҡуйҙы бит әй, – тип һаһылдай был. Мин дә көлә-көлә:– Һин ипләп, бында мин дә ситтән тороп уҡыусы бит әле, мин дә түңгәк булып сығаммы инде,- тим.– Бәй, һин дә шулай уҡыныңмы ни?– Уҡыным түгел, әле лә уҡып йөрөйөм, быйыл дүртенсе курсты саҡ бөтәм.– Ә нисек директор урынбаҫары иттеләр һуң, уҡып та бөтмәгәс?– Һуң, һин дә был уҡыуға ҡатырға талап иткәндәре өсөн генә йөрөргә тура килә, былай     ни, һөнәремде теләһә ниндәй инженерға ҡарағанда ла шәберәк беләм, тип маҡтанаң да. Мин улай маҡтана алмайым. Шулай ҙа директор кемде ҡуйырға белгәндер. Унан,  ул кадрҙар мәсьәләһен үҙе генә хәл итмәй бит әле, РОНО етәксеһе лә риза булырға тейеш бит...– Тимәк, анекдотты һин дә ҡабул итмәйһең? – Мин ни һинең менән бергә көлдөм дә, тик өлкән завучҡа һөйләп ҡуйма уны, кәрәгеңә алырһың! Эйе, эйе, аптырама, ул – республиканың атҡаҙанған уҡытыусыһы, ә институтты заманында ситтән тороп тамамлаған. Ярай әле тимер юлы асылды, ә ул заманында күптәр һымаҡ йәйәү йөрөп  уҡыған бит...... Мин шул турала һөйләп бөтөр-бөтмәҫтән,  коллегалар иҫтәре китеп көлдө. Бигерәк тә рус теленән уҡытҡан баяғы минән ике-өс йәшкә генә өлкән Сәлимгә оҡшап ҡалды был анекдот. Әйләнгән һайын һөйләр инде хәҙер. Шулай коллекцияһын тулыландыра ул, ишеткәнен онотмай бит әле ул, һөйләүгә лә оҫта. – Һин тағы, уларҙы уҡырға ҡолағынан тартып  алып баралар, тигәнен дә һалып ҡуй хәтер тоҡсайыңа, – тип ҡуйҙы хәбәрҙәрҙе һөйләүгә ҡарағанда тыңларға яратҡан, күп һөйләргә яратмаған Исмәғил. Гел шулай, кәрәк урында  бер тос ҡына хәбәрен ҡыҫтырып ҡуя ул күп һөйләмәһә лә. Һаман да шул ситтән тороп уҡыусы – “заочник”ты “заушник”ҡа әйләндереп көлөүҙәрҙе иҫкә төшөрөүе, йәнәһе, уларға ҡолаҡтарынан тартып-һуҙып белем бирергә тырышалар.Үҙе Стәрлетамаҡта институт тамамлағас, әрмегә алынып бер йыл хеҙмәт итеп, шул арала пеләш башлы булып ҡайтып, күрше ауылда бер нисә йыл эшләгәс, ауылда яңы эш башлауы.– Быныһы инде әллә ҡасанғы, ҡыҙығы бөткән инде уның, Ҡыҙылташтағыларға һөйләргә кәрәк ине ...  Быларҙы ни эшләп һөйләй әле был, хикәйә исеменә ни ҡыҫылышы бар һуң, тип аптырайһыңмы, уҡыусым? Кампучияны ла иҫкә алдың, ә уның Шри- Ланка менән ни уртаҡлығы бар, тиһеңдер әле.Эйе, әлегә тиклем һөйләгәнем, урыҫ әйтмешләй, “была присказкой, а сказка – впереди”! Ошо Сафия һылыу сәбәпсе булған һөйләшеү ниңәлер хәтергә уйылып ҡалған,  әле лә тәүҙә  шул иҫкә төштө. Әйткәндәй, ул ни хәҙер итәк тултырып балалар ҙа ҡарай, мәктәптә лә матур итеп эшләп йөрөй. Ә Шри - Ланкаһы айырым тарих уның....Кампучияһы ла, Шри Ланкаһы ла ул саҡта яңы географик атамалар. Элекке Камбоджа Кампучия тип йөрөтөлә башлағайны, ә икенсеһе – элек португалдар хакимлығы осоронан алып 1972 йылға тиклем Һинд океанындағы Цейлон утрауы исемендәге  ил – яңы исемле булып китте.  Был ил тураһында әрмелә саҡта замполит политзанятиела сығыш яһатҡайны. Яңы ғына Британия доминионы булыуҙан туҡтаған ил тураһында байтаҡ мәғлүмәт туплап һөйләгәйнем. Ят исем ни эшләптер мейегә һеңеп ҡалып, кәрәкмәгән ерҙә ҡалҡып сығып һемәйтә яҙҙы бит әй.Әрменән һуң Силәбе ҡалаһындағы мәҙәниәт институтында уҡып йөрөйөм. Ауылда клуб мөдире, бер юлы китапханасы ла булып эшләйем. Етәкселәр өгөтләп, ошо институтҡа барырға күндерҙе. Икенсе курста уҡығандағы бер ҡыҙыҡты иҫкә төшөрҙө лә ҡуйҙы был “уҡыуға ситтән тороп ҡараған”ндар тураһында һөйләшеү. Йылына ике -өс тапҡыр айлап сессияла ятам, был мәлдә йоҡо бик эләкмәй, “ҡойроҡ” ҡалмаһын өсөн лекция, китапхана, практикум, семинар, зачет, имтихандар – барыһына ла әҙерләнергә,  өлгөрөргә кәрәк! Сессия аҙағына һығып алған лимондай хәл бөтә (олоғайып уҡырға йөрьәт иткән ағайҙың хәлен аңларға ла була ошонан һуң)...Уҡырға ингәндең икенсе йылына,  көҙгө сессияны теүәлләп ҡайтырға сыҡтым. Туҡталышта вокзалға барған трамвайҙы көтөп торам. Шул саҡ яныма  дүрт-биш шпана килеп торҙо. Бер бик “блатной”ы янға килде лә:– Земеля, привет! Ты с Куншака, да? – тип һорай. Мин ни бының был һорауы“присказка” ғына икәнен беләм, хәҙер аҡса “һыға” башлаясаҡтар. Ни булһа ла быларға үҙемдең “төшөп ҡалғандарҙан” түгеллегемде күрһәтеп, быларҙы уйҙарынан төңөлдөрөргә теләп:–  Шри Ланку знаешь, вот оттуда, – тинем дә , башымды ҡырға бороп, сырт итеп төкөрөп ҡуйған булдым. Тик был ҡылығым “башлыҡ”тарын ярһытып ҡына ебәрҙе:– Шри Ланка, говоришь? Вот сейчас мы у тебя узнаем, где эта Шри Ланка!!! Быларға ҡаршы тороуы ҡыйын буласаҡ, шуға ла, тегенең әтәсләнеүенә иғтибар итмәҫкә тырышып, яңы килеп еткән ике ҡатын янына барып баҫтым да:– Вам на вокзал, да? Я тут давно стою, скоро наш должен подойти, – тип хәбәр ҡушҡан булам. Бер ҡыйыу мәрйә быларҙың миңә бәйләнгәнен һиҙеп тора, тегеләрҙе туҙҙыра:– Ҡыш, шпана, нигде покоя от вас нету! Ҡатын-ҡыҙ алдында былар миңә  бик яҡын килмәй, әммә ташлап та китмәйҙәр.Трамвай килеү менән эсенә инеп сумдым. Ҡарайым, тегеләр ҙә икегә бүленеп, ике ишектән инде. Башлыҡ яҡыныраҡ килеп:– Ну, земеля, покажешь нам, где эта Шри Ланка? – тип ыҫылдай.– Покажу, покажу, не беспокойся! - һаман да һыр бирмәгән булып күренһәм дә, бер аҙ шөрләй ҙә башланым, шулай ҙа трамвай эсендә былар артыҡ бәйләнә алманы. Вокзалға килеп төшкәс тә тиҙ генә кешеләр ағымында билет кассаһына барып етеп, сиратҡа баҫтым. Тегеләр ҙә минең арттан баҫты. Үҙем сиратта торам, үҙем тирә-йүнде ҡараштырам. Әһә, залда дежур милиция бар икән,  ул бында саҡта ҡурҡыныс юҡ.– Өфөгә тиклем бер билет, зинһар!– Ну, земеля, ты же говорил Шри Ланка, а билет взял до Уфы, как это понимать? Ну ты даешь, ну даешь...– А туда самолеты только через Уфу летают, – тип яуаплайым тегеңә. Билет алдым да рәхмәт әйтеп, касса янынан теге дежур милиционер янынараҡ килеп баҫтым. Тегеләр эргәлә байтаҡ өйөрөлөп-өйөрөлдө. Ахырҙа, өмөттәрен өҙөптөр инде, сығыуға йүнәлделәр. “Башлыҡ”тары:–    Ну “Шри Ланка”, пока! Мы еще встретимся! – тип хушлашты... Шулай, уйламай һөйләп, тик торғанда бәләгә тарый яҙҙым. Тик тормаҫ телем ҡайсаҡ шундай хәлдәргә тарыта, тик  ғәҙәткә ингәндер инде, тыя алмайым да ҡуям бит.Юл йөрөгәндә төрлө мажара осрап тора инде ул. Ошо ҡайтҡаным  бигерәк тә иҫтә ҡалырлыҡ булды. Вагонға инеп ултырғас та байтаҡ тыныслана алманым, үҙемде үҙем эстән әрләйем, тетмәмде тетәм генә. Оҙаҡ ҡына борһаланып ята торғас, саҡ йоҡлап киткәнмен. Таңға табан проводница Шаҡша станцияһында уята:–    Уфа! Подъезжаем к Уфе, просыпайтесь!... Был көндәрҙә йоҡо туйғансы йоҡланмағас та, баяғы стресс арҡаһында йоҡлай алмай ятыуым арҡаһындалыр ҙа, үлтереп йоҡом килә, постелде тапшырғас ултырып торғайным, шул көйө тағы йоҡлап киткәнмен. Бер килке уянып киттем дә проводницанан һорайым: “Беҙ ҡайҙа?”. Ул: ” Подъезжаем в Давлеканово!”, – тип яуаплай.  Үҙем ғәйепле булһам да тегене эттән алып эткә һалып һүгеп-һүгеп, станцияла төшөп ҡалдым. Ә дәүләкәндәр тураһында, төндә минең һымаҡ яңғыҙ төшөп ҡалғандарға көн юҡ, хатта улар баш ҡалаға килеп тә һуғышып ҡайта, берәйһе үҙҙәренекен ҡыйырһытһа, күмәкләп килеп үс алып ҡайталар икән, тигән лаҡаптарҙы ишеткән бар ине. Тик таңға табан бындағы шпаналар таралғандыр инде, ундай-бындай бәйләнеүсе булманы...Иртәнсәк «Абдулла – Өфө» электричкаһына ултырып, Дим станцияһында төшөп ҡалдым. Унан “Өфө-Күмертау” поезына Ҡарлыманға тиклем билет алып, артабан ултырып киттем. Поезда иптәш егеттең ҡайны-ҡәйнәһен тап иттем. Улар Ҡарлымандан һуң беҙҙең яҡҡа киткән юлда беренсе туҡталышта йәшәй. Һөйләшеп барабыҙ, ағай менән дүрәккә кәрт уйнайбыҙ. Ҡатыны ауыл, ҡыҙы-кейәүенең хәлдәрен һораша. Шулай хәбәргә әүерәп килә торғас, поезд туҡтап торған еренән ҡуҙғалып китеп бер аҙ барғас:– Һин ҡайҙа бараһың, Ҡарлыманда төшмәнең дә, беҙ ни Аҡкүлгә тиклем етеп ҡайтырға булдыҡ бөгөн, – тигәс, һикереп төшөп ҡалырға ла маташҡайным, тик поезд тиҙлек алып өлгөрҙө...Киләһе туҡталышта төшөп, ағай өйрәткәнсә, сөгөлдөр ташыусы самосвалға ултырып, Ҡарлыманға кире килеп төшөп ҡалдым. Станцияға килеп,    үҙебеҙҙең яҡҡа китә торған эшселәрҙе йөрөтә торған вагонға инеп ултырғас, ауылға яңыраҡ эшкә килгән, әле  миндә уҡып йөрөгән Сашка “Сиған”дың ҡатынын күреп, күҙҙән йәштәр килеп сыға яҙҙы. Бына вагонға электровоз таҡтылар, яйлап кешеләр йыйылды. Кискә генә өйгә ҡайтып төштөм. Был мажараларҙы ҡайтҡас бер кемгә лә һөйләгән булманы. Ауылыбыҙ төрлө лаҡап сығарыу буйынса тирә яҡта дан алған, хәҙер ҡырҡҡа төрләндереп таратасаҡтарын көт тә тор, малай.Ана, Лункә ағай менән Нурәхмәт ағайҙар тураһында лаҡаптың инде бөтә тирә яҡта ниндәй генә варианттарын ишетмәйең. Белеп ҡалһалар, минең турала ла лаҡап бөтә Инйәр буйы ауылдарына таралырын көт тә тор....Тегеләр ни, Архангелгә барып йомоштарын йомошлаған да “Приуралье” станцияһына әлеге лә баяғы  “Ҡарлыман–Инйәр” эшселәр поезында килгәндәр. Иртәрәк килгәс, бер-ике сәғәт көтөргә. Бер йөк составы ҡуҙғала башлағас былар тот та бер асыҡ платформаға мен дә ултыр. Состав Ыраутауҙа туҡтамаған, үҙебеҙҙең станцияны ла юғары тиҙлектә үтеп китеп, “Телмәй” станцияһында ғына килеп туҡтаған. Тегеләр төшкән дә, бер составтың тағы беҙҙең яҡҡа ҡуҙғалып киткәнен күреп, быныһы, моғайын, туҡтар, тип бер ярымвагон баҫҡысына тотоноп өлгөргәндәр. Эскә ҡараһалар, күмер тейәлгән икән. Күмер араһында килеп, былар ҡап-ҡара булып бөткән, “Приуралье” станцияһында теге эшселәр поезын күреп ҡалып, был юлы улар Ҡарлыманда саҡ төшөп ҡалған. Киске “Өфө–Сибай” поезына проводниктар ултыртмай бер булған, инәлә торғас, бер мөйөштә генә ултырырға рөхсәт алып, төнгө сәғәт икеләрҙә үҙебеҙҙең станцияла төшөп ҡалғандар. Нуриәхмәт ағай ҡайтҡас, һығылып-һығылып илай икән, теше генә ялтырап торғас, ҡатыны танымайынса инднермәй бер булған икән, тип һөйләйҙәр ауылда. Лүнкәнән дә, Нуриәхмәт ағайҙан да, үҙебеҙҙең станцияны тәүге тапҡыр үткәндә ҡул болғап ҡысҡырып үтәләр ҙә, аҙаҡ  ярымвагонда күмергә күмелеп үтәләр икән, тип  тә көләләр. Лаҡаптың бер варианты: былар Ҡарлымандан тағы тауар поезына ултырып китеп, был юлы Инйәргә тиклем үтеп киткәндәр. Аллам һаҡлаһын ауылдаштар теленә эләгеүҙән...... Мин ни шул сессиянан һуң ҡышҡыһына ла барҙым әле, тик был институтҡа өгөткә тыңлап ҡына барып ингәс, баштан уҡ бик оҡшамай ине бында. Шуға ла йәйге сессия алдынан үҙебеҙҙең баш ҡалалағы пединституттың тарих факультетына күстем дә ҡуйҙым. Һеҙ беҙҙең ауылдыҡы булһағыҙ, теге шпаналарҙан ҡурҡып күскәнһеңдер ул, тип төрттөрә һалыр инегеҙ, әлбиттә. Әйткәндәй, ул әтрәгәләмдәр юлымда башҡаса осраманы.Ситтән тороп уҡыһам да, көндөҙгө бүлекте тамамлағандарҙан кәмерәк белем бирмәнеләр, буғай. Барыһы ла үҙеңдең белемгә ынтылышыңдан торалыр. Силәбенән Өфөгә күскәс, икенсе курсты тамамлаусылар менән дауам итер өсөн егерме ике айырма – контроль эш, зачет, имтихан тапшырырға кәрәк булып сыҡты. Гуманитар институттар булһа ла, профиль айырымлығы бар бит инде. Тарих фәне буйынса контроль эштәр, зачеттар күп. Беренсе курстағыларын барыбер биреп бөтә яҙҙым, әммә әтнәкәһе барыбер килеп сыҡты. Шул турала ла һөйләйем әле. Бер көн бер уҡытыусы менән бер зачет тапшырыу тураһында һөйләштем. Был ваҡыт билдәләп мине үҙенең подвалдағы лабораторияһына саҡырҙы. Зачетты “Тарихҡа ярҙамсы дисциплиналар”ҙан бик еңел генә тапшырҙым да, күңел үҫеп киткәндер инде, “Археология” фәнен дә бер юлы тапшырырға мөмкинме, тип һорай ҡуйҙым бит, малай. Уҡытыусы миңә текләп ҡарап торҙо ла һуҙып ҡына:”Маташты-ы-ыр һу-у-уң!”, – тип кенә әйтте. Янында археологик ҡомартҡыларҙы тәртипкә килтерергә ярҙам итеүсе бер нисә студент-практикант та бар ине. Улар мин һорағас та баштарын ялп итеп күтәреп миңә ҡарауҙарынан уҡ һүттем икән эште, тип ҡуйҙым ҡуйыуын. Тик: “Икенсе юлы килермен ул, рөхсәт итһәгеҙ”, – тип әйтергә ҡыйманым. Уҡытыусы, әлбиттә, өҫтәмә һорауҙар менән күмде генә, һуңғы сиктә барыбер ҡыуып сығарҙы. Ҡышҡыһын бер төркөм менән инеп ултырҙым, был шунда уҡ таныны. Билетты һайлатманы, үҙе тотторҙо. Аҙағы билдәле, башҡалар минең һымаҡ яуап бирә алһа, шат булып һәйбәт билдә ҡуйып сығарыр ине. Ә мине, һиҙеп тораһығыҙ, тағы ла ҡыуып сығарҙы. Икенсе төркөм менән инергә рөхсәт итте итеүен, тик  хәҙер ҙә тапшыра алмаһаң, комиссия алдында бирәсәкһең, тип иҫкәртергә лә онотманы. Мин ни, хәҙер “Археология” дәреслеген ятлап алғандай белһәм дә, икенсе төркөмдәрҙә имтихан тапшырып сыҡҡан һәр бер студенттан билет номерын һорап, ниндәй һорауҙар икәнен яҙып алып, барлыҡ билетта ла ниндәй һорауҙар икәнен яҙып алғанмын. Уларға дәфтәр битенең бер яғына – бер һорауға, икенсе яғына икенсе һорауға яуаптарын яҙып, пинжәктең эске яғына шул үлсәмдәге кеҫә тегеп, номер буйынса теҙеп һалғанмын. Бер нисә көндән имтиханға ингәс, билет буйынса яуапты былай ҙа беләм бит инде, теге яҙыуҙарҙы ла сығарып торманым, яуап бирә башланым. Үҙем һиҙмәнем, әммә аҙаҡ, тауышың ҡалтыраны ғына, әй, тине, таныш егеттәр. Уҡытыусым бер һорауға ғына яуабымды тыңланы ла туҡтатты: ”Йә, нисек, “Археология”ны яраттыра алдыммы һеҙҙән?”, - тип көлә. “Эйе”, - тигәс, зачет кенәгәһенә билдә ҡуйып, ҡултамға һалды ла сығарып ебәрҙе. Сығып асып ҡараһам, “ҡәнәғәтләнерлек” билдәһе ҡуйған. Бындай ысул менән үҙ фәнеңде яраттырып булһа икән ул!Аҙаҡтан был йәһүд милләтле уҡытыусым факультет деканы ла булып китте. Һуңғы курста дәүләт имтихандарында диплом яҙыу тик бер дисциплинанан дәүләт имтиханы тапшырыуҙан ғына ҡотҡарһа ла, диплом яҙырға булдым. Етәксем республиканың билдәле тарихсыһы, фән докторы, фәндәр академияһында эшләй. Күп ваҡыт эште тикшерер өсөн Археология музейына саҡыра, һирәкләп факультетҡа лекцияларға ла килә. Шул килгәндәренең береһендә мине үҙе менән декан кабинетына ла эйәртте, эшеңә ҡайһы бер иҫкәрмәләр, кәңәштәр бар, унда аулаҡ булыр, ти. Ингәс, мине декан менән таныштыра: “Бына ныҡыш егет, миңә диплом яҙа, мәктәбендә завуч та иткәндәр...”, - һ.б. хәбәрҙәрен һөйләй ... Декан көлә: “Беләм, беләм, уның менән яҡшы таныштар беҙ”, – тигән була......Үҙемдең баштан үткәндәр иҫкә төштө лә китте, ейәнем юл сатында икеләнеберәк тороп ҡалған һымаҡ тойғас. Белем алырға теләгән кеше ниндәй ысул менән булһа ла уға эйә була ала, тип кенә үҙемдең михнәттәр аша белемгә ынтылыуым тураһында һеҙгә лә һөйләнем дә ҡуйҙым. Бер фәһем булһын, әйҙә!Белем алыуҙың бөгөн бихисап төрлө юлы барлығы тураһында башлағайным да һүҙҙе. Эйе шул, бөтөнләй өйҙә ултырып ҡына ла дипломға эйә булып була... Йәштәргә генә түгел, ҡарттарға ла элек үҙләштерә алмаған белемгә юл асыҡ! Хатта Шри Ланкалағы берәй уҡыу йортона инеп тә уҡырға мөмкин!Ә ейәнемдең башы  бар, үҙе ниндәй юлды һайларға икәнен хәл итһен...

Ринат ШӘЙБӘКОВ, Белорет районы, Йөйәк ауылы

Автор:Айбулат Ишназаров
Читайте нас: